-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Төрмәгә

Әсәйем (59 йәш) мутлашырға яратыу­сыларҙың ҡармағына эләкмәһен өсөн, уны хәҙерге заман енәйәтселәре донъяһындағы барлыҡ ваҡиғалар менән дә таныштырып барырға тырышам.

Төрмәгә
Төрмәгә

Байтаҡтан бирле эш­ләйем быны. Аллаға шөкөр, әлегә ҡәҙәр беҙҙең ғаиләне бәлә-ҡаза урап үтте. Бөгөн иһә эшемдең емешен күрергә насип булды.
Ҡатыным әсәйемә ҡунаҡҡа барғас, шылтыратты.
– Әсәйгә мутлашыусылар хаҡында әйткәндәрең юҡҡа булмаған икән.
– Ниңә?
– Уға әле генә «улы» шыл­тыратҡан, мине полицей­скийҙар тотто, тиҙ арала һи­нең ярҙамың кәрәк, тигән.
– Ә ул?
– Ни булды, улым, тип белешкән. Хөрт, тигән яуап ишеткән, хәҙер трубканы по­лицейскийға бирәм. Полицейский улының наркотик менән тотолоуы хаҡында хәбәр ит­кән: «Хәл бик насар, башы төрмәлә се­рeйәсәк, эш ҙурға китмәҫ борон уны баҫтырып ҡалдырырға мөмкин». Кемгәлер ришүәт яҡынса 80 мең тәңкәгә төшәсәк икән. Әсәй барыһын да иғтибар менән тыңлағас: «Һеҙ тулҡынланмағыҙ, – тигән. – Әйҙәгеҙ, законды боҙмайыҡ. Аҡсам да янда ҡалыр. Ә һеҙҙе наркоманды тотҡан өсөн эшегеҙҙә үрләтерҙәр. Ул эшлекһеҙ мине лә, һеҙҙе лә ҡабат борсомаҫ. Төрмәгә ултыртығыҙ». Шунан трубканы элеп ҡуйған.
Р.S. Тырышлығым бушҡа китмәгәнгә мин бик шатмын. Яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Ҡайҙа йөрөнөң?

Радионан төрмәнән ҡурҡыныс енәйәтсе ҡасыуы тураһында хәбәр итәләр. Билдә­ләре… Һаҡ булығыҙ!
Иртәгеһен тағы ла бер хәбәр: «Енәйәтсе иртән үҙ ирке менән кире төрмәгә килгән». Журналистар йыйылған, һорашалар: «Ниңә ҡайттығыҙ? Ни өсөн үҙегеҙҙе иректән мәхрүм иттегеҙ?»
– Мин бындай иректе табутта күрҙем! – ти ир. – Кис буйы һәм ярты төн менттарҙан ҡа­сып йөрөнөм. Таң алдынан өйгә ҡайттым, ә ҡатыным туп­һанан үтеү менән ҡысҡырырға тотондо: «Ҡайҙа төртәңләп йөрөнөң, ҡәбәхәт, радионан кисә һинең киске сәғәт алтыла уҡ ҡасҡаныңды әйттеләр».

Р. СӘҮБӘНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: