-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Алдарҙың Ханды нужа менән таныштырғаны

Рәдиф ТИМЕРШИН Бер ваҡыт Хан әйткән, имеш, Алдарға:– Ынтылма һин берүк мине алдарға,Һөйлә миңә донъялағы хәлдәрҙе,Һөйлә миңә мин белмәгән мәлдәрҙе.

Алдарҙың Ханды нужа менән таныштырғаны
Алдарҙың Ханды нужа менән таныштырғаны

– Асылына төшөнәм, тиһәң, донъяның,
О, Бөйөк Хан, мин бер сара уйланым.
Нужа менән буламын таныштырмаҡ,
Көс юҡ уны әлегә алыштырмаҡ.
Уның хаҡта тағы нимә тиәһе?
Ул, әйтерһең, тәрән аҡыл эйәһе.
Ул өйрәтә был тормошто аңларға,
Олоһон да, кесеһен дә һанларға...
Әйтәйек, мин уны күрҙем бик йәшләй...
Хан торған да бер аҙ көтөп, өндәшмәй,
Ҡәтғи генә уның һүҙен бүлдергән:
– Мәлдәрең күп булды мине көлдөргән,
Инде бүтән әкиәт һөйләмә берүк!
Юҡ нәмәне нисек булһын, ти, күреп?
– Фекерҙе тап шул яҡҡа ауыштырам:
Әйҙә, киттек, мин һеҙҙе таныштырам!
Әмер бир: әҙерләһендәр аттарҙы,
Аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡтарҙы.
Көн оҙоно барғандар ялан буйлап.
Әйткән, ти, Хан, әлбиттә, яман уйлап:
– Юҡ нәмәне күрһәтәм, тип, тырышма!
Хан тиклем Хан менән юҡҡа ҡырышма!
– Сабыр итсе, Бөйөк Хан, һин ярһыма,
Тиҙҙән нужа үҙе килер ҡаршыңа!..
Яр буйына бер заман туҡталғандар,
Тамаҡ ялғап алырға уҡталғандар.
Усаҡ яғып ебәргәндәр, аш бешкән,
Ул арала инде ҡараңғы төшкән.
Хан һаман мыжый, ти:
“Ҡайҙа һуң нужаң?”
“Беҙҙең эргәлә
урала ул, хужам!”
Нисек быны Ханға
тойолдорорға?
Алдар киткән
аттар ҡойондорорға.
Ә Хан ятҡан ял итергә.
Арылған.
Берәм-берәм
йондоҙҙар ҙа ҡабынған.
Алыҫ түгел олой башлаған бүре,
Ҡалтырана Хан, ни үле ул, ни тере.
Ике сәғәт, өс, дүрт, биш сәғәт үткән,
Алдар ҡайтырға тейеш тә бит күптән,
Тик юҡ һаман. Хан, бар донъяны ҡарғап,
Киткән йәйәү күҙ күргән яҡҡа ҡарап.
Арҡаһына аҫҡан артмаҡ, ул – ауыр,
Көскә атлай, бына-бына ул ауыр.
Ярай алда усаҡ уты күренгән.
(Унда – Алдар, бүтән кейем кейенгән).
Ә Хан иһә, күҙ ҙә һалмай Алдарға,
Аһ-уһ килеп, ауыр йөгөн ауҙарған.
Унан ике ҡулын һуҙған ялҡынға,
Сөнки улар күнекмәгән һалҡынға.
– Нишләп, – тигән, – ултыраһың яңғыҙың?
Әллә инде көтәһеңме таң ҡыҙын?
Әйткән Алдар: “Үҙеңде һуң кем һөзләй?
“Нужа!” – тигән, ти, Хан, үҙе лә һиҙмәй.

Көскә урап ҡайтҡан, ти, Хан алыҫтан...
Бына шулай нужа менән танышҡан.

Фото: kopilkaurokov.ru

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас