0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ҡәйнеш туйындағы ғәләмәт

Туй - туй инде ул. Ирмәк ҡыланыштары менән ике яҡ ҡунаҡтары ла көлмәҫ урында көлдөрәләр. Һеҙгә әйтәйем, үҙ ғүмеремдә ауыл йәки ҡалала төрлө туй мәжлестәрендә ҡатнашырға тура килде, әммә ләкин бындай йоланы күргән дә, ишеткән дә юҡ ине әле.

Ҡәйнеш туйындағы ғәләмәт
Ҡәйнеш туйындағы ғәләмәт

Мәжлестең иң ҡыҙған мәлендә туйҙағы ҡоҙа­салар ҡотҡоһон ҡунаҡтар күтәрҙе лә алдылар. Йәнәһе лә, мин – иң йыраҡтан килгән хөрмәтле ҡунаҡ, хәҙер үк әҙер мунсаға барырға тейеш. Ет­мәһә, шарт ҡуялар, әгәр ҙә мәгәр уларҙың те­ләк­тәре менән килешмәһәм, «фыйт» иттереп мәжлестән ҡыуалар. «Дауай әйт, – тиҙәр миңә, – мунсаға барырға ризамы, юҡмы?”
– Ультиматум ҡабул ителә, – тигән булдым аптыраштан. Мунсаға бармайым, тип, нисек мәж­лестән ҡыуылып сығып китәһең?! Хурлығы ни тора!
Бер ҡоҙаса: «Ә вәғәҙәләшеү-килешеү шартын беләһеңме?» – ти.
– Ҡайҙан беләйем? – тим.
– Белмәһәң, белеп ҡуй: йола буйынса, беҙ һине юрғанға һалып алып барабыҙ, ә мунсанан сыҡҡас, бер рюмка эсерәбеҙ ҙә йәнә шул уҡ юрғанда йортҡа кире килтерәбеҙ.
– Ғәләмәт ҡыҙыҡ таһа, – тигән булдым һүҙ көрәштермәҫ өсөн генә.
Мәжлестәге ят бер ирекәй:
– Ҡоҙа, ыштаныңды эстә сисергә онотма! Әтү, ыштанһыҙ ҡалырһың, – тип, шаяртып, шарҡылдап көлөп ҡалды. Ҡалғандар ҙа уның мәрәкәләүен күтәреп алды, буғай.
Алты ҡатын, мине, хәс уйынсыҡтай итеп, мунсаға килтереп тә еткерҙе. Арлы-бирле сабынып ҡойоноп сығыуыма (һағалап тороусылары бул­ғандыр) мунса алды бүлмәһендә үк бер «әсене» йотторҙолар ҙа, «хоп» – юрғанға, һәм көлөшә-кө­лөшә керетеп мәжлес түре иҙәненә ауҙарҙылар ҙа киттеләр.
Шалпыҡ иренле, күпкәк эсле бер ҡоҙа «штрафной» тоттороп:
– Афарин, ҡоҙа, ғауғаламай ғына һынауҙы үттең! – тип маҡтап ебәргән булды. – Үҙеңде аҡыллы тотмаһаң, анауы шалҡыларҙан еңел генә ҡотола алмаҫ инең, – тигән булып, арҡамдан һөйөп ҡуйҙы.
Хәлле ҡунаҡтар әңгәмәләште, бейене, йырланы, ана шулай таң һарыһын ҡаршыланы. Арыу ғына йотһам да, хәллеләр араһында мин дә булдым.
…Эйе. Быға сирек быуат ваҡыт уҙып та киткән. Ә ул саҡтағы мәҙәктәр әле һаман хәтерҙән юйылмай. Урынлы, һәйбәт, шаярып-көлөшөп күңел асыу, юҡ-юҡ та күҙ алдына килеп баҫа, үткәндәрҙе, йәшлекте күҙаллата, ҡыуаныс һәм татлы хис тойғоһо уята…

Исмәғил ҒИМРАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: