-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Бәҫһеҙ ҡунаҡ булғансы...

(Хикәйә) Урам аша сығырға тип ынтыл­ғайным, ҡупшы биҙәлгән ҡый­батлы сит ил машинаһының яҡын­лашыуын күреп, туҡтап ҡал­дым. Уның артынан шар һәм таҫ­малар таҡҡан тиҫтәнән ашыу замана арбаһы эйәргәйне.

Бәҫһеҙ ҡунаҡ булғансы...
Бәҫһеҙ ҡунаҡ булғансы...

Йома һәм шәмбе көндәре – был ғәҙәти хәл. Шуға күрә туй кортежын артыҡ иҫем китмәй генә оҙатып ҡарап ҡал­дым.
– Ҡара әле, ҡайһылай бай туй. Байҙа-а-а-р!.. Гел ҡыйбатлы сит ил машиналары! – тине минең кеүек үк юл аша сығырға торған ҡатын. Ысынлап та, мин быға иғтибар ҙа итмәгәнмен – кортеж гел зиннәтле машиналарҙан тора ла баһа.
– Эй-й-й! Бына ни эшләп беҙ туйға саҡырылмай ҡалдыҡ, – тинем мин яңыраҡ ҡына үҙем менән булған бер хәлде ҡапыл иҫемә төшөрөп...
– Беләһеңме, теге саҡ ҡәйнеш беҙҙе ни эшләп ҡыҙының туйына саҡырмаған? – тинем мин ҡаты­ныма, ҡайтып ингәс тә.
– Ни эшләп, тип ней, туйҙы үткәргәндә бит, алдан килешелә, ике яҡтан күпмешәр кеше саҡы­рырға. Исемлек ҙурайып киткән­дер ҙә, төшөп ҡалғанбыҙҙыр.
– Ана-ана. Быға тиклем гелән исемлектә булдыҡ та, хәҙер төшөп ҡалғанбыҙ. Ниңә?
– Бер ҙә төшөнә алмайым – нимәгә һуҡтыраһың?
– Мин урамда әле генә туй кортежын ҡарап торҙом. Гел сит ил машиналары ғына ине унда.
– Булһа һуң?
– Беҙҙең машина эрәсәйский.
– …
– Инде барып еттеме? «Форт», «Ниссан», «Рено»лар араһында беҙҙең машина «шестерка»! Кәртинәне боҙа. Өфөнән Дүртөй­лөгә халыҡты «ах» иттереп барып төшөүе үҙе ни тора. Бәҫле, затлы, байманлы ҡоҙалар, тиәсәктәр. Кемдәр икән, тип һорашасаҡтар. Төп ҡоҙаның хөкүмәттә эшләүе асыҡланасаҡ. Ана бит, ҡайһы яҡҡа бора туйҙа ҡатнашҡан машиналар көн тәртибендәге мәсь­ә­ләне. Туйҙа кешеләр түгел, машиналар ҡатнаша булып килеп сыға инде.
– Һуң, һинең дәрәжәң дә бәләкәй түгел! Район хакимиә­тендә эшләйһең.
– Хакимиәттә эшләй, тип маң­лайыма яҙылмаған. Ә машина – ҡупшыҡай – бына ул, күҙ алдында. Үҙе дөйәләй дәү, үҙе күҙҙең яуын алып тора. Иғтибар итмәй, һоҡланмай мөмкин түгел…
– Эй, ҡуйсы, нимәһенә көйәлә­нәһең?
– Көйәләнмәйем. Асыш яһа­ным бит, шуны бәйән итәм. Хә­йер, борон да, моғайын, атһыҙ ке­шене туйға саҡырып тормаған­дарҙыр. Заман башҡа – заң баш­ҡа, тигәндәй, хәҙер дәрәжә сит ил машиналары менән генә билдәләнә...
– Эш улайға киткәс, тиҙләтәйек – машинаны яңырта һалырға кәрәк, – тип, ҡатыным үҙ хәстә­ренә борҙо әңгәмәне.
Ысынлап та, дөрөҫ әйтә ҡатын, беҙ кемдән кәм? Өфөгә барып, бынамын тигән сит ил машинаһы алдым. Юл ыңғайында ҡәйнешкә лә һуғылдым.
– Еҙнәй, иртәрәк алырға булманымы быны? – тине ҡәйнешем минең машинаны әйләнеп ҡарап сыҡҡас, күҙе ҡыҙып.
– Туй үткәргәнһең икән, – тинем мин яуап урынына.
Ҡәйнешем уңайһыҙланғандай булды.
– Ҡыҙҙы урынлаштырып ҡуй­ҙым шул. Һеҙгә әйтә алманым. Кеше күбәйеп китте, – тине ул күҙҙәрен ситкә алып. – Ир­тәрәк алмағанһың икән, – тип өҫ­тәне тағы бер тапҡыр.
Ҡәйнешемдә оҙаҡ туҡталма­ным. Хушлашҡанда:
– Кем белгән, ҡәйнеш, һинең туй ниәтләп ятҡаныңды, – тинем. Һиҙгер ҡәйнешем минең тел төбөн аңланы, буғай, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.

Байгилде МОТАЛЛАП.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: