Ул Алла тарафынын ебәрелгән, миңә бик тә ярҙам итте. Беренсенән, һине сихырлап боҙоуҙан, икенсенән, төрлө сирҙәрҙән һаҡлар, өсөнсөнән, мал-мөлкәт килтерер».
Донъялар үҙгәргәс, бер ҡарағанда, башҡаларҙан айырылмаған, йома һайын мәсеткә йөрөүсе бүлек мөдире Нәбиулла байып китте: өс ҡатлы йорт һалды, йортон заман талаптары буйынса йыһазландырҙы. Ҡатыны, пенсия йәшенә етмәһә лә, эшен ташланы. Элек Нәбиулла эшкә автобуста бара ине, ә хәҙер ҡиммәтле еңел машинала йөрөй. Был йәһәттән күршеләрҙә төрлө һорауҙар тыуҙы, ләкин шикләнеүҙәре имеш-мимештән ары китмәне...
Ғәҙәттә көр күңелле Нәбиулла, эштән ҡайтҡас, өйҙә уны көтөп ятҡан ҡатынының хәл-әхүәлен һораша, ҡара-ҡаршы ултырып сәй эсәләр, диванға ярым ултырып, ярым ятып тигәндәй, телевизор ҡарай, футбол, хоккей уйындарының береһен дә ҡалдырмай. Бөгөн иһә, өҫкө кейемен һалғас, элеп тә торманы, бисәһенең иңенә ташланы. Ҡатыны Нәбиулланың коридорҙан үҙ бүлмәһенә инеп киткәнен генә күреп ҡалды.
Ул көндө Нәбиулла менән, ысынлап та, «берәй нәмә» булды шул.
Нәбиулла тураһындағы имеш-мимештәр, күрше-күлән майҙанынан көтмәгәндә хәбәрселәргә барып еткән, уның исеме гәзит биттәрендә ялтырай башланы.
Нәбиулланы тикшереүсе саҡыртып, һорауҙар яуҙырырға тотондо.
– Исем, фамилияғыҙ?
– Арыҫланов Нәбиулла Саҙретдин улы.
– Тулы йәшегеҙ?
– Һигеҙенсе июлдә илле туғыҙ тула.
Тикшереүсе Нәбиулланың ғаиләһе, балалары, элек ҡайҙа эшләүе, күпме эш хаҡы алыуы тураһында белешкәндән һуң, ҡапыл ғына:
– Эш хаҡығыҙ артыҡ ҙур түгел, ҡайҙан килде, йәки алдығыҙ шундай ҙур байлыҡты? – тигән һорау сәпәне. «Килде» һүҙенән һуң «алдығыҙ»ҙы тикшереүсе айырыуса ҙур баҫым менән әйтте. Йорт һалдырғандан һуң Нәбиулла был һорауҙы көткәйне. Яуабы әҙер:
– Әсәйем, йәне ожмахта булғыры, бик дини кеше ине.
– Һорауға яуап бирегеҙ!
– Минең әйткәндәр һеҙҙең һорауға яуап ул, – тине Нәбиулла. – Әсәйем ғүмер буйы муйынына бетеү тағып йөрөнө. Бетеүендә өс «Аятел-көрси» бар ине: беренсеһе – сихырҙан, икенсеһе төрлө сирҙәрҙән һаҡлай, өсөнсөһө мал-мөлкәт килтерә торған. Мин шул «мал-мөлкәт» доғаһынан файҙаландым.
– Быныһы мәсьәләгә яҡын кеүек, дауам итегеҙ.
– «Аятел-көрси»ҙә яҙылғанса етенсе айҙың етенсе көнөнөң ете төн уртаһында ете тау араһындағы яланға барҙым, таяҡ менән ҙур түңәрәк һыҙып, түңәрәк эсенә инеп ултырҙым, «мал-мөлкәт» доғаһын уҡый башланым. Шунан түңәрәкте ендәр сорнап алды. «Аятел-көрси»ҙе уҡығанда ендәрҙең ояһына ут ҡаба икәнен мин белә инем. Уҡый башлау менән, ике тау араһынан яп-яҡты ялҡын күренде. Мин уҡыған һайын ул нығыраҡ ялҡынлана, күккә бейегерәк күтәрелә башланы. Ендәр: «Туҡта, зинһар, башҡа уҡыма!» – тип ялбарырға кереште. Мин ашыҡмай ғына уҡыуҙы дауам иттем. Шул саҡ эргәмә ендәр батшаһы килде лә: «Әфәнде, зинһар уҡыма, нимә теләйһең, шуны килтерәбеҙ!» – тип, тағы ла нығыраҡ меҫкенләнеп ялына башланы. Форсаттан файҙаланып, мин бойороҡ бирҙем:
– Өс ҡатлы йорт һалығыҙ, йортто заманса йыһазландырығыҙ, көн һайын кәрәкле күләмдә аҙыҡ-түлек килтерегеҙ! – тинем.
– Күршеләрегеҙ һөйләүе буйынса, һеҙҙең төҙөлөп ятҡан йортоғоҙ тирәһендә ендәр бер ҡасан да күренмәгән.
– Мин ендәргә, күршеләремдең ҡото осмаһын өсөн, кеше ҡиәфәтенә инергә ҡуштым...
Тикшереүсе Нәбиуллаға бик оҙаҡ шикле ҡарашын төбәп торҙо. Уның ришүәтсе икәнлеген һиҙенә ине ул.
– Бетеүегеҙҙе миңә бирегеҙ, – тине тикшереүсе аҙаҡтан. – Уның ҡөҙрәтенә мин шәхсән үҙем ышанырға тейешмен.
Нәбиулла хоҡуҡ һаҡсыһының тел төбөн шундуҡ аңлап алды, шатланып риза булды.
– Ендәрҙән яңы “Мерседес-бенц” һорағыҙ, – тип кәңәш төртөргә лә онотманы.
Икенсе осрашҡанда тикшереүсе Нәбиулланы ҡосаҡ йәйеп тиерлек ҡаршы алды.
– Һеҙ хаҡлы! – тине ул. – Бетеүегеҙ ысынлап та хикмәтле икән! Шуға күрә башҡа һеҙҙе борсоп тормаҫҡа ҡарар иттем!
Кисә кис, үҙе өйҙә юҡта, тикшереүсенең ихатаһына Нәбиулланың “ендәре” өр-яңы “Мерседес-бенц” килтереп ҡуйғайны шул.
Нәдһәт ФӘТХИЕВ.
Фото: 900igr.net