Ана теге бригадалағы ерән ҡашҡа шуның тоҡомо. Бик шәп ине ул. Шунан күп тә тормай Ғәйниямалды урлап ҡастым.
Ғәйниямал менән, шулай, кистән күрешеп, вәғәҙәләр бирештек тә, иртә менән волосҡа барып яҙылышырға булдыҡ. Үҙең беләһең, Ғәйниямалдың әсәһе ҡыҙын миңә бирергә күнһә лә, атаһы бик ҡаршы төшә ине. Беҙ эште уға белгертмәйенсә генә, йәшерен эшләргә булдыҡ. Бер загсҡа яҙылып алғас, әллә ҡайҙа китмәҫе билдәле бит инде уның.
Таң атты, мин ҡара айғырҙы эсереп алып ҡайтып, ҡырғыслап тимер тәгәрмәсле йәшник арбаға ектем дә өйгә индем. Әсәйем тороп, мейескә яғырға, атайым сарығын кейергә тотонғайны:
– Атай, әсәй, – мин әйтәм, – Ғәйниямал менән волосҡа барып яҙылырға булдыҡ инде. Ғәйниямалдың йәше тураһындағы ҡағыҙҙы өрлөктән алып бир әле, атай, – тинем.
Ғәйниямалдың метрикаһы беҙгә һаҡларға ҡуйылғайны.
Атайым өрлөккә ҡыҫтырған ҡағыҙҙарҙы алып, аҡтарып-аҡтарып ҡараны ла:
– Ошо булһа кәрәк, – тип, бер ҡағыҙҙы миңә һондо.
– Шул, шул!
Ҡағыҙҙы алып, кеҫәгә һалдым.
Ул арала Ғәйниямал да кейенеп-яһанып килеп еткән.
Беҙ ауылды сығып, Бүре ҡашлағын үрләгәндә, ҡыҙарып ҡояш та сыҡты.
– Вот, Ғәйниямал, хәҙер ирле-бисәле булып торорға ла ваҡыт етте. Бөгөн барып эште бөтөрһәк, атайың башын ташҡа бәреп илаһа ла, эш уҙған булыр. Эйе бит, һылыуым, Ғәйниямал? – тип уны ҡосаҡлайым.
Ғәйниямал иркәләнеп:
– Әллә ниңә күңелем ултырып бөтә алмай шул әле, – ти.
– Нишләп? Бына хәҙер барып етәбеҙ ҙә яҙылабыҙ.
Ҡара айғырҙың тире лә сыҡманы, беҙ волость алдына барып та туҡтаныҡ.
Беренсе нәүбәттә – беҙ. Теге яҙып тороусы:
– Ә, Шәрәфи, хәйерле булһын! Хәҙер никахлайбыҙ. Танытмаларығыҙҙы бирегеҙ! – тине.
Танытмаларҙы бирҙем. Теге, алып, бер аҙ йылмайып торҙо ла ҡысҡырып уҡый башланы:
– Ҡара айғыр, ялы һул яҡта, дүрт йәш ярымда, ҡолағы арттан ярған…
Волоста булған бөтә халыҡ шарҡылдап көлә башланы, мин оятымдан ни эшләргә белмәйем. Ғәйниямал һыҡтай.
Атайым теге өрлөккә ҡыҫтырған яҙыуҙар араһынан Ғәйниямал танытмаһы урынына ҡара айғырҙың распискаһын биргән дә ебәргән. Мин үҙем дә бик абайламаным шул, ҡараһам, әллә белгән дә булыр инем. Ғәйниямал яҙыуы – оҙонсараҡ ҡағыҙға, ә ҡара айғыр распискаһы дүрткелерәк ҡағыҙға яҙылғайны. Эй инәләбеҙ, эй ялынабыҙ… Ярай әле сторож бабай ярҙам итте:
– Мин беләм: Ғәйниямалдың йәше еткән уның, – ти.
Ул арала булмай, ауыл Советы председателе Тимерәй ағайым да ни эшләптер килеп инде. Ул да дөрөҫләне.
Шулай итеп, көс-хәл менән ирле-бисәле булып ҡайттыҡ. Үҙебеҙҙең совет кешеләре булғас, тыңланылар инде.
Әле лә районға барған һайын таныш-белештәр:
– Ҡара айғыр менән татыу ғына тораһығыҙмы? Бик сығынламаймы? – тип, көлөп, тәҡәтемде ҡоротоп бөтәләр.
Ғариф ҒҮМӘР.