+14 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Саңһурғыс һәм һарыҡ

Риф МИФТАХОВ Хикәйә Ҡырҙырып алынған түбәһенә, киң маңлайына борсаҡ-бор­саҡ булып ҡалҡҡан тирҙәрен һөрткөләп, ҡыҙара бүртеп, сәй һе­мергән Толомбайға, өҫтәле янына яҡынлашҡас, Хәсби өндәш­те:– Атаһы, беҙҙе туйға саҡыралар бит әле.

Саңһурғыс һәм һарыҡСаңһурғыс һәм һарыҡ
Саңһурғыс һәм һарыҡ

– Кемдәр?
– Исхаҡ еҙнәләр, малайҙары өй­ләнә бит.
Толомбай уң ҡулы менән елкә­һенә һуҡҡыланы.
– Туй бит ул, ҡоро ауыҙ күтәреп кенә барып булмай. Тағы әллә күпме расход сығасаҡ.
– Ҡуй, атаһы. Борсолма, баш һау булһа, табырбыҙ, – тип ҡатыны ирен тынысландырҙы. – Кешенән кәм түгелбеҙ, бүләктең дә бына тигәнен алып барырбыҙ.
– Уныһы шулай инде, – тип, Толомбай ҙа килеште. – Тик нимә алып барабыҙ тиеүем генә, кеше араһында кәм-хур булырлыҡ бул­маһын.
Ошо сәғәттән Толомбай менән Хәсби йәштәр туйына нимә алып барыу хаҡында ярты төнгә ҡәҙәр кәңәшләшеп яттылар, ваҡыты-ваҡыты менән бәхәсләшеп тә киткеләнеләр...
Уйлана торғас, Толомбай тапты: күрше ауылда йәшәгән Әмин бажаһы менән Сара балдыҙы уларҙың яңы өйҙәрен ҡотлап килтергән саңһурғысты бүләк итергә булды. Хәсби, бүләкте бүләк итәләрме, кит, юҡты һөй­ләмә, ул бит йүнләп эшләмәй ҙә, тип ҡараһа ла, барыбер Толомбай ҡарарынан кире ҡайтманы.
... Һәр туйҙың үҙ йыры, үҙ йола­һы була. Был туй ҙа ғәжәп күңелле, үҙенсәлекле башланып китте. Мәжлес ҡыҙғандан-ҡыҙа, ҡоҙа- ҡоҙағыйҙарҙың, ҡоҙа-ҡоҙасалар­ҙың телдәре минутлап асылған­дан-асыла барҙы. Бына бер саҡ бүләк биреү башланды. Ҡыҙ яғынан да, егет яғынан да бәләкәй генә комиссия ойошторолдо ла, улар эшкә лә тотондо. Былар һәр бүләкте ентекләп ҡарап алды. Кемдәрҙән икәнен яҙып барҙылар. Ҡунаҡтар иһә, бүләк күренеү ме­нән, геүләшеп ҡаршы­ланы, хатта ҡул сабып ебәрҙе.
Бына сират Толомбай менән Хәс­бигә лә килеп етте. Саңһурғыс­ты йәшниге менән туй бүлмәһенә алып инделәр. Барыһы ла геү итеп ҡалды.
– Йәле, йәле, беҙ уға йән өрәйек, эшләгәнен күрәйек, – тине шаян ҡоҙаларҙың береһе.
Шунда уҡ кемдер уны токка то­таштырҙы. Саңһурғыс ярты минут самаһы ғына эшләне лә, бөтәһен дә аптыратып, “шып” итеп туҡтаны ла ҡуйҙы. Шул саҡ Толомбай саҡ иҙәнгә ултырманы. Хәсби иһә, ке­шеләр күрмәҫ элек тип, шым ғына икенсе бүлмәгә ыңғайланы. Теге шаян ҡоҙа төрттөрөп тә алды:
– Бәй, ҡоҙа, әллә тауышһыҙ эшләй торған машина килтергән­һең инде, ниңәлер бик тиҙ һүнде.
Туйҙағылар көлөшә-көлөшә тел сарлай башланы. Бер нисә ҡоҙа саңһурғысты һелкетеп тә, һуҡҡы­лап та ҡараны, тик теге “ых” та ит­­мә­не. Шул саҡ саңһурғысҡа яҡын ғына ултырған, Толомбай танып етмәгән бер оло йәштәге ҡоҙа өндәште:
– Анау шнурын әҙерәк ҡуҙғаты­ғыҙ әле.
Кемдер мәтәштерҙе, ләкин мотор барыбер тоҡанманы. Теге ҡоҙа үҙе әҙ генә ҡағылғайны, саңһур­ғыс «телгә килде» лә ҡуйҙы. Бөтәһе лә «Молодец!» тип яңынан геүләш­те. Ә теге оло йәштәге ҡоҙа:
– Таныш мал бит, – тине лә, мы­йығын бороп, йылмайып, урынына йәтешләберәк ултырҙы. Был ваҡыт Толомбайҙың йөҙөнә ҡарар­лыҡ түгел ине: ул бер ағарҙы, бер ҡы­ҙарҙы, бер күгәрҙе…
Туй дауам итте. Сиратҡа яңы бүләк тапшырыусы баҫты. Әлеге хәл онотолоп, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы тиерлек. Тик Толомбай ғына онотманы, улай ғынамы, ул, ғәр­легенән ер тише­ге­нә инерҙәй булып, ни эшләргә лә бел­мәне. Оятынан, алдына ҡу­йылған рюмка­ларҙы һелтәп кенә ул­тырҙы. Хәсби ҙә, мәж­лес ныҡ ҡыҙғас ҡына, кеше ара­һында күренде.
Бына бер саҡ йырҙан – бейеүгә, бейеүҙән таҡмаҡҡа күстеләр: мәжлес нөктәһенә етә башланы. Толомбай ҙа оялыуын онотҡандай булды, тик барыбер кү­ңеле ба­ҫыл­­маны. Уңайын тап килтереп, теге ҡоҙа янына барып ултырҙы ла:
– Ул һеҙгә ҡайҙан таныш? – тип, бышылдап ҡына һораны.
– Нимә таныш? – тине теге ҡоҙа, аптырап.
– Саңһурғысты әй­тәм.
– Бәй, уны мин Әмин бажаға үҙем бүләк иткәйнем дә. Ул һеҙгә бүләк иткән икән. Бер төшөргәндә әйтеп һалғайны шул… Мин уны шунда уҡ таныным, корпусы алғы яҡтан әҙ генә ярыл­ғайны, һаман шул көйө икән. Теге шнуры ла әҙерәк кантачить итмәй ине.
– Үлтермә, ҡоҙа, – тине Толомбай, тыны ҡыҫылып, – был хаҡта берәйһенә һөйләп ҡуйма инде.
– Ә һөйләһәм?
– Һөйләмә, бер һарыҡ һи­неке. Бына аш өҫтө.
– Ярар, килештек, ҡоҙа…
Туй төн буйы дауам итте. Толом­бай Зәки ҡоҙаһы менән (исемен дә белә инде) теге хаҡта тағы ла әллә күпме сер­ләштеләр. Һуң­ғыһында Зәки үҙе лә асылып китте.
– Һин, ҡоҙа, – тине ул, То­лом­байҙы ҡосаҡлап, – ул тиклем борсолма, ул саң­һурғысты миңә лә Гәрәй бажа өй туйлап бүләк ит­кәй­не. Ул шәп әйбер булып сыҡты, бына шулай ҡул­дан-ҡул­ға, өйҙән-өйгә йө­рөп ята. Һәйбәт мал бер ҡулда тормай инде.
– Бәй, ҡоҙа, – ул саҡта…
– Юҡ, һарыҡ минеке, юҡһа, хәҙер оятҡа ҡал­дырам. Мин дә һинең хәл­дә булдым, кәзә бәрәсе биреп ҡотолдом…
– Ярар, ҡоҙа, һарыҡ һи­неке, – тик ләм-мим…
Туй баҫыла төштө. Толомбай менән Зәки генә, бер-береһен ҡыҫтай-ҡыҫ­тай, һыйлана, сер­ләшә бирҙеләр. Икеһе лә был минутта үтә шат, бәхетле ине.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас