Бер көн шулай төш ваҡытында Мырҙағаян ағай ашығып комбайны менән килеп туҡтаны. Беҙ уны үҙебеҙсә Мырҙай тип йөрөтәбеҙ. Ул килеп етер-етмәҫтән үк урман яңғыратып:
– Әнүәр! Ашың бешкәнме, асыҡтырҙы! – тип, беҙҙең янға атланы.
– Бешкән-бешкән, һеҙҙе генә көтәм, – тине тегеһе яуаплап.
Мырҙай ағай ҙур туҫтаҡты һайлап, аш һалдырып алды. Өҫтәл артына барып ултырғас, иң тәүҙә тоҙға йәбеште. Ярты ҡалаҡтан ашыу тоҙҙо ашына һалып бутаны ла, бер-ике ҡалаҡ ҡабып өлгөрҙөмө-юҡмы, комбайн эргәһенә машина килеп туҡтаны. Мырҙай ағай ырғып тороп, Әнүәр ағай, ашым тороп торһон инде, мин тиҙ генә бункерҙы бушатып киләйем, тип, йүгерә-атлай комбайны яғына ашыҡты.
– Әнүәр ағай, әллә ашыңдың тоҙо әҙерәкме? Мырҙай ағай ашына ярты ҡалаҡ тоҙ һалды, – тип, аптырап һорап ҡуйҙым.
– Ашты ашап та ҡарамайынса бер ҡалаҡ тоҙҙо тондормаһа, ул Мырҙай буламы инде, – тине Әнүәр ағай. Ошо урында минең башҡа бер уй килде.
Ярты ҡалаҡ тоҙ һалып, Мырҙай ағайҙың ашына өҫтәнем дә, тиҙ генә ағас араһына, утынға тип инеп киттем. Бер ҡосаҡ сыбыҡ-сабыҡ күтәреп сыҡҡанда, комбайнерҙар, шоферҙар өҫтәл артында ашап ултыра ине. Мырҙай ағай ҙа, бункерын бушата һалып, үҙенең туҫтағын алып ашын ашай башланы. Туҫтағының төбөнә төшөп етер алдынан ҡалағына эйәреп тоҙ өйөмдәре сыға башланы. Берсә ҡалағына, берсә ашына аптырап ҡарап ултыра торғас, ашын тағы ла бутап алды. Тағы ла тоҙ өйөмдәренә барып төртөлдө. Эштең нимәлә икәнен һиҙепме:
– Кемегеҙ минең менән былай шаярҙы?! – тип, ялан яңғыратып ҡысҡырып ебәрҙе. Тыныс ҡына ашап ултырған башҡалар ишетер-ишетелмәҫ итеп кенә көлөшөп алды ла, ашауын дауам итте. Ағай кеше, елкәһен тырнап, ни эшләргә белмәй аптырап торғас, ҡалған ашын ағас төбөнә барып һибеп ебәрҙе, Әнүәр ағайҙан аш һалдырып алды ла, ярты ҡалаҡтан ашыу тоҙ һалып, ашай башланы. Шунан бирле артында беҙ уны «Тоҙ Мырҙай» тип йөрөтә башланыҡ.
Энгель ҒӘЙФУЛЛИН.