+14 °С
Облачно

Мөхәббәт һынауы аша

(Булған хәл) Йырҙарҙа йырланғанса, мөхәб­бәт ул шундай изге төшөнсә, уның ҡөҙрәте лә ҙур, таралыу даирәһе лә киң, йәшкә лә, мил­ләткә лә ҡарамай ғына йырлата ла илата, бейетә лә һикертә, утҡа ла һала, һыуға ла индерә, уйната ла, шаярта ла, шаштыра ла.

Мөхәббәт һынауы ашаМөхәббәт һынауы аша
Мөхәббәт һынауы аша

Дө­йөм­ләп әйт­кән­дә, һәр кемде төрлө һы­науҙарға дусар итә торған илаһи көс. Билдәле, ғишыҡ утында яныусыларҙың был ваҡытта холҡо ла үҙгәрә, аңы ла томаланып тора. Нәҡ шул ваҡытта бер ҡоҙасам менән булған ваҡиғаны һеҙгә еткермәк­семен.
Бынан байтаҡ йылдар элек әле миңә ҡоҙаса ла булмаған Ғафури ҡыҙы Нурия, әле ҡоҙа булырға ла өлгөрмәгән яҡташ егет Ислам баш ҡалабыҙҙағы Салауат һәй­кәле янында таныша. Улар ти­мерҙе ҡыҙыуында һуҡмайын­са, бер-береһен иләк аша үткәр­гәндән һуң ғына сәстәрен сәскә бәйләргә хәл итә.
Уҡыуын тамамлап, район үҙә­генә эшкә ҡайтҡан егет оҙаҡ­ламай ата-әсәләре менән таныштырыу өсөн һөйгәнен үҙҙәренә саҡыра. Әлбиттә, ҡанатланған ҡыҙ юлға ашҡына. Ниһайәт, Сибай самолетына улты­рырға саҡы­ралар. Башын төрлө уйҙар солғап алған ҡыҙ ҙа билетын тотоп само­летҡа инеп урынлаша. Тулҡын­ланыуы көсәйә, ә ваҡыт бик яй үтә. Һөйләшелһә лә Сибайҙа егете ҡаршы алырмы, ул тағы нин­дәй Монголияла йәшәй икән, өҫ­тәүенә, шул тирәлә үк Голливуд та, Шанхай ҙа барлығын ишетеп аптырағайны. Ҡайҙан хасил булды икән улары, тип уйҙарға сумып ултырғанда имен-һау ергә килеп төшәләр. Ҡаршы алыусылар ара­һында егетен байҡау өсөн иллю­минаторға күҙ баҡһа, ышанырһыңмы-юҡмы, ундағы “Нефтекамск” яҙыуын күреп иҫен юғалта яҙа. Нимә эшләргә белмәй иҫәңгерәп ултырғанда эргә­һенә килгән пилот менән стюар­дессаға хәлен саҡ аңлата ала. Шул уҡ самолетта кире Өфөгә оса. Унда Сибайға яңынан билет алырға кас­саға барһа, аҙна буйына билеттар һатылып бөткән булып сыға. Мө­хәб­бәткә кәртә юҡ тиелһә лә, булғылай икән шул. Ҡыҙ аэропорттан сығып илап торғанда янына пилот кейе­мен­дәге ағай килеп баҫа: “Һең­лекәш, нимә булды, ниңә күҙ йәш­тәрең­де түгәһең?” (Ул аэропорт начальнигы булған). Ниндәй мажа­раларға юлығыуын һөйләп биргәс тә ағай кеше: “Изге юлдаһың, ҡы­ҙыҡай, ярҙам итмәй бул­маҫ”, – тип ҡулындағы билетын алып инеп китә һәм бер аҙҙан: “Си­байға икенсе рейс осорға йыйына, йүгер!” – тип билетын тотто­ра.
Шулай итеп, бер көндә бер билет менән өс мәртәбә һауаға кү­тәрелгән ҡыҙ урау-урау юлдар үтеп булһа ла (ә теге самолетҡа яңылыш ултыртып ебәргән ҡыҙ­ҙар­ҙың да мөхәббәт утында янған осоро булғандыр, тигән фекерҙә ҡалайыҡ), имен-һау Сибайға килеп төшә. Шикләнеп кенә иллю­ми­наторға ҡараһа, һөйгәненең яңғыҙ ғына баҫып торғанын кү­реп, тағы күҙҙәренә йәш ала. Тик былары шатлыҡ, бәхет йәштәре була.
Артабан йәштәр өлгөлө тормош көтә, тәрбиәле балалар үҫтерә, бөгөн хаҡлы ялдалар. Тик ҡоҙа­сам башҡаса самолетҡа ултырманы, мөхәббәт шаяртыуы ла еткәндер...

Фәрит РӘМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас