+24 °С
Облачно

Юрған ябынып

(Эсһәң шарап - эшең харап) Бәләкәйерәк бер фирма булған, ти. Эштәре уң барған. Коллек­тив – берҙәм һәм татыу. Лә­кин бер нәмә ҡамасаулаған: ба­ры­һы ла төшөрөргә яратҡан. Ди­рек­тор ҙа ситтә ҡалмаған, әл­бит­тә.

Юрған ябыныпЮрған ябынып
Юрған ябынып

Сираттағы мәжлестән һуң, хужа коллективты йыйып алған да йыйылыш үткәргән һәм: “Тамсы ла эсмәҫкә!” – тигән бойороҡ сығарған. Кем тотола, уны эштән ҡыуырға хәл иткәндәр. Бер кем дә ҡаршы кил­мәгән.
Ике аҙна үткән... Бөтәһе лә айныҡ... Тик коллективта кө­сөргәнешлек арт­ҡандан-артҡан. Шефтың да түҙемле­ге бөткән – лаяҡыл булғансы эскеһе килә, сыҙарлыҡ хәле ҡалмаған!
Эштән һуң ҡаса-боҫа супер­мар­кетҡа барған да бер әбейҙән үҙенә араҡы һатып алып би­реүен үтенгән, ҡолағына: “Бер кем дә күрмәһен”, – тип бышыл­даған.
Өйҙә ҡараңғы төшөүен түҙем­һеҙ­лек менән көтөп алған. Пәр­ҙәләрҙе тартып ҡуйғас, юрған аҫтына ингән дә шешәне асҡан... Тәүге рюмканан һуң уҡ күңеле күтәрелеп киткән, барлыҡ борсолоуҙары онотолған. Донъя ал да гөл...
Иртән эшкә алып барырға шоферы килгән. Машинаға ултыр­ғас, ул:
– Һаумыһығыҙ, Ғәли Ғәлиевич, һаулығығыҙ нисек? – тип һора­ған.
– Рәхмәт, ба­рыһы ла тәртиптә. – Ә үҙе уйлай: “Сәләмәтлегем ме­нән ниңә ҡыҙыҡһына һуң әле?”
Килеп етәләр. Офис алдында хеҙмәткәрҙәре тәмәке көйрәтә.
– Сәләмебеҙҙе ҡабул ит, Ғәли Ғәлиевич! Һаулыҡтар нисек?
– Рәхмәт, ҡәҙерлеләрем, рәх­мәт! Һәйбәт. – Уйға бата: “Әллә ал­дан һөйләшеп ҡуйғандар, ба­рыһы ла бер үк һорауҙы бирә”.
Секретаршаһы кабинетына инә.
– Хәйерле иртә, шеф! Сәләмәт­легегеҙ нисек?
– Шәп! Бөгөндән Айға оса алам! – Мейеһен һаман шул бер үк һорау быраулай: “Кисә кистән эскәнде береһе лә күрмәгәйне лә баһа?!”
Урынбаҫары килеп етә.
– Сәләм, Ғәли Ғәлиевич! Сәлә­мәтлек?
Хужа, түҙмәй, урынынан һикереп тора ла, ишекте ныҡлап япҡас, бышылдап һорай:

– Ҡара әле, Сәлим, һин миңә аңлата алаһыңмы: эскәнемде фирмала ҡайҙан беләләр ул? Мин шым ғына, юрған аҫтында төшөрҙөм бит.
– Һуң, Ғәли Ғәлиевич, һеҙ шул юрғанды ябынып, төндә ҡалалағы барлыҡ ресторан-кафеларҙы йөрөп сыҡтығыҙ...

Р. ЗИННУРОВ.

Фото: www.pinterest.ru

Юрған ябынып
Юрған ябынып
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас