+17 °С
Облачно

Үлемдән ҡотҡарған көләмәс

Бөйөк Ватан һуғышында ҡат­нашҡан олатайым һөйләгәйне. Уларҙың взводы блиндажда һөжүм итергә бойороҡ көтөп ултыра. Ваҡытты үткәреү, көсөр­гә­нешлекте кәметеү өсөн, көлә­мәстәр һөйләйҙәр.

Үлемдән ҡотҡарған көләмәсҮлемдән ҡотҡарған көләмәс
Үлемдән ҡотҡарған көләмәс

Олатайым­дың сираты етә. Ул революцияға тиклем үк сығарылған көләмәскә туҡтала:
– Ике ир ҡалаға үҙҙәре үҫтер­гән аҙыҡ-түлекте һатырға бара. Алып килгән әйберҙәрен һатып бөткәс, был эште ҡабаҡта билдә­ләргә булалар. Эсәләр, ашайҙар. Ирҙәрҙең береһе серкелдәк кәнәригә иғтибар итә.
– Ниндәй ҡош ул? – тип официанттан һорай.
– Кәнәри.
– Ҡурып бир әле!
– Ярамай! Ул Канар утрауҙа­ры­нан, хаҡы 100 һум (ул осор өсөн бик күп аҡса).
Бер нәмә лә эшләп булмай, ҡунаҡтың талабы мотлаҡ үтә­лергә тейеш. Тәртип шундай. Официант кәнәриҙе ситлеге менән аш-һыу бүлмәһенә алып китә. Бер аҙҙан һуң сығып әйтә:
– Заказ үтәлде. Килтерер­гә­ме?..
Шул ваҡыт немецтар һөжүмгә күтәрелә, блиндаж янында снаряд шартлай. Олатайым аңын юғалта. Блиндаж тупраҡ менән күмелә, взвод тере килеш ер аҫтында ҡала. Ике сәғәт үткәс, һауа етешмәй башлай. Беҙҙеке­ләр контрһөжүмгә күсеп, немец­тарҙы сигенергә мәжбүр итә. Олатайым аңына килә. Ул үҙенең шартлау арҡаһында шундай хәлгә тарыуын аңлай, ләкин уны бер нисә секунд элек кенә булған тип уйлай. Бындай “ваҡ-төйәккә” иғтибар итеп тормайҙар. Ул көләмәсен һөйләп бөтөрөргә була:
– Килтер! Биш тинлек итеп ҡырҡып бир!
Үлемгә дусар ителгән яугирҙар башта был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен төшөнмәй. Төшөнгәс, блиндажда хахылдап көлөү башлана. Эргә­нән үтеп барыусы интенданттар ер аҫтынан килгән тауышты ишетеп, шөр ебәрә. Һуңынан ола­тайымдарҙы үлемдән ҡотҡа­ралар.

Н. ОМОРҘАҠОВ.

Автор:
Читайте нас