Гөлфисә – шыпа яңғыҙ ҡатын. Ире эскенән үлде. Балалары булманы.
– Ҡайғы ҡаймаҡ түгел, минең күрше йота башлаға-а-ан… тиҙ бирешкән хәсрәткә-ә, – тип һуҙҙы Мөстәнетдин.
– Бисәм әсәһенә киткәйне – тиҙ әйләнмәҫ әле. Керәйем, күршемдең күңелем күрәйем. – Мөстәнетдин алан-йолан ҡаранды.
– Туҡта! Постой! Мында мин бар бит әле, ниңә күҙеңде бәзерәйтәһең? Йәтим бисәнең хәлен буйҙаҡ ҡына нығыраҡ аңлай. Гөлфисә сигналды миңә бирә. Мине күрһә, күҙ ҡарашы үҙгәреп китә – мөлдөрәп төбәлә бит ул. Күптән өмөтләнеүен әлегәсә нисек төшөнмәнем икән? – Тәләфетдин урынынан ҡалҡынды.
– Белмәһәң, бел: ҡаршыма тап булһа, ниҙер уйлап, миңә лә текәлә. Матур ҡатындың ҡарашы шундай моңһоу… Ымһынғанын ғына аңламағанмын. Ах, аңра баш! – Мөстәнетдин ҡаҡ маңлайына һуғып ҡуйҙы ла, күҙҙәрен ҡаршы өйҙөң тәҙрәһенә йүнәлтеп, һүҙен дауам итте. – Һаман һуҙманланым – хәҙер үкенәм. Ә бит йыш ҡына, бигерәк тә бисәм өйҙә юҡта, күршемә керергә аяҡтарым тарта ла тора ине – саҡ сыҙай торғайным. Әллә күптән тәүәккәлләр ҙә инем – ҡатыным һаҡта торған эттән былайыраҡ һағаланы шул. – Мөстәнетдин дә йылдам ғына тороп баҫты.
– Ғәҙәтеңде белеп бөткән: бисәләр артынан мәңге мөстәнләнең. – Тәләфетдин ирендәрен бөрөштөрҙө.
– «Йыртыҡ тишектән көлә» тиҙәр. Хәстрүш, мине кәмһетәһеңме? Ә мин һине йәлләйем: ҡатын ҡосағының рәхәтен күрмәйенсә, ғүмереңде тәләф иттең, заяға уҙғарҙың. Байғош бит һин, Тәләфетдин, бәхетһеҙ йән! – Мөстәнетдин, ситкә боролоп, йән көскә сертләтеп төкөрҙө.
– Ярай, малай-шалайға оҡшап, юҡ-бар әйтешмәйек. Сибәр бисәгә ире үлгән көндө үк күҙем төшкәйне. Таштуғандың гүр эйәһе булғанына ике йыл тулды, ә мин Гөлфисәгә хис-тойғоларымды тойҙорманым. Ҡуйыныма алырға уйлайым-уйлайым да тартынам. Ниңә бөгөнгәсә икеләнеп-шикләнеп, бөжләп йөрөнөм икән. Сараһыҙҙан үҙе саҡыра. Егәрле бит ул – донъяһы етеш. Ҡасандан бирле бал-майҙа йөҙөп кенә йәшәр инем. Баҙнатһыҙлығыма үкенәм. Тағы стакан күрһәтә. Хәҙер, Гөлфисә йөрәккәйем, күпкә түҙгәнде, әҙгә түҙ – хәҙер эргәңә килеп етәм. – Ул ҡорҙашына һауалы ҡараш ташланы. – Ярай, Мөстәнетдин, һау бул! – Бик дәртләнгән Тәләфетдин ҡаршылағы ҡапҡаға табан юрғаланы.
Уның артынан ҡарап ҡалған Мөстәнетдин тәрән көрһөндө:
– Өйләнешһәләр, ялҡау Тәләфетдиндең бүреһе олор инде. Ҡатынды ҡалдырып, Гөлфисәгә йортҡа керергә ниңә элегерәк башыма килмәне икән? Әх-ти, үкендерә. Минең ҡатын ҡоторған алабайҙан арттырып абалай: һыу ташырға, картуф ҡаҙырға, утын ярырға ҡуша. Ә Гөлфисә Таштуғанын улай ыҙалатманы. – Мөстәнетдин ҡарашын ҡаршы йорттан алмай, баҫҡан урынында тапанды.
…Ишек асылғанын Гөлфисә ишетмәне шикелле: өҫтәлгә теҙелгән эреле-ваҡлы һауыт-һаба менән булашыуын белде.
– Ҡайнар сәләмдәр, сибәр бисә Гөлфисә! «Бисә» тиергә тел бармай – йәш ҡыҙҙарға тиңләрлек әле һин: матурлығың таң ҡалдыра, егәрлегең елкендерә, ҡараштарың ҡаушата, – тип тәтелдәне Тәләфетдин.
– Ә-ә, ағай, һин икәнһең. Ҡайһылай һүҙгә оҫтаһың. – Гөлфисә тотлоҡто: «Эшкә лә шулай шәп булһаң икән»,– тип саҡ әйтмәне.
– Көн итмешең бөтөн – ғәләмәт хәлле йәшәйһең икән.
– Туған-тыумасаларым да шулай ти. Таштуған баҡыйлыҡҡа күскәс, донъям ҡотайҙы. Йәмәғәтемде «йәшел йылан» ҡосағынан айырырға айҡалаштым-талаштым: араҡыны ташлата алманым. Бахырҡай ҡара гүр ҡуйынына кергәнсе бар тапҡан-таянғанымды тамағына оҙатты ла торҙо. – Хужабикә хәбәрен икенсегә борҙо. – Баҙнатһыҙ балаға оҡшап, ниңә ишек төбөндә тораһың? Уҙ, ултыр, йомошоңдо әйт, ағай.
Тәләфетдин ҡыйыуланды, йәһәт кенә түргә үтте. Ул арала Гөлфисә, тәҙрәгә табан боролоп, ҡулындағы стаканды өҫкә күтәрҙе лә иғтибар менән төбөн ҡарарға тотондо.
– Үҙең әйт йомошоңдо, ҡул болғап, ниңә саҡырҙың? – Тәләфетдин мут йылмайҙы ла өҫтәл өҫтөнә теҙелгән эреле-ваҡлы һауыттарҙы күҙҙән үткәрҙе. – Нимә эшләйһең?
– Гөл үҫентеләрен тикшерәм. Әллә йылылыҡ, әллә яҡтылыҡ етешмәй: күбеһенең тамыры мандымаған. Бигерәк яратам шуларҙы – мыныһы миләүшә, мыныһы яран, мыныһы…
Тәләфетдин түҙмәне, Гөлфисәнең һүҙен бүлдерҙе:
– Ә ниңә тамырҙы тәҙрәгә ҡарап тикшерәһең?
– Яҡтыла яҡшыраҡ күренә. Мынауы тамсы гөлдөң генә тамыры арыуыраҡ. Йомошоңдо әйт, ағай. – Хужабикә бокал-стакандарҙан күҙен алманы.
«Елле егет»тең кинәнестәре кинәт кәмене, кәүҙәһе кесерәйҙе. Әммә ниңә килеүенең сәбәбен үҙгәртеп ебәрергә көсө етте:
– Ни… Мөстәнетдиндең эсе боша – ҡәйнәһе сирләй икән. «Яртыһы ултырһа, үтескә биреп торһон» тип, мине кереткәйне.
– Өйҙә араҡы тотмайым мин, ағай! Һеҙҙе һуҡмыш сағығыҙҙа осратһам: «Быларҙы ла «йәшел йылан» быуып үлтерер инде» тип, ҡурҡып ҡарайым. Бөтәшкән күҙҙәрегеҙҙе, шешенгән йөҙөгөҙҙө шөбһәләнеп күҙәтәм. Әжәле еткән әҙәмдең төҫө үҙгәрә, күҙ нуры бөтә. Кем үлһә лә йәл. – Гөлфисә түгелеп иларға тотондо.
Тәләфетдиндең кәйефе китте. Өмөттәре өҙөлһә лә: «Форсаты сыҡҡанда ҡосаҡлап үбәйем әле, йыуатҡан булайым. Тере йән бит, бәлки, әүрәр…» тип уйланы ла ҡатынҡайға ынтылды. Тик ибәтәйһеҙ үрелде – пинжәк салғыйына эләгеп, өҫтәлдәге стакандар иҙәнгә төшөп китте. Көтөлмәгән хәлгә һеңгәҙәгән Тәләфетдин һиҙмәй ҙә ҡалды – гөлдәр үҫентеһенә баҫты.
– Ай, әрәм генә иттең! – Хужабикә, йәне көйгәнен һис йәшермәй, Тәләфетдингә текәлде. – Тфү! Эскеселәрҙе күрә алмайым! Бүтән аяҡ баҫма тупһама! Мөстәнетдин шешәләшеңә әйт: араҡы эҙләп, мөстәнләп йөрөмәһен! Бар, бар, күҙемә күренмә!
– Биғәйбә… – Быныһы баҙанғайны, тотлоҡто. – Ул, юҡҡа өмөтләнгәненә сикһеҙ үкенеп, арты менән ишеккә сигенде, йәһәт кенә сығып китте.
«Мин, йүләр, күҙе тонған эскесене түргә саҡырам бит әле…» – үҙенең ихласлығына, эскерһеҙлегенә Гөлфисә лә бик үкенә ине.