Туҡталыштарҙың береһендә ҡыҙыл битле әбей ҡаптарҙы алмаштыра ла, бер ни ҙә булмағандай, трамвайҙан төшөп ҡала. Пассажирҙарҙың шаулашҡанына йоҡомһорап килгән әбей уяна. Ни булғанын аңлап алғас, һығылып иларға тотона. Уны бер нисек тә тынысландыра алмайҙар. Аптырағас, янындағы пассажирҙар аҡса йыйырға була.
– Әбей, иламағыҙ, – ти улар. – Беҙ хәҙер һиңә яңы торт алып бирәбеҙ. Ошондайҙы уҡ, ун һумға.
Әбей янындағы кешеләргә күтәрелеп ҡарай ҙа, ни өсөн күҙ йәштәрен түгеүен һөйләп бирә. Уны тыңлағас, трамвайҙы көлөү тауыштары баҫа.
Ул ун ике йыл буйына бесәй аҫраған. Бер-береһенә ныҡ эйәләшкәндәр. Кисә яратҡан бесәйе йән биргән, әле уны зыяратҡа алып китеп бара икән. Ун тәңкәлек торт ҡабына һалып...
Ә тегеһе? Ҡылған ҡылығынан ҡәнәғәт ҡарсыҡ сәй ҡайнатҡас, ирендәрен ялай-ялай өҫтәлдәге ҡапты аса...
И. САБИТОВ.
Фото: klykva.ru