Танаҡайҙың тәржемәи хәле хаттин да мөшкөл булғанға беҙгә мөрәжәғәт ҡылырға баҙнат иткәндер. Бына ул хат:
«Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция! Минең мөхәрририәт хәтлем мөхәрририәткә быҙау ғына башым менән хат яҙып һалырға тәүәккәлләүемдең ҙур сәбәбе бар.
Баштан төшәйем әле.
– Мин оҙон керпекле, ҙур күҙле матур ғына ала быҙау булып Ҡундыбай ауылында донъяға килдем. Мине башта ҡоро, йылы ерҙә тоттолар. Хужалар – ағай, апай, уларҙың балалары ла яраттылар. Унан әсәй менән бергә көтөүгә йөрөй башланыҡ. «Көтөүсе» тип аталған хужабыҙ ҙа һәйбәт кеше булып сыҡты: беҙҙе үләнле генә ергә йөрөтөп ашата, ҡурҡыныс итеп аҡырып туҡмамай, эсерергә лә ваҡытында алып бара, шуға ла һыйырҙарҙың елене тулып ҡайта. Әсәйем дә уны маҡтай.
Ә күрше көтөүҙең көтөүсеһе яман! Һыйырҙарҙы бер тирәлә йөрөтә, аҡырып-баҡырып, шарт та шорт сыбыртҡыһы менән бахырҙарҙың арыҡ ҡабырғаларын ҡайыҙлапмы ҡайыҙлай. Апайым шул яһилға эләкте, бахырым. Теге малды бер туплауға һалып ҡуя ла, көнө буйы шунда тота меҫкендәрҙе. Апайым ана, үләнле йәй уртаһында ла, ҡаҡ һөйәккә ҡалып йөрөй.
Апайым көтөүсенән генә түгел, үҙ хужаларынан да уңмаған, күрәһең. Бер көндө, урамдарҙы яңылышып, улар яғына барып сыҡҡанмын. Һыйырҙар, көтөүҙән ҡайтып, елендәрен бушатҡан саҡ. Апайым мине күргәс, ҡыуанысынан мөңрәп ебәрҙе лә: «Әй-й, туғанҡайым…» – тип шар асыҡ ҡапҡанан эргәмә сығып баҫты. Унан: «Хужабикәм бөгөн дә һауманы, үләм бит инде. Минең хәлдәремде еңеләйтеп кенә китсе, һөтөмдө имеп кенә, елендәремде бушатһаң ине», – тип, илай-илай миңә өндәште.
Апайымдың үтенесен үтәгәс, ул тәрән итеп рәхәтләнеп бер тын алды ла, күҙҙәренән тәгәрәп төшкән йәштәрен һыртыма ышҡынып һөрткәс:
– Бына, туғанҡайым, йорттағы бөтә мал-хайуанҡайҙар хужа күҙенә ҡарап тора бит ул. Хужаң яҡшы күңелле кеше икән – мал унан уңды тигән һүҙ. Ә ҡаты бәғерле икән – фәтүә көтмә. Бына минең хужабикәм эсә. Иртән башы ауырта. Башы ауыртҡас, үсен минән ала. Мин дә яфаланһын, елене һыҙлаһын, ти инде. Һауырға сыҡмай ҙа ҡуя. Көнө буйы урман-ҡырҙар иңләгән аяҡтарым тала, йөрөү үҙенекен итә – күҙҙәремде йоҡо баҫа. Тәүҙә ятмай түҙәм. Шунан ипләп кенә ятып ҡарайым, еленем һыҙла-а-а-й, шулай ҙа түҙәм. Иртүк бәхетле кешеләрҙең һыйырҙары көтөүгә китә. Мин дә хужабикәмдең сығыуын көтөп торған булам. Көтөп-көтөп көтөк булғас, ҡапҡаны кәкре мөгөҙҙәрем менән көс-хәлгә ҡайырып асып, урамға сығам. Тик атлауы ауыр, бара бирәм дә туҡтайым. Һыҙланыуға түҙмәй мөңрәп ебәрәм. Ярай әле, ҡайсаҡ күрше ҡатындары мине йәлләп индереп һауып, көтөүгә тиклем оҙатып ҡуялар, – тип һөйләне. Шунан:
– Беҙ, һыйыр малы, былай ҙа ыҙалап һөт алып ҡайтабыҙ, уның әләф-тәләф ителеүенә нисек йөрәгең әрнемәҫ! – тип уфылдап көрһөндө.
Апайым менән хушлашып, үҙебеҙгә ыңғайланым. Өйҙө табып, ҡапҡа алдына етеүем булды, хужабикәм арҡамдан яратып, һөйөп ҡаршы алды:
– Әй, бәләкәс, вәт маладис, юлды үҙе табып ҡайтҡан бит, – ти үҙе.
Унан әсәйем янына йүгерҙем. Уның елендәре бушаған, тап-таҙа итеп йыуылған, йомшаҡ сепрәк менән һөртөп ҡуйылған. Ятыр урыны ла таҙа.
Хужаң кем икәнлеген белгең килһә, малының торған ерен ҡара, тигән һүҙҙәрҙе бер ваҡыт ишетеп ҡалғайным. Уны беҙҙең көтөүсе кемгәлер әйткән ине. Минең апайымдың яфаланыуҙары хаҡында берәй яҡшы күңелле кеше уҡып, үҙенә һатып алмаҫ микән, тигән уй менән яҙҙым был хатты. Бәлки, йәлләрһегеҙ… Сәләм менән, Ала быҙау».
Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА.