Ҡарар ҡылыуын ҡылды, әммә был яҡты донъянан ниндәй ысул менән китергә? Ошо һорау хәҙер Үмәркәй өсөн төп һорауға әйләнде. Башына килгән иң беренсе уй – аҫылынып үлеү ине. Ә аҫылыныу өсөн бау кәрәк. Үмәркәйҙең иҫке кер бауына аҫылынып үлгеһе килмәй. Аҫылынһаң, ағастың аҫылына аҫылын, тиҙәр бит. Үмәркәй бер көн супермаркетта бик матур арҡан күргәйне. Төрлө төҫтәге сепрәк киҫәктәренән ишелгәйне ул. Үмәркәй шуны алып ҡайтты. Алып ҡайтты, таҙарынды-йыуынды һәм башын элмәккә тыҡты. Унан: “Хуш, яҡты донъя!” – тип, эсенән генә хушлашып, баҫҡан ултырғысын сайҡалдырып ебәрҙе. Сайҡалдырып ебәреүе булды – “лап” итеп иҙәнгә килеп тә төштө. Унан-бынан ғына, әштөр-өштөр генә ишелгән ҡытай арҡаны сифатһыҙ ине – өҙөлдө, әлбиттә. Башҡа магазинға барыуҙың мәғәнәһе юҡ ине – хужалыҡ тауарҙары сауҙаһын ҡытайҙар баҫып алғанлығын белә ине ул. Унан һуң, Үмәркәйҙең йөрөрлөк йүне лә ҡалмағайны – йығылғанда янбаш һөйәге имгәнгәйне уның. Әллә күпме дауаланып ятырға тура килде. Ниһайәт, һауыҡты, әммә баштағы уйынан төңөлмәне. Теге уңышһыҙлыҡтан һуң, уның аҫылынып үлгеһе килмәй ине инде. Иң яҡшыһы – һыуға батып үлеү, тигән фекергә килде ул. Таҙарынды-йыуынды, китте йылға буйына. Муйынына таш таҡты. Ярҙан һикерер алдынан, тәрән һулыш алып, зәңгәр күккә баҡты. Унан: “Хуш, яҡты донъя!” – тип, эсенән генә хушлашып, һыуға текәлде. Текәлде лә, шаҡ ҡатты: һыу өҫтө шундай бысраҡ, йәшелле-күкле әллә ниндәй таптар аға, балыҡ үләкһәләре йөҙә ине унда. Үмәркәй юрый ғына һыуға бармағын тығып ҡараны. Ни күҙе менән күрһен, бармағы, дегет силәгенә манып алғандай, ҡап-ҡара ине! “Тап-таҙа көйөмә нишләп шундай шаҡшыға батып үлергә тейеш әле мин?! – тип уйланы Үмәркәй. – Үлер өсөн башҡа сара бөткәнме әллә?”
Үмәркәйҙең ишеткәне бар: ҡайһы берәүҙәр бик еңел генә донъя ҡуя. Йоҡо дарыуы ярҙамында. Төймәсектәрҙе услап йоталар ҙа, йоҡлайҙар ҙа китәләр. Һәм шунан уянмайҙар. Нишләп шулай итмәҫкә әле? Ул кешенән кәмме ни?
Әммә был дарыуҙы хәҙер рецепт менән генә бирәләр, имеш. Үмәркәй аптекарша ҡыҙға ҡыштырҙыҡ йәшел аҡса һонғайны, рецепт кәрәкмәй булып сыҡты. Бер ҡап йоҡо дарыуын ҡулға төшөргәс, таҙарынды-йыуынды, барып карауатҡа ятты. Унан: “Хуш, яҡты донъя!” – тип, эсенән генә хушлашып, бер ус төймәсекте бер юлы йотоп ебәрҙе. Ун минут үтте... Егерме минут... Ә уны һаман йоҡо алмай! Үмәркәй ҡалған төймәсектәрҙе лә ауыҙына ҡойҙо. Һөҙөмтә – шул уҡ. Был төндө уны ғөмүмән йоҡо алманы. Әллә ҡайҙан килгән сифатһыҙ, ялған дарыу йүнәткән булып сыҡты ул.
Инде ҡалай итеп үлергә? Туҡта, атылып үлергә лә мөмкин бит әле. Тик атылыу өсөн мылтыҡ кәрәк. Ә мылтыҡты һунарсылар йәмғиәтендә иҫәпләнһәң генә һатып алып була, имеш. Кеҫәңдә ҡыштырҙыҡ ҡағыҙҙар булһа, әллә нәмәләр табырға була икәнлегенә төшөнгәйне инде ул. Һунарсылыҡ йыһаздары һата торған магазин төбөндә ул бер ҡыртый егет менән танышты. Тегеһе, Үмәркәйҙе аулағыраҡ мөйөшкә алып килеп, бик осһоҙға ғына “калаш”, йәғни автомат тәҡдим итте. Үмәркәй, ҡайтып, таҙарынды-йыуынды ла: “Хуш, яҡты донъя!” – тип, эсенән генә хушлашып, мылтыҡ тәтеһенә баҫты. Әммә шартлау яңғыраманы. Ғәмәлгә ярамаған ҡорал һатып, Үмәркәй кеүек асыҡ ауыҙҙарҙың аҡсаһын һурып йөрөүсе мошенник булып сыҡты теге егет.
Инде ни хәл ҡылырға? Эйфель манараһынан һикереп үлеүселәр хаҡында ишеткәне бар ине Үмәркәйҙең. Тик ундай манараны ҡайҙан табаһың? Үлер өсөн генә Парижға барып булмай бит инде. Бәхеткә ҡаршы, Үмәркәй торған төбөктән алыҫ та түгел, яңы йорт һалып яталар ине. Шунда күтәрткес кран тырпайып тора. Дөрөҫ, унда бына икенсе йыл инде тауыш-тын ишетелгәне юҡ. Төҙөлөш фирмаһының ҡыртый башлыҡтары, халыҡтан аҡса йыйғандар ҙа, йорт бер-ике ҡатҡа күтәрелгәс, ҡайҙалыр һыпырғандар. Төҙөүселәр киткән, кран тороп ҡалған. Бына шул ташландыҡ кран башынан һикереп үлмәксе булды Үмәркәй. Таҙарынды-йыуынды. Унан: “Хуш, яҡты донъя!” – тип, эсенән генә хушлашты ла, тәүәккәлләмәксе итте. Фәрештәнең “Амин!” тигән сағына тура килеп, бәлки үлгән дә булыр ине, әммә ул кранға ҡәҙәр барып етә алманы. Арҡыры ла торҡоро ятҡан таҡта, торба, ҡалай, быяла, кирбес һәм башҡа шундай төҙөлөш ҡалдыҡтары тауын көскә-көскә яуланы ул яулауын. Тик уны кранға тиклем йәнә бер ҡаршылыҡ һағалап торған икән – төҙөүселәрҙән иҫтәлеккә ҡалған тәрән соҡорға мәтәлләп барып төштө. Өс көн, өс төн аҡырып ятһа ла, уны ҡотҡарырға килеүсе булманы. Сөнки, бая әйтеүебеҙсә, төҙөүселәрҙең бынан күптән эҙе һыуынғайны. Хәйер, Үмәркәй ҡотҡарыуҙарын теләмәй ҙә ине. Киреһенсә, ниһайәт, үләм икән, тип, ҡыуана башлағайны ул. Бәхетһеҙлегенә ҡаршы, ошо яһалма тауҙа альпинизм түңәрәгендә шөғөлләнеүсе малайҙар, ай-вайына ҡуймай, һөйрәп мендерҙеләр.
Үҙенең үлеменән тамам өмөт өҙҙө Үмәркәй. Бәхетең булмаһа, Ҡытайға барып та сәй эсеп булмай, тигәндәй, Үмәркәй ҙә үҙенең ниәтенән баш тартты. Ҡапыл уның үлтереп ашағыһы килә башланы. Өйҙә бер генә бөртөк тә икмәк валсығы юҡ ине. Хәйер, үлергә йыйынған кешелә ниндәй икмәк ҡайғыһы булһын инде?! Шуға күрә ул ҡайтышлай магазинға һуғылды. Күп итеп консерва алды. Ҡайтып, ҡомһоҙланып ашарға тотондо...
Күп тә үтмәй, Үмәркәй, ғазаплана-ғазаплана, донъя ҡуйҙы. Теге консерваларҙың һаҡланыу мөҙҙәте күптән сыҡҡан, улар тамам боҙолоп бөткән булған икән. Шундай аҙыҡ һатҡандар уға.
Үмәркәй бына шулай вафат булды.
Мәхмүт МӘСӘҒҮТОВ.