Ул ваҡытта беҙ әле бала-саға. Араларында буталып уйнап йөрөйбөҙ.
Ҡаршыбыҙҙа Солтан исемле ағай йәшәне. Заманына күрә бик “современный” кеше ине ул. Араҡыһын да эсте, тәмәкеһен дә тартты. Бер ҙә ауыр эш эшләмәне. Ҡыяр етһә, колхоз баҡсаһында бригадир булып та алды.
Солтан ағайҙың тағы бер шөғөлө була торғайны. Ул ҡорттарҙан ебәк үрҙереп, шуны хөкүмәткә тапшырҙы. Ҡорттар эшләй, ә ул көмөшкә һемереп ята. Бына шундай хәйләкәр әҙәм. Етмәһә, алдарға ла, көлдөрөргә лә оҫта.
Колхозсылар ҡаршыһына Солтан ағай килеп сыҡты. Бәләкәй генә кәрзиненә йомортҡа тултырып, ҡайҙалыр китеп бара.
– Солтан ағай, ҡайҙа ашығаһың, бер алдап кит әле.
– Ваҡытым юҡ, магазинда йомортҡаға ситса бирәләр! – тине лә ул тиҙ-тиҙ атлап китте.
Күп тә үтмәй барыһы ла магазинға ашыға ине. Бер аҙҙан ҡайһыһы тиргәп, ҡайһыһы көлөп: “Һинең арҡала ял итеп тә булманы”, – тип кире йыйылдылар.
Солтан ағай ҙа ҡайтып килә, кәрзинендә һап-һары себештәр. Ауылдаштары телгә килде:
– Ҡарағыҙ әле, себеш сығарып ҡайтып килә!
– Телеңде тый, тағы берәй ергә йүгергең киләме ни?!
Ситтә торған бер апай:
– Ҡатыны Бибикамал тауыҡтарым ултырмай, тип зарлана ине шул. Моғайын, Солтан себештәрен берәйһенән сығартҡандыр.
Ф. БИКБУЛАТОВ.