+20 °С
Ясно

Үтенес

Бөгөн йомош менән элекке курсташым Кәшиф янына индем. Ул эшләгән коллективта гел ир-егеттәр. Ба­ры­һының да иғтибары мин­дә: йылмаялар, шаярталар. Рәхәт!

ҮтенесҮтенес
Үтенес

Тү­рәләре лә оҙаҡ көттөр­мәне. Уны ниңәлер оҡша­т­маным. Ҡыҫыҡ күҙле, йыуан ҡорһаҡлы, пеләш башлы.
– Ой! Беҙгә кем килгән? – тине мине күргәс тә. – Хи-хи...
– Һаумыһығыҙ.
Ул минең һаулыҡ һорашыуым­ды әллә ишетте, әллә юҡ, курсташыма текәлде:
– Һинекеме? Ғы-ғы...
Тиҙерәк ҡотолорға теләптер инде, Кәшиф ризалаша һалды:
– Эйе...
– Аңлашыла... Кәрәге ҡалма­ғас, уның телефонын бирергә онотма.
Үҙе миңә күҙ ҡыҫып маташа. Ҡәбәхәттең тәүбәһен әйттерергә кәрәк! Бөтөнләй аҡылдан яҙҙы, әйтерһең, мин уға әйбер.
– Ғәли Ғәлиевич һеҙ булаһы­ғыҙмы ни әле?! Танышыуыма бик шатмын! Кәшиф миңә һеҙҙең хаҡта бик күп яҡшы нәмәләр һөйләне... – Курсташым ҡыҙа­рын­ды, ә түрә ауыҙын асып тың­лай. – Шулай булғас, мин һеҙҙе, үҙегеҙҙе күргәнем булмаһа ла, күптән яратам. Һеҙҙең кеүек йомарт кеше донъяла башҡа юҡтыр ул! – Ул ҡыуанысынан үрле-ҡырлы һикерә. – Беҙ хәҙер таныштар булғас, бәләкәй генә үтенес менән мө­рәжәғәт итергә ярайҙыр бит?
Ғәли Ғәлиевич артабан ни булырын күҙ алдына килтермәһә лә, ризалашып башын ҡаҡты. Дауам итәм:
– Бигерәк һәйбәт. Бөгөн Кә­шиф­те ата-әсәйем менән та­ныш­тырырға алып ҡайтам... Һеҙ уны эштән ике сәғәткә алдан ебәрә алмаҫһығыҙмы? Ни... ҡаршы килмәгеҙ инде...
Теге көсәнеп йылмайҙы:
– Әлбиттә... Һинең кеүек сибәр ҡыҙға ҡаршы төшһәң, Хоҙай һу­ғыр... Фамилияңды ла һорап тор­маҫ.
– Дөрөҫмө? Ой! – Барлыҡ теш­тәремде лә күрһәтеп йылмаям. – Әгәр шулай икән, бер юлы Кә­ши­ф­­тең эш хаҡын да күтә­рерһегеҙ, бәлки?! Алда – туй... Бына, ис­маһам, кеше!
Түрә бышылдауға күсте:
– Биш меңгә?.. Унға?..
Тегененең ҡосағына ташландым:
– Унға!
Сикәһенән үбеп алдым, ә ул бағаналай ҡатып ҡалған, ауыҙ эсендә бутҡа бешерә:
– Кәшиф, китешләй бухгал­терия­ға һуғылырға онотма...
Ул әкрен генә атлап кабинетына инеп юғалды.
Боролоп Кәшифкә ҡараным, өҫтәле артында шаңҡып ултыра. Башҡалар ҙа иҫенә килергә өлгөрмәгән.
– Ниңә көлмәйһегеҙ? Һеҙҙең өсөн мин сәпәкәй итергә тейешме ни?

Т. БАРЛЫБАЕВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас