+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Телевизор

Беҙ йәш саҡта телевизор тигән нәмә бер ҙур йәшникте хәтерләтә ине. Ет­мәһә, үҙе ауыр, үҙе ҙур була тор­ғайны. Бер ваҡыт, совет за­манында ин­­де, дө­йөм торлаҡтың бер бәләкәй генә бүл­мәһендә йәшәп ятабыҙ.

Телевизор
Телевизор

Тәҙрә төбөндә телевизор, уртала карауат, ишек тө­бөндә бәләкәс кенә һыуытҡыс һәм өҫ­тәлдән башҡа бер нәмә лә юҡ ине.
Мин бәләкәй бала менән өйҙә ул­тырам. Бер саҡ бергә эшләгән әхи­рәттәрем, шылтыратмай-нитмәй генә минең хәлде белергә тип килеп сыҡты. Сәй-мәй эскәс, әҙерәк донъя мәшә­ҡәттәре тураһында һөйләшеп ултыр­ҙыҡ. Шунан әхирәттәрем араһынан берәүһе:
– Ҡара әле, бынау телевизорыңды шифоньер башына ултыртһаң йәте­шерәк була түгелме?.. – тигән тәҡдим индерҙе, шунан телевизор шифоньер башына менеп тә ҡунаҡланы.
Өс йәш ҡатын нисек итеп унда мен­дереп ултыртҡанбыҙҙыр, уныһын сәп­сим хәтерләмәйем. Ләкин эштән ҡайтҡан иптәшемдең был күренеште күреп ике күҙе дүрт була яҙҙы. Ишектән килеп ингәс тә бер килке телһеҙ ҡалып, ишек төбөндә тапанып торҙо. Быныһы бер булһа, икенсеһе – иң яманы бер ни­­сә көн үткәс, нишләптер муйын ауыр­та башланы. Муйынды һуҙып, теге те­левизорҙы ҡарап ятыуы бик уңайһыҙ булған икән дә ул. Иптәшем беҙҙе һүгә-һүгә «аһ-уһ» килеп телевизорҙы саҡ кү­тәреп кире үҙенең урынына ултыртып ҡуйғас ҡына, эштең ниҙә икәне бик яҡ­шы аңлашылды.

Л. САЙРАНОВА.

Фото: www.pinterest.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: