

Шуға уға «Был минеке бытбылдыҡ» тигән исем дә таҡҡандар, ти.
Бер заман был бытбылдыҡ бик мул емешле ағасҡа тап булған, ти. Бер йыл сүпләһә лә бөтөрлөк түгел икән бындағы ризыҡ. Ә эргәһендә бер генә ҡош та юҡ икән. Эй шатланған, ти, бытбылдыҡ! Ботаҡтан ботаҡҡа ҡуна-ҡуна, емештәрҙе сүпләй ҙә башлаған. Тиҙҙән тамам туйған, ти, ул. Башҡа ҡоштар ҙа, был ағасты табып, шулай уҡ туйғансы һыйланырҙар, миңә емеш ҡалмаҫ, тип борсола башлаған ул. Шуға күрә донъя яңғыратып бытылдауын дауам иткән, ти: «Был минеке! Был минеке! Был минеке!»
Ошо тауышты ишетеп, ни булды икән, тип, төрлө тарафтан ҡоштар осоп килгән, ти. Һутлы, татлы емешле ағасты күреп, уны һырып алғандар икән. Тиҙҙән был ағастан яланғас ботаҡтар ғына тороп ҡалған. Ҡоштар ҡайһыһы ҡайҙа таралышҡан, ә бахыр бытбылдыҡ һаман бытылдай икән: «Был минеке! Был минеке! Был минеке!..»
Табышыңды башҡалар менән бүлешергә теләмәһәң, бытбылдыҡ хәлендә ҡалаһың икән шул.
Р. ТӘПӘЛӘЙ тәржемәһе.
Фото: erbirds.ru