+13 °С
Облачно

Шахматсылар шаяра

Киреһенсә эшләһәң – уңырһың Донъя чемпионы исемен яулағандан һуң, Майя Чибурданидзе бер ваҡыт ил беренселегендә уңышлы ғына уйнай башлай.

Шахматсылар шаяраШахматсылар шаяра
Шахматсылар шаяра

– Майя, турнир нисегерәк бара? – тип ҡыҙыҡһы­на бер журналист.
– Бик һәйбәт, – ти ҡыҙ. – Гроссмей­стерҙар йөрөш яһайҙар ҙа, ситкәрәк китеп, икенсе йөрөш ту­ра­һында кәңәш­ләшәләр.
– Ә ҡатын-ҡыҙҙар уйын хаҡында үҙ-ара һөй­ләшәме һуң?
– Әлбиттә! Әммә уйнағанда ла ысын тормош­тағыса эш итергә тура килә: дуҫ ҡыҙыңды тыңларға ла – киреһенсә эшләргә. Юғиһә, королеңдән шундуҡ ҡолаҡ ҡағыуың ихтимал...

Иҫке сеанстың сере

Бер ваҡыт гроссмейстер Найфордҡа бөйөк шах­матсы Александр Алехин менән ничьяға уйнар­ға насип була.
– Ҡотлайым, йәш кеше! – тип ҡулын һуҙа Але­хин. – Хәҙер Һеҙ, донъя чемпио­ны менән ничьяға уйнаным, тип ғорур­лана алаһығыҙ.
– Ғәфү итегеҙ, әммә беҙҙең шахмат уйынын­да осрашыуҙар минең файҙаға бер очкоға күберәк, - тип йылмая Мигель.
– Шаяртмағыҙ! – тип ғәжәпләнә шахмат короле.
– Эйе, эйе, егерменсе йылдарҙа, Варшавала, Һеҙ бер юлы күп уйынсылар менән уйнағанда, мин Һеҙгә мат ҡуй­ғайным.
– Яңылышаһығыҙ, бының булыуы мөмкин түгел! – ти Алехин. – Мин үҙемде еңеүселәрҙең бөтәһенең дә йөҙҙәрен хәтерләйем, ә Һеҙ иҫемдә түгел.
– Бының нисек булыуын һөйләргә рөхсәт итегеҙ, – ти Найфорд. – Сеанста 25 таҡта ине. Һеҙҙән йәнә ике йәш үҫмерҙең ҡатнашыуын үтенделәр. Һеҙ ризалашманығыҙ. “Нимә, шул ике малайҙан шөр­ләнегеҙме?” – тип сәм­ләндерҙеләр Һеҙҙе. “Нишләп шөрләйем, ти. Мин улар менән күҙҙәремде бәйләп уйнай алам!” – тинегеҙ. Был сеанста Һеҙҙе бер генә кеше еңә алды.. Уның менән Һеҙ “һуҡыр” килеш уйнанығыҙ. Ул еңеүсе малай – мин инем.
– Ә-ә-ә, иҫкә төштө, һ2 шаҡмағында ладьяны ҡорбан иткән уйынсы Һеҙ инегеҙме ни ул? – тип ғәжәпләнә Алехин. – Ә мин, Варшавала мине оҫта итеп отҡан кешене тәки күрә алманым, тип, егер­ме йыл ғазапланғайным.

Римат ШАХНАЗАРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас