Беҙҙең өйҙә “буш алмағас” тигәне йөрөй ине, ул юғарыла әйтелгән мәғәнәләрҙе эсенә алыу менән бер рәттән белеме менән түгел, ә байлығы һәм әҙ-мәҙ биләгән вазифаһы менән маһайырға яратыусы тигәнде лә аңлата ине.
Атайым йорт алды алма баҡсаһында эшләгәндә мине лә ала, өйрәтә ине. Бер саҡ ике алма ағасы эргәһенә алып килде. Берәүһе алмаларҙың ауырлығынан ботаҡтарын көйәнтәләй һығылдырып, үҙенең сатыр һымаҡ ҡултыҡ аҫтына саҡырып торғандай ипле генә баҫып тора. Икенсеһенең бер алмаһы ла юҡ, ә ботаҡтары тырпайған, битте һыҙырып алып бара. Үҙе донъяға һыймағандай, ҡупырайып баҫҡан.
– Бына, ҡыҙым, кешеләр ҙә шулай: итәғәтле, әллә ниндәй юғары уҡыу йорттары бөтмәһә лә эске мәҙәниәте юғары булған тәрбиәле кешеләр бына ошо емешле ағастай баҫалҡы, инсафлы булалар. Ә белеме һай, өрөп тултырылған ҡупырыҡтар маһайырға, эре сирттерергә, төрттөрөргә шәп. Уларҙың былай ҡыланыуы эске ғәриплекте, бушлыҡты ҡаплаусы “пәрҙә” ғәләмәте, – тине атай емешһеҙ ағасҡа төртөп күрһәтеп.
Яҙмышым юлында бихисап кеше осраны: ябай ғына ҡатламдан, әммә илтифатлығы менән күңелде арбаусылар ҙа, исемдәре илгә билдәле күркәм кешеләр ҙә, зиннәтле кейемдәргә төрөнгән тар ҡарашлы бахырҙар ҙа...
Ҡалай ҙа, иңдәремә йылдар ҡулы ауырлығы баҫым һала барған һайын, атайымдың шул ваҡытта төшөндөргән сағыштырыуының тапҡырлығына хайран ҡалам.
Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА.
Фото: uspeh-dacha.ru