+21 °С
Облачно

Ниңә ҡараҡтарға һәйкәл юҡ...

("Һәнәк"тең һарғаймаҫ биттәренән) Лира ӘХМӘТ-ЯҠШЫБАЕВА Донъя гиҙеүсе бер фотограф-коллекционер сығарған һәй­кәлдәр альбомын ҡарап иҫ-аҡылым китте: Ер йөҙөндә ниндәй генә һәйкәл юҡ икән дә баһа! Боронғо Греция алиһә­лә­ренән алып, ҡырағай йән­лектәр, һөйрә­леү­селәр, хатта серәкәйгә хәтлем һәйкәл бар.  

Ниңә ҡараҡтарға һәйкәл юҡ...Ниңә ҡараҡтарға һәйкәл юҡ...
Ниңә ҡараҡтарға һәйкәл юҡ...

Беҙҙең Өфөлә урам һе­переүсегә суйын һәйкәл ҡо­йол­ған: «Мир» фирмаһы туҡ­талышында тора ул: ҡулын­да йәтеш һепертке. Был ҡорол­ма янынан үткән һайын мин гел бер ни тиклем туҡталып торам: һәйкәлдәр менән донъя тулған, ә ниңә иң мөһим һөнәргә һаман һәйкәл юҡ икән, тим.
Күпме халыҡты эшле, ашлы, һө­нәрле иткән, донъя йөҙөндә иң киң таралған, фәхишәлектән ҡала, ер йөҙөндәге иң боронғо кәсеп йәки шөғөл эйәләренә, ҡараҡ, бур, уғрылар халҡына тим, һаман һәйкәл ҡойолмаған бит! Һәйкәл ҡойоу түгел, хатта был турала уйлап ҡараусылар ҙа юҡтыр әле. Ғәжәп, шундай мөһим тема нисек скульпторҙар иғтибарынан ситтә ҡалғандыр? Уйлап ҡара, дуҫ кеше, миллионлаған кешене эш менән тәьмин итеүсе башҡа тағы ниндәй һөнәр бар ер йөҙөндә? Уғрылыҡ – әлеге көндә миллионлаған кешегә эш урыны сығанағы. Ә бит сән­ғәт­тең бер төрө булған матур әҙә­биәттә, кинематографияла уҫал ҡараҡтар, баш бирмәҫ сая уғры­лар, мәкерле мут бурҙар темаһы бөгөн айырым бер ҙур урын биләп, телевизор ҡараусы­ларҙың иғтиба­рын йәлеп итеп тора. Был темаға йөҙәрләгән телефильм төшөрөлә. Уғры­лыҡ­ҡа гимн булырлыҡ йырҙар яҙыла. Ә скульпторҙар йоҡлай, ай-ай-ай, килешмәй былай. Шундай мәшһүр шөғөл эйәләренә ашы­ғыс рәүештә һәйкәл булдырыу кәрәк.
Бер минутҡа күҙ алдына кил­те­рәйек, кинәт иртәгә ер йөҙөндәге барлыҡ бур-ҡараҡтар юҡҡа сыҡты, ти? Сәғәте, минуты менән мил­лион­­лаған кеше эшһеҙ, ашһыҙ тороп ҡаласаҡ бит!
Көнө-төнө ер йөрәген ярып, мәғдән ҡаҙып, тамаҡ туйҙырыусы шахтерҙар, тимер кәрәкмәй баш­лаһа, ни хәл итер? Ер аҫтынан ҡаҙып алған тимерҙең иң күп өлөшө, төрмә камераларын ны­ғытыу, сейфтар, ишектәр, асҡыс­тар, бығау, сылбыр һәм ҡорал эшләүгә сарыф ителә. Ҡараҡтар бөтөп, ул нәмәләр кәрәкмәй баш­лаһа, эшселәр ни ҡылыр? Йәнә, уғрыларҙан һаҡланыр өсөн һәр фатирға, һәр подъезға тимер ишек ҡуябыҙ. Уға иҫәпһеҙ күп тимер китә. Тимер кәрәкмәй башла­һа, эш харап бит. Домна мейестә­рендә оҫталар көнө-төнө тимер иретә. Заводтар ул тимерҙән тотҡондар өсөн ҡоролма яһай. Ошо эшселәр эшһеҙ ҡалһа, ни бу­лыр? Намыҫлы хеҙмәт менән көн күреүсе, шул ҡараҡтар арҡа­һында эшле булып, тамаҡ туйҙыр­ған, тимер ишектәр, тәҙрә тирәсә­ләре, йоҙаҡтар, сейфтар, бронемашиналар яһаусы миллионлаған эш­се­ләр ни хәл итер? Барыһы бер юлы эшһеҙ ҡалһа, сыуалыш. Эш ха­рап бит.
Ришүәт алып, балда, майҙа йө­ҙөр­гә өйрәнгән суд, юриспруденция органдары, милиция, полиция хеҙмәткәрҙәре шундай килемле эш урынынан ҡолаҡ ҡаҡһа, нисек йәшәр? Бер-ике аҙна ас ултырыр ҙа, ҡасандыр ҡараҡтарға хөкөм сығарыусы түрәләр үҙҙәре юлба­ҫар булып, урлашырға сығып кит­мәҫ тимә. Булыр, булыр! Сер түгел, бер Рәсәйҙә генәме ни, бөтә донъя күләмендәге илдәрҙә лә шул уғрылар, ҡараҡтар арҡаһында миллионлаған кеше тамаҡ туйҙыра лаһа! Юғары эш хаҡы түләп, шул бурҙарҙы аулар өсөн, һәр ҡала, һәр ауыл һайын, полиция тоталар. Уларҙың һаны меңәрләгән. Бына шулай, туған, илдә уғрылар күп бул­һа, халыҡҡа эш урыны ла шул саҡлы күберәк булыр! Кешелек донъяһы ни эшләр ине, әгәр уғ­рылар, бурҙар булмаһа? Эшһеҙ ҡалған хеҙмәт эйәләре ни менән көн үткәрер, журналистар кемде һүгер? Яҙыусылар кем тураһында әҫәр яҙыр? Режиссерҙар нимә тураһында кинофильм төшөрөр? Пираттар, юлбаҫарҙар, шпаналар, ат ҡараҡтары, кеҫә бурҙары ғына түгел, әлеге көндә хатта ҙур пост биләүсе түрәләрҙең уғрылыҡ­тары тураһында ғына ла йөҙәрлә­гән мауыҡтырғыс кинофильм ижад итеп, табыш килтерә! Баштары йомро ҡараҡ халҡының! Хәтәр аҡыллылар! Үҙең уйлап ҡара, дуҫ кеше, хәйлә, мәкергә маһир бул­маған, аҡылы таҡыр бер ҡатлы әҙәм ҡараҡ булып китә алырмы? Башы эшләмәгән кеше атаҡлы рационализаторҙар тарафынан уйлап сығарылған, мең төрлө хикмәткә ҡоролған йоҙаҡтарҙы, сейфтарҙы аса алырмы?
Бына шулай, һаман да бер балыҡ башы, донъя халҡының ҡап яр­тыһын эшле иткән, хәйлә тоҡсайы йылмаяҡ һөнәр эйәләренә һәйкәл ҡуйырға күптән ваҡыт, дуҫтар! Ҡайһы бер таш һын ҡойоусыларға әйткеләп тә ҡарайым, һаман ҡо­лаҡ­­тарына эл­мәй­ҙәр. Эйе, оҙон һүҙ­ҙең ҡыҫ­ҡа­һы, ни эшләһәк, эш­ләйек, ҡараҡ­тарға һәйкәл ҡуйырға ашығайыҡ, йәмәғәт! Юҡһа, улар үпкәләр ҙә, үҙҙәренә иғтибар юҡ­лыҡҡа ғәрлә­неп, тотор ҙа ҡараҡ­лығын ҡуйыр. Ер йөҙөндәге миллион-миллион халыҡ бер юлы эшһеҙ ҙә, ашһыҙ ҙа ҡалһа, илебеҙ менән ни булыр?! Ни булһа ла, имен-аман йәшәй бирһен инде ҡараҡ халҡы! Беҙҙә бит, уғрылыҡ – донъя­ның тотҡаһы. Һуңғы ваҡытта беҙ­ҙең илдә уғрылыҡ иң маҡтаулы шөғөл. Уғрылыҡ хатта кешенең аҡыл кимәлен, кешеләр араһын­дағы абруйын үлсәүсе бизмән кеүегерәк. Башы эшләгән барлыҡ әҙәм хәҙер уғрылыҡ менән көн күрә. Үтә аҡыллылары миллиардлап урлай, урта аҡыллылары унан кәмерәк. Аҡыл яғы самалыраҡтар юҡ-бар урлап тотолоп, исем өсөн, отчeт өсөн төрмәгә ябыла. Бер аҙ урлаған тотола, миллиардлап урлаусы ҡотола. Имеш, шунса процент хөкөмгә тарттырылдымы – тарттырылды. Илдә ҡараҡтарға, корруп­ция­ға ҡаршы көрәш барамы – бара! Баста!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас