-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Итек

Элеккене иҫкә төшөрөп... Мәҙинә, ғаиләһенең тамағынан өҙөп, ул осор өсөн байтаҡ аҡса – 600 һум – йый­ғас, итек менән бүрек алырға булды. Ире лә риза, ҡыш та ҡышлығын итә, һыуыҡ.

Итек
Итек

Шәмбе көн ирен эшкә оҙатҡас, өй эргә­һендәге иң ҙур баҙарға ашыҡты. Мага­зин­­дар­ға ваҡытты бушҡа уҙғарып барып йөрөүҙән фәтүә юҡ, кәштәләр барыбер буп-буш. Бер нисә рәтте үткәс тә, үҙе күптән хыялланған итекте тап итте. Ав­стрияныҡы! Моделе, сифаты – тап ул күҙ алдына килтергәнсә. Итекте тотоп-тотоп ҡарағас, үҙенә кәрәк әйбергә юлы­ғыуына төшөндө. Илле йәштәр тирәһен­дә­ге һа­тыусы ҡатын да йылмайып-көлөп тора. Ике ҡатын араһында һатып алына­саҡ әй­бер тураһында йәнле әңгәмә ҡыҙ­ғандан-ҡыҙҙы.
– Алһаң, 300 һумға бирәм.
– Алам-алам, күптән эҙләйем. Кейеп ҡарарға яраймы?
– Ярай, әлбиттә.
Мәҙинә аяғындағы иҫке итекте һалып, яңыһын кейергә йыйынды. Ләкин ике ҡу­лында – ике сумка, ҡамасаулайҙар.
– Бына ошонда ҡуйып тор, үҙем күҙ-ҡо­лаҡ булырмын, – тип тәҡдим итте һа­тыусы. Мә­ҙинә сумкаларының береһен ергә ҡуйҙы ла, икенсеһен һатыусыға бирҙе.
– Мин итекте кейеп ҡарағансы тотоп ҡы­на тороғоҙ әле, эсендә – аҡса. Баҙар ту­лы бур тип һөйләйҙәр, йә сәлдерер­ҙәр.
Сумканы ышаныслы ҡулдарға тапшыр­ғас, Мәҙинә, тынысланып, ситкәрәк китте лә итекте кейеп ҡараны.
– Тап үҙемдеке!
Боролоп ҡараһа, саҡ һуштан яҙып йы­ғылманы: һатыусынан да, сумканан да елдәр иҫкәйне! Мәҙинә тотош баҙарҙы бер нисә тапҡыр урап сыҡһа ла “мөлә­йем” һатыусыны тапманы. Күҙ йәштә­ренә төйөлөп ҡайтып китте. “Итек ҡул­далыҡҡа ҡулда ла ул, ирем, ҡалған аҡсаны ҡайҙа ҡуйҙың, тип бәйләнһә?..”
Мәҙинә ҡурҡа-ҡурҡа ғына ишекте ас­ҡанда ире өйҙә ине. Ул ҡатынын күргәс тә, хәйләкәр йылмайып:
– Йә, алдыңмы? – тип һораны.
– Алдым, – тине Мәҙинә ҡалтыранған тауыш менән. Үҙе уйлай һалды: “Барыһын да белә!”
– Ҡыҙыҡ, нисек алдың? Аҡса янсығыңды өҫтәлдә онотоп ҡалдырғанһың бит!

Ә. ШӘМҒОЛОВ.

Фото: users.coloringcrew.com

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас