+13 °С
Болотло

Ҡайтығыҙ торналар

«Музыкаль ҡотлауҙар бүлеге» тип яҙылған бүлмә ишеген кемдер ҡыйыуһыҙ ғына шаҡы­ғандай булды. «Ишетелде генә буғай...», тип уйлашты бүлмәләге хеҙмәткәрҙәр. Бер аҙҙан тағы бесәй тырнағанға оҡшаған тауыш ишетелде.

Ҡайтығыҙ торналарҠайтығыҙ торналар
Ҡайтығыҙ торналар

–Инегеҙ, кем унда? – тип ҡысҡырҙы түҙемлеге бөткән бүлек мөдире.
Ишектән ап-аҡ күлдәк өҫтөнән ҡара камзул, башына сигеүле түбәтәй, аяҡтарына өр-яңы калуш кейгән бабай инде. Күренеп тора, ауылдан килгән. Баш ҡалаға – миллионлаған халҡы булған ҙур ҡалаға, дәүләт радиоһының музыкаль ҡотлауҙар бүлегенә ниндәй йомош килтергән һуң уны?
– Түрҙән уҙ, бабаҡай. Кем булаһың? Ҡайһы тарафтарҙан килдең?
– Ерекле районының Бүрекле ауылынан Мирзанур Әғлиев булам мин, балам.
– Берәй йомошоғоҙ бер инеме беҙҙә? Бәлки, һөйөклө ҡарсығығыҙҙы тыуған көнө менән ҡотларға теләйһегеҙҙер? Йә, һөйләп ебәрегеҙ әле, ниндәй йыр һайланығыҙ?
– Йомош тип ни... Бына шундай хәл әле миндә, уландар: балаларым ҡайтмай. Улдарым да, ҡыҙҙарым да ситтә йәшәй, һәр береһенең үҙенең ғаиләһе бар. Ҡарсығымдың фани донъянан китеүенә лә дүрт йыл. Хаттар ҙа яҙып ҡараным, күршеләргә инеп телефондан шылтыратып: «Ҡайтығыҙ, атайығыҙҙың хәлен белегеҙ», – тинем. Эш күп, ваҡыт юҡ, тип, һаман ҡайтмайҙар. Ул донъя малын күпме йыйырға була? Барыбер ҡала бит ул. Ә минең, бер­ҙән-бер аталарының, ҡайтып хәлен дә бел­мәйҙәр.
– Беҙ нисек ярҙам итә алабыҙ һуң, Мирзанур бабай?
– Балалар, тиҙҙән ми­нең тыуған көнөм етә. Мин бына улдарым, ҡыҙ­ҙарым исе­менән үҙемде ҡотла­ған хат әтмәләп алып килдем. Шуны бик матур итеп радионан яңғырата алмаҫһы­ғыҙмы икән? Бәлки, ул музыкаль ҡотлауҙы балаларым ишетеп, оялып, ҡайтып етерҙәр? Хаҡында тормайым, балаҡайҙар. Яңғы­ратығыҙ ғына.
– Була ул, бабай. Ә ниндәй йыр бирергә һуң?
– Һеҙҙе өйрәтергә түгел, уландар, үҙегеҙ һайлап ҡуйырһығыҙ. Тик матур, мәғәнәле йыр булһын.
… Алдан һөйләшелгән көндө билдәле бер сәғәткә диктор ҡыҙ шат тауыш менән музыкаль ҡотлауҙар тапшырыуын башланы. Бабайыбыҙҙың ҡотлауын да бик ихлас итеп, күңелдең иң нескә ҡылдарына үтеп инерлек яғымлы тауыш менән уҡыны. Артынса “Ҡайтығыҙ, торналар” исемле йыр яңғы­раны.
Бер нисә көндән һуң: «Ҡарттың күңелен күрҙек, шатландырҙыҡ. Ниһайәт, улдары ла,ҡыҙҙары ла ҡайтҡандарҙыр» тип ҡыуанышып ултырғанда, ишекте ороп-бәреп Мирзанур бабай килеп инде. Бүлек хеҙмәткәрҙәрен пыр туҙҙырып тиргәгән бабайҙың һүҙен бүлдерергә лә ҡурҡып торҙо улар. Ул сығып киткәс кенә һуштарына килделәр. Баҡһаң, Мирзанур бабайҙың ауылдағы бөтә нәҫелен «торналар» тип йөрөтәләр икән. Теге музыкаль сәләмдән һуң бабайҙан бар ауыл көлгән, күҙен дә астыр­майҙар, ти.

Руфина ХӘСӘНОВА.

Фото: poembook.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас