-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Оло юлдың туҙаны

- Ҡарале әй, Әхмәт, әллә һин инде?Уйланып китеп барған еремдән, ҡапыл алдыма сығып баҫҡан ир уртаһы кешегә ҡарап, бер мәл­гә юғалып ҡалдым. Ҡалын тауышлы, һул күҙенең ҡа­­ба­­ғы туҡтауһыҙ тартышып тора, аҫҡы ирененән эйә­генәсә һуҙылған йәрәхәт эҙе…

Оло юлдың туҙаны
Оло юлдың туҙаны

Бәй-й, был Исламет­дин да баһа! Бергә үҫкән малай. Хәтеремдә, һалам ташығанда фурман башына менеп оялай ине лә, берҙән-бер яратҡан йырын һуҙа торғайны: «Оло юлдың туҙанын, үҙем күрҙем…»
– Әллә танымайһың инде?
–Таныным. Серәкәй ҡунғанға йығылырлыҡ Ислайҙан ысын баһадирға әйләнгәнһең бит!..
Исламетдин ауыл хужалығы институтында уҡып зоотехник булып сыҡты һәм, сит өлкәгә китеп, шунда йә­шәне. Бер танышымдың, Исламетдин Өфөгә байып ҡайтҡан, юл төҙөлөшөндә ниндәйҙер түрә икән, тип һөй­ләгәне хәтерҙә. Мин быға бик ышанып етмәнем. Йүн­ле сабата ла күрмәй үҫкән Ислайҙың байлыҡҡа иҫе китмәҫ, тип уйланым.
– Бик һәйбәт булды, осраштыҡ, – тине Исламетдин. – Әйҙә, беҙгә инәбеҙ. Теге өйҙөң артында ғына торам мин...
Һүҙен йыҡманым, киттек.
– Өйҙөң лифты юҡ, ғәйеп итештән булмаһын. Эшлә­тергә өлгөрмәнем, замандар үҙгәрҙе, – тине уңай­һыҙланғандай Исламетдин, ҡыҙыл кирбестән һалынған өс ҡатлы өй янына еткәс. Ишекте таҙа кәүҙәле, Исла­метдиндың үҙенә оҡшап торған ханым асты.
Йорттоң тышы кеүек үк, эсе лә һоҡланырлыҡ ине. Бүл­мәләр һанап бөткөһөҙ. Иҙән­дәрҙә, стеналарҙа ҡиммәтле келәм­дәр. Ҙур залдағы өҫтәлдәр, ултыр­ғыстар, креслолар һәм пианино өҫтөнә аҡ япмалар ябылған. Шуға ла мин:
– Ремонтҡа йыйынаһығыҙмы әллә? – тип һораным.
Мин япмаларға ымлағас, Исламетдин ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Ә-ә, былармы? Ана теге епшек танауҙан һаҡлау өсөн улар.
Маһира ханым, алтын тештәрен уҫал йылтыратып, элеп алды:
– Герой булмаған ҡайҙа?! Көн дә бер этлек уйлап таба. Улымдың малайы ул. Үҙҙәре сит илгә ял итергә китте, был бәлә беҙгә ҡалды.
Малай янына килдем һәм ҡу­лымды һуҙып:
– Йә, таныш булайыҡ! Исемең нисек? – тинем.
– Миңә һөйләшергә ярамай, яза срогын үтәм, – тине еүеш морон.
– Ни өсөн бирҙеләр һуң уны һиңә?
– Шкафҡа ҡулды йыумайынса то­тонған өсөн. Ғәйебемде таныным, бүтән улай итмәм.
– Һәр ваҡыт шулай, ғәйебен таный, икенсе көндө йәнә бер нәмә уйлап таба. Бына ҡарағыҙ, ниндәй сюрприз эшләп ҡуйған. – Маһира ханым мине ко­мод янына алып килде. – Германиянан ҡай­тартҡан импорт нәмә! Туп менән бәргән. Күпме таҙарттым, табын бөтөрә алманым…
Шул арала Исламетдин кофе килтерҙе. Һүҙ өҫтәл артында дауам итте.
– Күпме йылдар колхоз һыйырҙары, сусҡалары араһында эшләп йөрөнөм, байып булманы. Ярай, бәхеткә, донъялар үҙгәрҙе. Кредит алып, үҙ ойошмамды төҙөп, юл эшенә тотондом. Элек бына шундай өй һалып инә алыр инемме? Шиш!.. Йәшәй белергә кәрәк! Аҡса аяҡ аҫтында ята ул, туҙан кеүек, – тине лә, ҡаршылағы бик шәп эшләнгән креслоға йәйелеп ултырҙы. – Күптән түгел мебель магазинына ингәйнем, күҙем дүрт булды. Ниндәй генә креслолар юҡ унда. Минеке улар алдында сүп кенә.
– Күҙең төшкәс, ниңә һатып алманың һуң? – тинем, һүҙҙе ялғап.
– Был шпана менән алырһың, бар! Икенсе көндө үк тәүбәңә килтерер. Ана, тондорған бит! Хәҙер бөтөрөп ҡара һин уның эҙен. – Исламетдин туп тейгән урынды һимеҙ бармаҡтары менән ҡапшаны.
– Алйот! – тип аҡырып ебәрҙе Маһира ханым. – Һин дә бандитыңдан алыҫ китмәгәнһең. Кем шундай бар­маҡтар менән мебелгә тотона!
Маһира ханым, шыйыҡса алып, иренең бармаҡ эҙҙә­рен һөртөргә тотондо. Тирә-яҡҡа, танауҙы ярып, әскел­тем-сөскөлтөм eҫ таралды.
– Йәне генә юҡ ине. Йәме китте әйберҙең! – тип үртәнде хужабикә.
– Шул тиклем ышҡыһаң, тишеп тә сығарырһың әле.
– Минән башҡа һин нимә эшләй беләһең, алйот! Теге ут күҙҙе лә һин боҙҙоң. Заманса тәрбиәләй, йәнәһе. Төкөрҙө ул һинең аҡсаңа! Кисә күрше малайын эйәр­теп ингән дә, пианиноның өҫтөн асып, дыңғырҙаталар ғына. Эҙҙәрен көн буйына таҙарттым, бөтөрә алманым. Бар, быяла йыуа торған шыйыҡсаны килтер...
Был күренеш минең өсөн шаҡтай ҡыҙыҡ булһа ла, ялҡыта башланы.
– Ғәфү итегеҙ, миңә китергә ваҡыт, – тинем.
– Иркенләп кил, һабаҡташ. Минең виллаға барырбыҙ. Ул был өй ише генә түгел. Мунса ла, бассейн да бар. Хәләл иттән шашлыҡ бешерербеҙ, – тип оҙатып ҡалды Исламетдин.
Мин уларға башҡаса барманым. Берәр нәмәләренә тап төшөрөрҙәр ҙә, һүҙ гел шул хаҡта барыр һымаҡ тойолдо. Ә хәтеремдән һаман шул Исламетдиндың йәш сағында яратҡан йыры китмәне. «Оло юлдың туҙаны…» Шуны нисектер «туҙаны” түгел, “аҡсаһы» тип алмаш­тырғым килде.

Рәсих ХАННАНОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас