+18 °С
Дождь

Мажаралы сәйәхәт

Сәйет «Өфө – Учалы» автобусына билет алды ла, «Һәнәк» журналын уҡырға ултырҙы. Сә­ғәттән ашыу журналдың мәрәкә һәм ҡыҙыҡ көләмәстәрен уҡығас, буфеттан минераль һыу, ваҡ бәлеш алды ла тамаҡ ял­ғаны.

Мажаралы сәйәхәтМажаралы сәйәхәт
Мажаралы сәйәхәт

Көтөргә ун минут ҡалды тигәндә, нисәнсе урын икә­нен белергә тип билетын ҡарарға булды. Ләкин пальто кеҫәләренән билетын тапманы – унда бирсәткә генә ята ине. Пинжәк кеҫәләрен, блокнотын тикшереү ҙә һөҙөмтә бирмәне. «Туҡта, бәлеш ҡағы­ҙын сүп йәш­нигенә ырғыт­ҡайным даһа, шунда бергә эләкмә­неме икән?» – тигән уй килде уның башына. Сүп һауы­тында бутана торғас, бәлеш ҡағыҙын тапты. Әммә билеты юҡ ине. «Бәй, был ни ғәләмәт?» Кеше­ләрҙән ояла-ояла, сүп йәшниген йәнә тик­шерҙе. Ошо саҡта ике оло ғына апайҙың үҙ-ара һөйләнеүе ҡолағына салынды.
– Әстәғин, ҡарале, әхирәт, анауы кеше үҙе арыу ғына кейемдә, үҙе сүп һауытында ҡаҙына. «Бумжа», күрәһең.
– Әйтмә лә, әхирәт, күбәйҙе ул нәмәкәйҙәр. Шур­тым белһен, әллә эш һөймәй шулай ҡыла­налар, әллә етеш донъянан ҡоторалар… Элек ни үҙебеҙ, ирҙәр эшләмәҫ эште көйләп ҡуя торғайныҡ.
– Ҡарап торғанда, типһә тимер өҙөрлөк ныҡ ир бит, ә, әйкәйем. Кит, кит, үҙ-үҙеңде мәсхәрәлә әле, оялмайынса. Хурлығы ни тора!
– Оялтырһың хәҙерге йәштәрҙе, ояттары ҡасҡан уларҙың.
– Әйткәндәй, әхирәт, әллә ни йәш тә күренмәй ҙәһә үҙе…
– Әй-й, әле генә әйттем дәһә, күбеһе «әҙергә – хәҙер» тип йәшәргә өйрәнгән.
Был һүҙҙәр Сәйеттең йөрәгенә барып ҡаҙалды.
– Һеҙ, апайҙар, мине тәнҡитләп ултырмағыҙ әле! Автобус билетын юғалттым. Шуны эҙләйем.
– Ай әттәгенәһе, ҡалай әрәм иткәнһең. Табалма­һаң ҡабаттан алаһың инде, башҡаса ни хәл итмәк кә­рәк.
Шул саҡ пассажирҙарҙы ултырта башлауҙы хәбәр иттеләр.
«Былай булғас өлгөрөргә тейешмен. Тик билетты сиратһыҙ алырға ғына ҡа­ла!» Сәйет касса янына йүгереп килде лә, сират башында торған ҡатынды этә-төртә: «Учалы» тип ян­сығын кассирға ырғытты. Ярай ҙа кассирҙың башы эшләне, шунда уҡ шоферға пассажир бар­лығын хәбәр итте.
– Һуңлаған, сволочь, ищо төртөшә, – тип тир­гәшкән тауыштар ғына ҡолағына салынып ҡалды Сәйеттең.
Ҡайтҡас, иртәнсәк, эшкә китергә кейенгәндә пальто кеҫәһендәге бирсәткәһен сығарырға ҡулын тыҡҡайны, баш бармағы кеҫә тишегенә барып керҙе. Был хәлгә аптырай биреп, кеҫә моҡсайын тышҡы яҡҡа сығарҙы. Күрә, йөп ебе байтаҡ һүтелгән. Сәйет, йөйҙө ҙурайта биреп, сабыу буйлап арыраҡ һәрмәнгәйне, теге саҡ юғалған билетҡа тап булды. Әлбиттә, 550 һумлыҡ ҡазаға әллә ни эсе бошонманы. Ярай, был мажара киләсәккә фәһемле һабаҡ булыр тип һығымта яһауҙан башҡа фәтүә күрмәне ул.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас