

Диспансеризация тиҙәрме шунда. Совет заманынан уҡ килгән тәртибе шулай. Быйыл да Һәрмәев әфәндегә саҡырыу ебәрҙеләр.
– Сәләмәтлегегеҙҙе тикшерергә кәрәк, – тине табип. – Борсолмағыҙ, был юлы оҙаҡ тотҡарламабыҙ. Пациенттарҙы, япун аппараты ярҙамында, конвейер ысулы менән хеҙмәтләндереүгә күстек бит хәҙер. Әүәлгесә бүлмәнән бүлмәгә әлһерәп йөрөйһө түгел, ун минутта – бөттө-китте, вәссәләм!
– Хуплайым! – тине Һәрмәев. – Күптән ваҡыт!
– Сисенегеҙ ҙә, бынауы быяла мискәгә инеп ятығыҙ. Ҡалғаны – беҙҙең эш.
Һәрмәев ҡыҫтатып торманы.
– Һеҙ мине аңламанығыҙ, – табип, тегенең ҙур башлыҡ икәнлеген һис кенә лә иҫенән сығармай, йомшаҡ ҡына шелтәләп алды. – Сыр яланғас сисенегеҙ. Хатта күҙлегегеҙҙе лә һалығыҙ.
– Уңайһыҙ бит. Йәнәштәге быяла мискәлә ҡатын-ҡыҙ тура килһә?
– Хафаланмағыҙ! – Табип уны йыуатырға ашыҡты. – Һеҙҙең арттан юл хәрәкәте именлеге инспекторы Юлбаҫаровты һаласаҡбыҙ.
Һәрмәев, тынысланып, күрһәткән урынға инеп ятты. Конвейер яй ғына ҡуҙғалып китте. Быяла мискә, стеналағы уйымды үтеп, күрше бүлмәлә пәйҙә булды.
– Йә, һөйләп ебәрегеҙ, ниндәй зарҙарығыҙ бар? – тине уны көтөп торған терапевт.
– Зарҙар байтаҡ инде ул, – тип яуап бирҙе Һәрмәев. – Хәлдәр көндән-көн ауырлаша. Тын да алып булмай...
– Диңгеҙ буйына барырға кәрәк, унда һауа саф.
– Кисә генә Багамиҙан ҡайттым. Ул турала әйтмәйем. Эйе, тын да алырлыҡ түгел. Бер яҡлап өҫтән өтәләр – конкрет эш талап итәләр, икенсе яҡлап аҫтан ҡыҫалар – теге ни... халыҡ шаулаша. Демократия бит хәҙер. Хөртәйҙе хәлдәр.
– Үтер, үтер, борсолмағыҙ, – тип йыуатты табип.
Уғаса булмай, быяла мискә өсөнсө бүлмәгә килеп инде. Быныһында ҡолаҡ-тамаҡ-танау табибы ултыра, имеш. Ул да дәрәжәле башлыҡтың хәлен һорашты.
– Танауға зарым юҡ, – тине Һәрмәев. – Сәйәси елдең ҡайһы яҡтан иҫеүен тиҙ һиҙә былай. Тамаҡ та, Аллаға шөкөр, ябай хеҙмәткәрҙәргә екергәндә тауыш арыу уҡ яңғырай. Тик бына ҡолаҡ... Түҙеп булмай һис тә. Ҡолаҡ итемде сәйнәй бисә иртә лә кис тә.
– Ниңә?
– Башҡа башлыҡтар сит илдә биш ҡатлы особняк һатып ала, яхтала елдерә, ти. Һин ҡала ситендәге ике ҡатлы дачаңа ҡарап ятаһың, ти. Машинаңды ташҡа үлсәйем, “Мерседес-бенц” та булдымы машина, ти. Бөгөн генә тотҡан леопард тиреһенән тун талап итә. Тағы әллә нәмәләр һорай...
Һәрмәев ҡатынының каприздарын һөйләп бөтөрә алманы, быяла мискә дүртенсе бүлмәгә килеп инде. Быныһында кардиолог, йәғни йөрәк табибы көтә, имеш.
– Йә, йөрәк серҙәрегеҙҙе һөйләп ебәрегеҙ, – тине уныһы.
Һәрмәев, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡатынынан туйыуын, алмашлап-алмашлап һөйәркәләренә йөрөүен, хатта сит илдә лә бер кәнтәйе булыуын әйтеп һалды.
Бишенсе бүлмәлә уны хирург ҡаршы алды.
– Ҡайһы ҡулығыҙ менән ришүәт алаһығыҙ? – тип төпсөндө быныһы, салғы бысағын сарлай-сарлай.
– Уныһы – минең эш! Ҡыҫылма! – тип ыҫылданы Һәрмәев.
– Юҡ инде, ришүәт алған ҡулығыҙҙы ҡырҡып ырғытабыҙ хәҙер! Коррупционерҙарҙы шунһыҙ бөтөрөп булмаясаҡ, – тип, хирург быяла мискә ҡапҡасын аса башланы...
– А-а-а! – Шул саҡ Һәрмәев, шыбыр тиргә батып, уянып китте.
“Канар утрауҙарына барып, нервыларҙы нығытып ҡайтмай булмаҫ, ахыры, төшкә әллә нәмәләр инә башланы”, – тигән ҡарарға килде ул һәм урынбаҫарына шылтыратты:
– Ҡара әле, Йолҡобаев, теге кисә ер теләнеп килгән бизнесменды нисек тә һығырға тырыш, миңә йомарт спонсор кәрәк буласаҡ...
Сәүбән ШИФАҒОЛОВ.