

Бер мәл уны ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы туҡтата ла:
– Рәшит, ҡара әле, һуңғы арала ауыл халҡы бик зарлана башланы, һин, давай, былай музыка уйнатып, бөтә ауылды бер итеп, машинаңда сабыулап йөрөмә, яраймы? – ти. Егет тә яуапҡа кеҫәгә керә торғандарҙан булмай:
– Бәй, Ғәли Ғәлиевич, ауылыбыҙ тамам һүнеп, үлеп бара бит, мин уға шулай аҙ ғына булһа ла йән өрөргә тырышып йөрөйөм бит, – тип йылмая.
Бер атыуҙа ике ҡуян
Заводта хеҙмәт һалыусы бер егет эшкә грипп менән сирләп килә.
– Былай сырхаулап йөрөп, беҙгә лә сир йоҡтороуың бар, һыналған халыҡ ысулы менән дауалан, – тип хеҙмәттәштәре уға аҡыл һата башлай.
– Ниндәй ысул һуң ул? – тип ҡыҙыҡһына егет.
– Ниндәй ысул тип инде... Эштән ҡайтышлай магазинға кереп, аҡсаңды ҡыҙғанмай ғына араҡы алаһың да, ҡайтҡас уны борослап, яҡшы ғына итеп эсәһең. Ә иртәнгә бер нәмәң дә: сирең дә, суртың да ҡалмай, – ти иптәштәре.
Егет уларҙың һүҙен тота һәм һау-сәләмәт эшкә сыға. Кискә табан икенсе бер дуҫының сырхаулап йөрөгәнен күреп ҡала. Был юлы инде үҙе аҡыл һатырға тотона. Иптәше лә егеттең һүҙенән сыҡмай, ләкин эшкә ниңәлер бик бойоҡ килә. Хикмәттең нимәлә икәнлеген асыҡлай башлағас, теге ир-егет:
– Кис эштән ҡайтышлай магазинға керҙем, һин әйткәнсә, аҡсамды йәлләмәй генә аҡбаш алдым. Өйҙә уны бар шартын килтереп, борослап эстем. Ә иртән уянып китһәм... грипп та юҡ, балалар менән ҡатын да юҡ! – тип яуаплай.
Барғанда ла “Ышҡыды”, ҡайтҡанда ла “Ышҡыды”...
Мөслимә ҡарсыҡтың ҡыҙы менән кейәүе күҙҙең яуын алырҙай “Шкода-Октавия” машинаһы һатып алғандар, ти. Көндәрҙән бер көндө уларҙы күрше ауылдағы туғандары ҡунаҡҡа саҡырған. Аяҡ терәп ашап-эсеп, кәйеф-сафа ҡороп, өр-яңы машинала күңелле генә итеп юл йөрөп ҡайтҡан былар.
Бер нисә көн уҙыуға Мөслимә ҡарсыҡ янына әхирәте хәл белергә кергән. Сәйләп-мәйләп, донъя хәлдәрен барлап, иркенләп һөйләшеп ултырғандар. Яйы сыҡҡанда Мөслимә ҡарсыҡ ҡыҙы менән кейәүенең шундай “текә” машина алыуҙарын белдерергә тырышып, бер аҙ маҡтанып алырға уйлаған. Замандан ҡалышмай, быға ҡәҙәр ҡолағы ишетмәгән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙенсә әйтергә аҙапланған ул:
– И-и-и әхирәткәйем! Күрше ауылда йәшәүсе һеңлемдәр күптән түгел генә ҙурлап саҡырҙы бит әле беҙҙе! Әллә инде һин мине бөтөнләй бөткән, төшөп ҡалған ҡарсыҡтарҙан тип уйлайһыңмы?.. Аллаға шөкөр, кейәүем менән өр-яңы машинала елдереп урап ҡайттыҡ. Барғанда ла “Ышҡыды”, ҡайтҡанда ла “Ышҡыды” – тигән.
Рәфил САМАТОВ.