Кешеләр ирҙең хәленә инде, сөнки ул яртылыҡ ҡына һорай һәм бурысын ваҡытында ҡайтара. Шуға күрә күршеһенең баш тартыуын бик ауыр кисерҙе ул.
– Хөснөтдин, мин һиңә аҡса бирмәйәсәкмен. Ҡатының әрләй, эсерәһең, ти. Был насар ғәҙәтеңде ташла, олоғайҙың бит инде.
Күршеһенең ыҡҡа килмәүенә иғтибар итмәне Хөснөтдин, теләнселәнеүен белде.
– Үлтермә инде, хәлемә ин. Машинаңды һорамайым да баһа.
– Ялынма ла, нитмә лә, бирмәйем! Теңкәмә теймә! – Күршеһе ҡаты торҙо.
– Үҙемә түгел, дуҫтарым өсөн. Кисә Сәлимйәндең тыуған көнөн йыуғайныҡ. Арыу ебәргәнбеҙ. Баштары ауырта.
– Бирмәйем, тинем бит. Аңламайһыңмы әллә?
– Йөҙ илле тәңкәң йәлме ни? – Хөснөтдин һаман ныҡышты. – Иртәгә үк кире ҡайтарам. Теләйһеңме, тешемде бирәм!
Күршеһе Хөснөтдингә текәлде.
– Тешемде бирәм тиһең инде, – тине ул, көлөмһөрәп. – Мин риза.
Күршеһе ҡәнәғәт йылмайҙы. Ул Хөснөтдин ҡулын һелтәп китеп барыр тип уйлағайны. Ысынлап та, аҡылы теүәл кем араҡы өсөн аманатҡа тешен ҡалдырһын инде?!
Артабанғы минут күршенең хаҡлығын раҫлағандай тойолдо: Хөснөтдин ғәжәпләнеп уға текәлде. Ул үҙе әйткән һәм күршеһенән ишеткән һүҙҙәрҙе күңеленән үткәрә ине, буғай. Теш тураһында онотоп, йәнә лә бурысҡа аҡса таптырыу әҙәпһеҙлек – ир-егет үҙ һүҙҙәре өсөн яуап бирергә тейеш, ҡырт боролоп китеү ҙә махмурҙан интеккән иптәштәреңде һанға һуҡмау һәм үҙ теләгеңә ҡаршы килеү булыр ине. Бер-береһе менән һыйышмаған ике уйҙың тартҡылашыуы көтмәгәндә хәл ителде. Хөснөтдин ауыҙын ҙур итеп асып, бармаҡтары менән өҫкө тештәренә йәбеште лә протезын тартып алды.
– Тештәрҙе ал да аҡсаңды бир!
Хәҙер күрше ҡатып ҡалды. Хөснөтдин түгел, ә ул үҙе һүҙенең тотҡонона әйләнде. Бер килке икеләнгәс, янсығынан 200 һум сығарҙы. Уны ҡыҙғанып, тештәрен дә кире ҡайтармаҡсы булғайны, тегеһе ҡырт киҫте:
– Мин һүҙемдә тора беләм. Һиндә ҡалһын. Бурысымды ҡайтарғас бирерһең.
Хөснөтдин теше артынан дүрт көн үткәс килде.
Я. БАЯНОВ.