+14 °С
Ясно

Данлайбыҙ Динараны

(Хикмәте - хәрефтә) Дезинфекациялыларҙың, дизентерия­лы­лар­ҙың, диабетиктарҙың, депрессияға ду­сарлыларҙың, дебошир делегаттарҙың, диуана диагнозлылар­ҙың, дистрофиктарҙың, донорҙарҙың дермантинлы делолағы документтары – докторҙа.

Данлайбыҙ ДинараныДанлайбыҙ Динараны
Данлайбыҙ Динараны

Демобили­зацияланған дзюдосы-десантсыларҙың демонстрацияла дыуамалланғандарҙы дөмбәҫләгәне, дауа­ханалағы дружинниктарҙың диспансерҙағы дежурныйҙы дубинкалап дөмпөлдәткәне, динлеләрҙең динһеҙҙәрҙе дингә дүндергәне, дуҫлашҡандарҙы дошманлаштырғандары ла – делола.
Дә-ә-ә, дәһшәтле дәүер! Даулашҡан-дөмбәҫ­ләшкәндәргә Динара дыулай. Дарыухананан дүрт дозалы дарыуға дауахананан дауалан­ғансы, Динара дөгө, деликатесҡа дауалана. Джем, десерт, дарыуҙар – долой! Духи, дезодорант та – дошман. Душта дымланып, дача­лағы диванына диеталағы Динара дөңкәйҙе. Демисезонлы, дефицит джемперҙа. Дипломатында – документтар, дәрәжәле дипломдар, дипломының дубликаты; дәфтәрен­дәге драматург Дәүләүиҙең драмаһын­дағы диа­логтарҙы дөрөҫләй.
Динараның девизы – дөрөҫлөк дефис дө­рөҫ­лөк! Дөйөмләштергәндә Динара – деловая дама. Давайығыҙ, директор дәрәжәһендәге Динара Дәүләтшинаны Дәүләт Думаһына де­путатлыҡҡа димләйек!

Филүрә МОРАТШИНА.

Фото: aktinoya2.blogspot.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас