+11 °С
Облачно

Ғибрәтле һәләкәт

... Профессор аҡ халатын һалып ырғытты: бөркөү ине. Үтә мөһим ваҡиға алдынан була торған кө­сөр­гәнешлелек үҙен шаҡтай һиҙ­ҙерҙе: 29 минут, 17 секунд, 5 микросекундтан бығаса фән донъя­һына мәғлүм булмаған ҡоролма­ны һынау башланасаҡ!

Ғибрәтле һәләкәтҒибрәтле һәләкәт
Ғибрәтле һәләкәт

Профессор тынысһыҙлана.
Бына мониторҙа өлкән ас­сис­тенттың хәүефләнеүҙән ағарған йөҙө пәйҙә булды.
– Профессор! “В” секторын­дағы локаторҙы тоташтырмай торабыҙмы әллә? Һынауҙар өсөн өс локатор етеп торор.
– Бөтәһе лә иҫәпләнгән! – тине баш конструктор, тулҡын­ланыуын һиҙҙермәҫкә тырышып.
– Шулайын шулайҙыр, әммә приборҙар һуңғы ҡырҡ минут эсендә энергия сығанағының үтә юғары импульстарын тойоп алды. Бөтә дүрт локаторҙы ла тоташ­тырһаҡ, артыҡ энергия сығана­ғы­на тимер-бетон блоктар сыҙа­маясаҡ! Үҙегеҙ аңлайһығыҙ, нисә йыллыҡ хеҙмәт күккә осасаҡ!
– Етте! Ни ҡәҙәрле оҙаҡ бә­хәсләшһәк, һәләкәткә шул тиклем үк сәбәпсе булыуыбыҙ ихтимал, – тине профессор ҡәтғи итеп.
Уның фекерен раҫлағандай, биш минутлыҡ әҙерлек сигналы ауаз һалды. Бына хәл иткес секундтар ҙа етте.
– 5... 4... 3... 2... 1... Контакт!
Ҡапыл тирә-йүнде көслө шартлау яңғыратты. Хатта ҡоролма­нан өс саҡрым алыҫлыҡтағы идара итеү үҙәге бинаһының тәҙрә быялалары ҡойолоп төштө.
Ассистенттың һүҙҙәре раҫҡа килде: энергия сығанағының көсө, конструкторҙар иҫәпләгән­гә ҡарағанда, йөҙ тапҡырға ар­тығыраҡ булып сыҡты.
Уникаль ҡоролма һәләк булды. Иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, әгәр ҙә һынау уңышлы барып сыҡһа, был ҡоролма йөҙҙәрсә атом электр станцияһы биргән көскә тиң энергия алырға мөмкинлек тыуҙырыр ине.
Ниндәй ҡоролма һәләкәткә осраған һуң, тиерһегеҙ һеҙ. Был быға тиклем үтә йәшерен мәғ­лүмәт ине. Инде серҙе асһаҡ та булалыр, тим. Төрлө кәңәшмә­ләрҙә, йыйылыштарҙа, һайлау алды осрашыуҙарында, үҙ-ара әңгәмәләшкәндә буш, файҙаһыҙ, кәрәкмәгән һүҙҙәр һөйләү барышында миллиондарса тел тир­бәлеш тулҡындарын бергә туплау һәм ғәмәли файҙаланыу теория­һына нигеҙләнеп төҙөлгән булған был ҡоролма. Ярай әле, ер аҫ­тында төҙөгәндәр. Ер өҫтөндә шартлаған булһа, илдең көлө күккә осор ине. Аллам һаҡлаһын, Аллам һаҡлаһын!..

Фәсхетдин ФӘСТЕРГӘНОВ.

Автор:
Читайте нас