+16 °С
Дождь

Беҙ әҙәм балалары

Рәдиф ТИМЕРШИН (Төрөк сатиригы Азиз Несиндан) Әллә алыҫта, әллә яҡында бар, ти, бер ҡала. Был ҡалала бар, ти, бер йорт. Был йортта йәшәй, ти, бер Әҙәм. Көндәрҙән бер көндө ошо Әҙәм уянып китһә, ни күҙҙәре менән күрһен, янында... ҡот осҡос өрәк ята!

Беҙ әҙәм балаларыБеҙ әҙәм балалары
Беҙ әҙәм балалары

Күҙҙәре – буйволдыҡы, ҡолаҡтары – ишәктеке, мороно – сусҡаныҡы. Юрған аҫтынан оҙон тырнаҡтар һәм йөнтәҫ эт ҡойроғо тырпайып тора. Ә бит кисә генә үҙ ҡатыны янына ятып йоҡлағайны Әҙәм. Кисә генәме һуң, утыҙ йыл инде уртаҡ мен­дәргә баш һалып йоҡлай улар.
Ҡосағында ятҡан өрәк­кә күҙ ташлау ме­нән, аҡырып ебәрҙе Әҙәм.
– Нимә булды һиңә, йәнем? – тип һораны өрәк, ҡапыл уянып.
Өрәктең тауышы – тап ҡаты­ныныҡы. Тик ғәҙәттәгенән бер аҙ йомшағыраҡ һәм яғым­лыраҡ кеүек.
Әҙәм карауаттан һикереп төштө лә, мөйөшкә боҫто. Өрәк тә торҙо. Йә, Хоҙай! Шундай ҙа ҡурҡыныс ҡиәфәт булыр икән! Сәстәре убырлы ҡарсыҡтыҡылай оҙон, терпе энәләреләй тыр­пайышҡан.
– Нимә булды һиңә, бәғерем? – тине өрәк. Тауышы шул тиклем наҙлы үҙенең. Әҙәм, теге ғәлә­мәтте күрмәҫ өсөн, битен ҡул­дары менән ҡапланы ла, йәнә аҡырып ебәрҙе. Шул саҡ бүлмәгә сәйер йән эйәләре килеп инде. Аяҡтары – бәрәстеке, кәүҙәләре ялтырауыҡ тәңкәләр менән ҡап­ланған. Ҡолаҡтары беҙҙәй осло. Сәстәре сүбәктәй. Әҙәм йәнә ҡысҡырып ебәрҙе: “Юға­лығыҙ күҙ алдымдан!”
– Атай, ни булды һиңә?!
Әҙәм тораташтай ҡатып ҡалды. Бәрәс һәм йылан затынан уҡ­маш­ҡан сәйер йән эйәләре ба­лаларының тауышы менән өн­дәш­һен әле! Әҙәм ишеккә ташланды: “Әсә-ә-ә-й!”
– Нимә булды, улым? – Күрше бүлмәнән әсәһенең тауышы ишетелде. Әҙәм ишекте асып ебәрҙе һәм... саҡ-саҡ ҡына һуштан яҙып йығылманы. Уның алдында... бүре башлы ҡорсаңғы һыйыр тора ине!
– Һыпыртығыҙ бынан! – тип ҡысҡырҙы ла сығып йүгерҙе Әҙәм.
Тик был нимә? Урам күҙ күр­мә­гән, ҡолаҡ ишетмәгән йән эйә­ләре менән тулған! Кеше башлы фил. Сусҡа моронло, йылан ҡойроҡло быҙау. Маймыл башлы дөйә. Ә үҙҙәре бөтөн үк януар ҙа түгел бит әле. Әҙәм бынан табан ялтыратыу яғын ҡараны. Әммә бөтә тирә-йүн шундай уҡ шөкәтһеҙ йән эйәләре менән тулғайны. Ул үҙе эшләгән урынға килеп еткәнсе йүгерҙе. Баҫ­ҡыс­тан күтәрелгәндә ул бында ла шул уҡ йән эйәләре мыжғып тороуын күрҙе. Әҙәм үҙ бүлмәһенә инде. Ҡыңғырауға баҫып, ярҙам­сыһын саҡырҙы. Ишектә эт башлы, тауыҡ аяҡлы һарыҡ күренде.
– Тыңлайым һеҙҙе, әфәндем!
– Мин аҡылдан яҙам! Аҡылдан яҙам! – тип ҡысҡырҙы Әҙәм.
– Нимә булды? Ниңә кәйефегеҙ ҡырылды? – тип төпсөндө һарыҡ.
– Тәнзилә туташты саҡырығыҙ!
Тәнзилә – сәркәтип ҡыҙ. Ул бик һылыу. Әҙәм уны үлеп ярата. Ишек асылды һәм бүлмәгә... һыйыр аяҡлы, кәзә башлы күркә инеп ауҙы.
– Һин кем тағы?! – тип ҡыс­ҡырҙы Әҙәм.
– Бәй, үҙегеҙ саҡырҙығыҙ бит! – тине күркә.
Бына-бына аңын юғалтасағын шәйләп, Әҙәм директор бүлмә­һенә атылды. Әммә директор өҫ­тәле артында ерәнгес бер ишәк ултыра ине.
Әҙәм урамға сығып сапты.
– Ҡотҡарығыҙ!.. – Әҙәм, үрһә­ләнеп, ҡысҡырырға тотондо. Тауышҡа төрлө яҡтан йәмһеҙ йән эйәләре сабышып килде.
– Аһ! Аһ! – тип ғәжәпләнделәр уны ҡамап алған йән эйәләре. – Тамам аҡылдан яҙған, бахыр!
Әҙәмде, аяғын-ҡулын бәй­ләп, дауаханаға кил­тер­ҙеләр. “Ҡот­ҡарығыҙ! – тип ялбарҙы һаман Әҙәм. – Бер генә әҙәми зат та юҡмы ни һуң бында?!”
Бүлмәгә дөйә сираҡлы, аҡ халатлы ат килеп инде.
– Һеҙгә ни булды? – тип һораны ат, яғымлы йылмайып.
Әҙәм, башынан кискән­дәрҙе бәйән иткәс, йәнә һорау бирҙе:
– Ҡайҙа булған был кеше­ләр?!
– Аңлашылды. Мин һеҙҙе тиҙ дауалармын,– тине ат. Ул ҡомаҡ башлы ташбаҡаға боролдо:
– Көҙгө бирсе. Үҙенә үҙе күҙ һалһын әле.
Әҙәм көҙгөгә баҡты. Быға тиклем күргән йән эйәләренән дә ҡурҡыныс, ерәнгес зат ҡарап тора ине көҙгөнән! Йөҙө ҡанға батҡан. Ауыҙ ситтәренән филде­келәй ҡаҙыҡ тештәре тырпайып тора. Ҡолаҡтары ҡуяндыҡы, күҙ­ҙәре суйындай ҡабарған. Маң­лайында – мөгөҙ. Ә кәүҙәһен йыландыҡы кеүек йәм-йәшел ҡабырсаҡ ҡаплаған.
Әҙәм аңын юғалтты. Аңына килгәс, зәғиф тауыш менән:
– Мин ҡайҙа? – тип һораны.
– Һеҙ дауаханала. Хәлегеҙ нисек? – тине аҡ халатлы табип.
– Рәхмәт һеҙгә, табип әфәнде, үҙемде бик яҡшы тоям.
– Әгәр ҙә икенсе тапҡыр шундай хәл була ҡалһа, иң тәүҙә үҙ-үҙегеҙгә күҙ һалығыҙ! – тине табип. Һәм шул саҡ Әҙәм уянып китте.
– Хәйерле иртә! –тине ҡатыны яғымлы тауыш менән. – Һин бөгөн оҙағыраҡ йоҡо һимерт­тең... Кофе әҙер, һине генә көтә­беҙ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас