Башҡортостандың атҡаҙанған артисы йырлай, тип иғлан итәләр. Әстәғафирулла, быныһына ла ат бүләк иткәндәр. Фидан Ғафаров бик шәп йырлай. Уға бер түгел, ике ат бирер инем. Нишләптер артистарға ат бирәләр, ниңә береһенә лә һыйыр бирмәйҙәр, тип аптырай торғайным. Быныһы хөртөрәк йырланы, уға һыйыр ярамағанмы ни? Шул хәтле атты ҡайҙан алмаҡ кәрәк, тип эстән генә үҙемсә фекер йөрөтә инем.
Ырымбур ҡыҙы
Мин үҙем Башҡортостанда үҫһәм дә, Ырымбурҙа тыуғанмын икән. Көндәрҙең береһендә әсәйем яғынан Ырымбурҙан ҡунаҡҡа ике ҡустыһы килеп төштө. Уларҙы күргән дә, белгән дә юҡ ине. Бер нисә көн ҡунаҡ булғас, былар мине алып ҡайтабыҙ, әйҙә, тип, етмәһә ҙур тоҡ тотоп алып картуф баҡсаһы буйлап баҫтыра башланы. Русса бер һүҙ белмәһәм дә шунда: «Нет, нет, иди сам» тип үкереп илайым. Ә тегеләр ауыҙ йыра. Үҫеп еткәс кенә эштең нимәлә икәнен белдем.
Юғалған аҡса
Берҙән-бер көндө берҙән-бер улыма кәләш тә әйттерҙек. Мин көнө буйы эштә, ә киленебеҙ декрет ялында. Күршеләр юбилей үткәрәбеҙ тип, беҙҙән тәрилкәләр алып торған. Улар залдағы стенка эсенә күпләп өйөп ҡуйылғайны.
Күршеләр тәрилкәләрҙе йыуырға тотонған. Ҡараһалар араларынан берәр меңлектән ун мең һум аҡса килеп сыҡҡан. Ҡапыл ғына аҡса кәрәкһә, кассаға йүгергәнсе ҡул аҫтында булһын, тип, шунда тота инем.
Эштән өйгә ҡайтып инһәм, килендең ауыҙы йырылған: «Һөйөнсө, аҡса таптым!». Мин әҙерәк аптырай төштөм. Ул хәлде һөйләп бирҙе. Элегерәк кешеләр ышаныслы, ғәҙел ине шул. Белмәйем, күрмәнем, тип яуаплаһа ни эшләр инем икән? Ошонан һуң аҡсаларҙы кассала тота башланым.
Л. ИШКИЛДИЕВА.