+15 °С
Ясно

Ғәжәйеп күренеш

Өй алдында таҡталарҙан әт­мәләп ҡуйылған өҫтәл эргә­һендәге эскәмйәлә уйланып ултыра инем, яныма бер әҙәм килеп сүгәләне. Алама ке­йем­дә, һа­ҡал-мыйыҡ баҫҡан.

Ғәжәйеп күренешҒәжәйеп күренеш
Ғәжәйеп күренеш

Бе­рәҙәк. Килеп ултырҙы ла, көтөл­мәгән һорау бирҙе:
– Экстрасенсорика, эзотерика, магия, оккультизм, парапсихология менән ҡыҙыҡһына­һығыҙ­мы?
– Юҡ, – тинем. Шунан был кеше миңә бик оҙаҡ магия тураһында лекция һөйләне. Әйтергә кәрәк, ҡыҙыҡлы һөй­лә­не. Эрудициялы кеше икән. Тик унан ишет­кән­дәргә ышаныу ауыр. Имеш, магтар ба­рыһын да булдыра. Осоп йөрөй ала, ауыр әй­берҙәрҙе уйы менән күтәрә, хатта магия көсө ме­нән төрлө нәмәләрҙе юҡтан – бар, барҙан юҡ итә! Әкиәт! Ет­мәһә, маг ки­ләсәкте лә, үткән­дәр­ҙе лә әйтеп бирә ала, имеш…
– Быныһы инде бөтөнләй мөм­кин түгел, – тинем. – Киләсәкте бер кеше лә бер нисек тә белә алмай.
– Киләсәгегеҙҙе әйтәйемме? – тип һораны ул.
– Булмағанды! – тип йылмай­ҙым мин.
Ул биш минутлап кеҫәләрен аҡтарҙы. Бөтәһен дә тикшереп сыҡҡас, ғәйепле тауыш менән:
– Магик шарымды онотоп ҡал­дырғанмын икән, – тине.
– Шар менән дә, унһыҙ ҙа бер нәмә лә күрһәтә алмайһығыҙ.
– Магия – иң тылсымлы фән, – тип дауам итте ул, минең һүҙҙе ишетмәгәндәй. – Ике буш шешә аша ла ғәжәйеп күренеш күҙәтеп була. Араҡы шешәләрен төптәре менән терәйһең һәм бөттө-китте. Шешә ауыҙынан ҡараһаң, ғәжә­йеп күренеш асыла.
– Мин тиле кешегә оҡшаған­мынмы ни? – тип һораным тегенән. – Юҡ-бар һөйләйһегеҙ.
Ул, шешә алып өҫтәлгә ҡуйҙы ла, йәнә пакетын аҡтара башланы. Ниһайәт, ватыҡ шешә башы тартып сығарҙы ла, аяныслы тауыш менән:
– Ғәжәйеп күренеште күрһәтеп булмай һеҙгә. Бер шешәм ва­тыл­ған икән, – тине.
Был авантюристы фаш итергә кәрәк, тип уйлайым.
– Хәҙер бер шешә лимонад алып киләм.
– Лимонад шешәһе магик тәжрибәләр өсөн ярамай, – ти был.
– Араҡы алам! – тинем мин ҡыҙып китеп. Араҡы алып килдем дә:
– Түкһәң, әрәм була. Эсәйек башта, – тип тәҡдим яһаным.
– Һеҙ бит ғәжәйеп күренеш күрергә те­ләйһегеҙ. Һеҙҙең баш саф булырға тейеш, – ти был.
Араҡы шешәһен ми­нән тартып алды ла, тын да алмай ауы­ҙынан эсеп бөтөрҙө. Йөҙөн дә һытманы. Унан, ике ше­шәнең төбөн төпкә те­рәп, миңә һуҙҙы ла:
–Ҡарағыҙ хәҙер ғә­жәйеп кү­ренеште! – тине.
– Зәңгәр таптарҙан башҡа бер ниндәй ғә­жәйеп күренеш кү­рен­мәй, – тинем мин тантаналы тауыш ме­нән, өс минутлап ҡарап тор­ғандан һуң. – Магия – буш нәмә икәне асыҡ хәҙер! Хурға ҡал­дығыҙмы?! Хи-хи-хи!..
– Ә һеҙ ихлас күңелдән, иғти­барлап, ашыҡмайынса ҡа­рағыҙ, – тине теге. Мин йәнә ше­шә төбөнә текәлдем. Бер ун минутлап ҡарап торғанмындыр.
– Бер нәмә лә күренмәй! – тинем асыулы тауыш менән. Әм­мә тылсымлы танышым мине ишетмәне. Унан елдәр иҫкәйне инде. Бәй, бәй, барҙан юҡ булды лаһа был! Ғәжәйеп күренеш! Ысынлап та, магия – буш нәмә түгел, ахырыһы.

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас