-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Был нимә?

Рәдиф ТИМЕРШИН (Төрөк сатиригы Азиз Несиндан әҙ-мәҙ сәлдермеш) Эй, туғандар, эш табыуы үлем бит хәҙер. Йөрөй торғас, бер крутой бизнесмен педагог итеп алды. Дүрт йәшлек малайын тәр­биәләргә. Түлке иҫкәртеп ҡуям, профессорҙарҙың да көсө етмәне ул башкиҫәргә, ти.

Был нимә?
Был нимә?

Һи-и-и-и, мин әйтәм, ерунда, бүстәк, университетта педагогиканан имтиханды “бишле”гә биргән кеше әле мин, тинем. “Ир баланы нисек тың­латырға?” тигән темаға диссертация ла яҙҙым, тинем. Килте­ре­геҙ әле бында үҙен, тинем. Ә теге бала иһә килтергәнде көтмәне, атынғыста атынған еренән туп-тура миңә ырғыны. Муйынымдан ҡосаҡлап алды ла: “Задушу, сволочь! – ти. – Мин – Человек-паук, ә һин кем?” – ти. “Мин – Шварце­неггер, тигән булдым”. “Әй, Швар­ценеггер, иҫән саҡта тай, мин һинән хәҙер кәтлит яһа­йым”, – ти теге.
Елкәгә менеп атланды ла, минең танауҙы тотоп:
– Был нимә? – ти.
– Танау, – тим тыныс ҡына.
– Юҡ, был нимә? – ти теге.
– Танау, – мин әйтәм, – танау.
– Юҡ, юҡ, был нимә? – тип ҡабатлай теге.
– Танау, танау! Танау ул бик кәрәкле ағза. Танау менән һауа һулайҙар, – тим.
– Ә ул һауаны ниңә һыулайҙар, ҡороғанмы ни ул һауа? – ти теге.
– Уны һулайҙар, то есть, уны һыуламайҙар... – тим.
– Һуламай ғына һыулайҙармы ни? – ти теге.
– Эйе.
– Был нәмә менәнме? – теге минең танауға ике ҡуллап йәбеш­те. – Был нимә һуң ул? – ти.
– Танау.
– Һыулай торған танаумы?
– Һулай торған танау. Йәғни, тын ала торған танау.
– Уныһын аңланым, – ти теге, – ә был нимә?
– Танау инде, танау, әйттем бит инде, – тим.
Алланан сабырлыҡ теләйем үҙем эстән генә. Бала тәрбиә­ләгәндә иң кәрәкле нәмә – сабырлыҡ, шуны онотмағыҙ, тим теге башкиҫәрҙең атаһына. Ба­лаға һәйбәтләп аңлатырға кәрәк, ун, йөҙ, мең ҡат ҡабат­лар­ға, уның аңына барып еткәнсе ҡабатларға кәрәк, тим. Теге баш­киҫәр шул һүҙҙәрҙе генә көткән­дәй, йәнә үҙенекен туҡырға тотондо:
– Был нимә?
– Танау. Танау, тинем бит. Танау был, танау!..
– Был нимә? – ти теге.
– Танау был, танау! Уны морон тип тә йөрөтәләр. Борон-борон заманда, кәзә команда, һайыҫҡан сотник, өйрәк үрәтник булғанда...
Фу-у-у, алышына башланым буғай... Ярай әле теге башкиҫәр, елкәнән шыуып төшөп, бытовкаға инеп китте. Ҡотолдом, мин әйтәм, былай булғас! Аңланы, буғай, нәкәнис. Әммә ул да булманы, те­ге башкиҫәр швабра һөйрәп килеп сыҡты. Швабраның туҙан­ланып бөткән йөнлө башын минең танауға терәне лә:
– Был нимә? – ти.
– Танау, – мин әйтәм. – Эре ке­шегә, танауыңды күтәрмә, тип тә әйтәләр. Эреләнергә ярамай. Аңланыңмы?
Теге аңланы, буғай, швабраһын минең ҡулбашҡа эләктереп һалды ла, йәнә бытовкаға инеп китте. “Уф-ф-ф, ҡотолдом!” Шулай уйлауым булды, теге башкиҫәр бик ҙур ҡыпһыуыр тотоп килеп сыҡты. Йәнә елкәгә менеп атланды. Танауымды ҡыпһыуыр менән ҡыҫ­тырҙы ла:
– Был нимә? – ти.
– Әлләү! Мыр.. грын... – тип мығырланым мин.
– Маргаринмы ни? – ти теге. – Әйҙә, улайһа, кухняға шагай! – ти. Елкәнән шыуып төштө лә, газ плитәһен тоҡандырҙы.
– Эйел, – ти, – башыңды жарить бу­дем маргарин менән, – ти. Күрәләтә башты утҡа тығып булмай бит инде, артҡа сигенә башланым. Боролһам, теге башкиҫәр крутой бизнесмен атаһының пистолетын минең танауға тоҫҡап тора!
– Суҡындырмаҫ борон плитәгә борол! – ти теге еүеш морон.
– А-а-а-а-а-а! – мин, бар көсөмә аҡырып, һанап бөтмәҫлек бүл­мәләр буйлап саба башланым. – А-а-а-а-а-а!.. Үлтерәлә-ә-ә-ә-р!..
Крутой бизнесмендың телефон аша: “Психиатр иптәш! Еще один клиент готов!” тигәнен хәтерлә­йем, башҡаһы иҫтә түгел. Частный врач менән һүҙ берләшеп, тегеңә психтар әҙерләү менән шөғөл­ләнә булып сыҡты был бизнесмен. Малайын да шуға йәлеп иткән.
Бына бит ниндәй заманалар килде, туғандар! Теге башкиҫәр малай әйтмешләй, был нимә, ә?!.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас