+20 °С
Дождь

Элемтәсе Латиф бабай

Көйөргәҙе районы Яманһары ауылында Латиф бабай йәшәй торғайны. Әллә ни оҙон-оҙаҡ хә­бәр һөйләп бармаһа ла, аҙ-маҙ хә­мер ҡапҡылағас, донъяһын онотоп, телефон аша һөйләшер­гә ярата ине мәрхүм:– Да, да, да!

Элемтәсе Латиф бабайЭлемтәсе Латиф бабай
Элемтәсе Латиф бабай

– Латиф ағай, саҡ ҡына һуғып алһаң, ниңә гел телефондан һөй­ләшәһең ул? – тиһәләр, “элемтә­се”:
– Әллә, кантурҙа ҡарауылсы бу­лып эшләгәндә кешеләрҙең телефон аша һөйләшкәнен тың­лап, өйрәнгәнмен дә киткәнмен шул, – тип яуаплай икән аҡһаҡал.

ТИМЕРСЕ ШАЯРЫУЫ

Дауыт-Ҡайып ауылында оҫта ҡуллы тимерсе Шәрәфулла бабай бар ине. Бер көндө тимер­леккә Рәшит, ауылса әйткәндә, Әптерәш килеп инә.
– Колхоздың бесән йыйғысы боҙолдо. Матурлап йыя алмайым. Төҙәтеп кенә бир әле, ағай.
Тимерсе, арлы-бирле һуҡҡы­лап-борғолап ала ла, асҡыс-сүкештәрен ситкә ташлап:
– Бар, ҡустым, иҫән-һау эшләп ҡайт! – тип оҙа­тып ҡала.
Күпмелер ваҡыт үтеүгә Әпте­рәш яңынан пәйҙә була.
– Ҡайҙа тиклем барып еткәй­нең, ҡустым?
– Билал ҡабағына…
– Ә мин һине Сағыл аҫтына ла етмәҫ әле был тип уйлағайным да, – тип шаярта икән тимерсе ҡарт. Сағыл аҫты тигән ер ауыл эргәһенән үк башлана…
Шәрифулла оҫта ниңә улай эшләгәндер, берәүгә лә мәғлүм түгел…

ШАХМАТ КЕМДЕКЕ?

«Пионер» журналы редакция­һында күмәклә­шеп шахмат уйнау ғәҙәткә әйләнеп киткәйне. Төшкө ял сәғәте еттеме, элекке ауыл малайҙары – Шәриф Бикҡол, Баян Гәрәй, Әнүәр Бикчәнтәев, Вәзих Исхаҡов, Зиннәт Әминев, Агиш Ғирфанов ағайҙар йыйыла. Баш мөхәррир Динис Бүләков, былай арыу ғына уйнаһа ла, әллә ни ҡатнашып бармай, көйәрмән сифатында йөрөп ята.
Журналдың яуаплы секретары еңелгәнен күргән Динис мәрәкә­ләргә тотона:
– Тор, Зиннәт ағай, отолдоң бит!
Зиннәт Ғәни улы, Өфөлә йәшә­һә лә, ауылса ябай, балаларса их­лас кеше ине. Ул, маң­лай сәстәрен һыйпап:
– Ә шахмат кемдеке? – тип, һорау менән яуап бирә.

БЕСӘНДӘ

Салауат ҡалаһынан ауылға ҡайтып, урамда йөрөп ятам, ҡайһы бер өйҙәргә инеп, хәл белешәм. “Һаумы, улым!” – тигән тауышҡа боролоп ҡараһам, Хисам бабай елдерә икән. Ар­ба­һында – салғы, ағас һә­нәк һәм бү­тән кәрәк-яраҡтар. Бесән са­бырға китеп барыуы.
– Әйҙә, балам, бесән әҙерлә­шер­гә, – ти бабайым.
Мин риза булдым. Икәү булғас ни, апаруҡ ҡына бесән сабып ташланыҡ. Төшкө ашҡа туҡтаныҡ. Йомабикә инәй йомортҡалар ҙа бешереп һалған. Һый мул күренә, тик хужа ниңәлер борсола төштө. Күрәм: бабайым «аҡбаш» та килтереп сығарҙы, ке­ҫәләрен ҡап­шап-һыйпап ҡуя.
– Нимә эҙләйһең, Хисаметдин бабай?
– Эй, улым, стакан алырға онот­ҡанмын…
– Аптырама, бабай. Хәҙер яйын табабыҙ. Йомортҡаларҙың эсен соҡоп алабыҙ ҙа – «бокалдар» әҙер.
Хужа ҡапыл уянып киткәндәй булды:
– Ысынлап та!..
Иң ҡыҙығы шул: ауылға ҡайт­ҡан һайын Хисаметдин бабай ошо мәрәкәне ҡат-ҡат телгә ала торғайны.

Венер ЙӘНБӘКОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас