+15 °С
Облачно

Амантай заманса эшләй

Риф МИФТАХОВ (Хикәйә) Амантай хужалыҡ ҡылған идарала кемдәр генә эш­ләмәне. Алаһы ла, ҡолаһы ла, тигәндәй. Берәүһе ялҡау, икен­сеһе эскесе, өсөнсөһө ғәй­бәтсе... Заманында улар менән күп айҡалашты Амантай.

Амантай заманса эшләйАмантай заманса эшләй
Амантай заманса эшләй

Ул әҙәм аҡтыҡтарынан ҡотола алмай яфаланып бөтә торғайны. Ярай әле замана үҙгәрҙе. Хәҙер бер кемгә лә буйһонмайһың, теләһә кемде эштән ҡыуып була. Үҙең – алла, үҙең – мулла. Элек, ысынлап та, оҫталарҙы юғалтыу ныҡ һиҙелә торғайны. Ә хәҙер, киреһенсә, кадрҙарҙан тиҙе­рәк ҡотолорға сәбәп кенә эҙләп йөрөй Амантай. Эш хаҡтары янға ҡала, премиялар алырға мөмкинлек тыуа. План барыбер арттырып үтәлә. Биш кеше эшләһә лә, бер кеше эшләһә лә – һиҙелмәй ҙә, заманы шундай.
Әйтәйек, күптән түгел бүлек мө­дире Ғайса Ғаязовичтан ҡо­толдо Амантай. Уға бик оҙаҡ «теше үтмәй» йөрөгәйне. Төрлө һыл­тау-сәбәптәр табып, әллә нисә тапҡыр яҙма рәү­ештә шелтә лә биреп ҡараны. Һуң­ғыһын бир­гәндә: «Амантай Әхмәто­вич, ул приказ ҡағыҙҙарығыҙ байтаҡ ҡына булды шикелле, шуларҙы йыйып, йомшартып бирегеҙ әле, юҡһа, батша йәйәү йөрөй торған ергә барырға ҡағыҙҙарым бөтөп китте», – тип мыҫҡыллы көлгәйне. Әйҙә, бына хәҙер көлөп ҡараһын! Йә булмаһа, юғарыға ялыу менән барһын! Дө­рөҫлөк йөҙ ҡат уның яғында булһа ла, уны эт тә тың­ламаясаҡ. Һәр кем бары үҙ йәнен ҡотҡара хәҙер. Бөттө ул кеше яҡлау заманалары!
Амантай быларҙы яҡшы аңлай, әлбиттә, заманса эш итә.
Тегендә-бында ҡыҫылып: «Һеҙ баш-баштаҡлыҡ ҡылаһығыҙ, кадр­ҙар менән шаяраһығыҙ!» – тип сәрел­дәүсе, үҙен һаман профсоюз ойош­маһы етәксеһе итеп күреүсе Ирина Фәйзиев­нанан да ҡотолһа, ул етәк­селек иткән идарала уға ярты ауыҙ һүҙ әйтеүсе лә ҡалмаясаҡ. Хәҙер көслө Амантай. Оҙаҡламай, юҡты бар итеп, уны ла урынынан алып сөйҙө.
– Һеҙгә исемде яңылыш ҡуш­ҡандар. Амантай түгел, Ямантай һеҙ. Һеҙҙә бары тик яманлыҡ ҡына, идара байына әүерелдегеҙ, һеҙҙән ҡурҡ­ҡандан китмәйем, һеҙҙең менән ошоғаса эшләүемә ғәрләнәм, тамам оятһыҙға әүе­релдегеҙ, – тигән була хәстрүш бисә.
Амантайҙың алдына сығып буламы ни?
– Мин ниңә оялырға тейеш? – тине ул, сәстәрен артҡа тарап. – Баштараҡ ултырғандар оялһын, улар мине шуға өйрәтте. Хәҙер оялған кеше донъя ла көтә алмай, етәксе лә була алмай. Аңларға ваҡыт.
– Аңланыҡ. Оҙаҡламай һеҙ ҙә аңларһығыҙ, – тип, Ирина ишек тот­ҡаһына үрелде.
Ирина Фәйзиевна киткәс, Аман­тайға бер нисә кеше эштән китергә үҙҙәре теләп ғариза яҙҙы. Хужа тамсы ла ҡаршы килмәне, рәхәтләнеп ҡул ҡуйҙы ла, улар сыҡҡас, үҙ алдына: «Әй­ҙә, һыпырта бирегеҙ, һеҙ киткән­дән ер ярылмаҫ, донъя үҙгәрмәҫ, киреһенсә, план да үтәлер, ке­ҫәләр ҙә ҡалынайыр, ағайығыҙ­ҙың бер ҡайғыһы булмаҫ», – тип һөйләнә-һөйләнә тәмәке ҡабы­ҙып, ләззәт­ләнеп һура башланы.
«Ҡаты ҡуллы» хужа бының ме­нән генә туҡталманы – тағы ла бер нисә хеҙмәткәрен урыны­нан осорҙо. Тора-бара улар секретарь ҡыҙ менән икәү генә ҡал­ды. Амантай көнөн эш бүлмә­һен­дә коньяк эсеп, йоҡлап үткәр­һә, секретарь ҡыҙ ярты көнөн тырнаҡ буяп, ҡалған яртыһын мага­зиндарҙа йөрөп уҙғарҙы.
Ошо аҙнаның шаршамбыһында – Яңы йыл алдынан – Амантай Әхмә­товты ул буйһонған идара хужаһына саҡырттылар. Ҡото осоп барып керҙе ул. Бөттөм, тип уйланы. Баҡһаң, яңы эконом идара, үҙебеҙсә әйткәндә, һаҡ­сыл тотоноу идараһы асҡандар икән. Амантайға шуның хужаһы булырға тәҡдим яһанылар. Эш хаҡы ла ҙур буласаҡ, еңел машина ла беркетәсәктәр икән. Нисек баш тартһын инде Амантай!
Оҙаҡламай, ике көн байрам иткәс, ул яңы эш урынына килде. Тәүҙә кадрҙар менән танышырға теләп, бөтәһен дә бергә йыйҙы. Залдағылар бик ныҡ таныш булып сыҡты – теге идаранан килгән хеҙмәттәштәре икән. Ниңәлер бөтәһе лә шат, йылмайышып ултыралар. Шул саҡ сәх­нәгә Ирина күтәрелде лә:
– Иптәштәр, Амантай Әхмәтов­тың идаралығы ябылды, әйҙәгеҙ, үҙе­беҙгә берәй эшкә урынлаш­тырайыҡ, – тиеүгә, залдағылар геүләшеп ҡул саба башланы.
Амантай тышҡа атылып килеп сыҡҡанын хәтерләмәй. Элекке хеҙ­мәттәштәренән бигерәк, Яңы йыл алды сюрпризын ойоштороусы етәк­селәргә һарыуы ҡайнай ине уның. Берәй ергә елдерер ине, машинаһы менән шоферы ла юҡ…

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас