+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Байрамда Байрас бәхетле булыр

Байрастың башы буталған, бүре­ген, бый­маһын балға буяған, бая барһам, башын бәй­ләгән, бәшмәк, билмән, бауыр­һаҡ бе­шер­гән, боҙға барып, боҙоҡ балыҡ быраулап бы­раҡтырған, бөгөн балаһына бер бир­сәткә бүләккә биргән, бисәһенә баҙҙан бәрәңге биргән.

Байрамда Байрас бәхетле булыр
Байрамда Байрас бәхетле булыр

Былтырҙан Бай­растың башы бимазалай, быйыл бахыр бигерәк биреште, байрамға барып ба­ҫырмы? Был боҙолоуы башына бәлә булды, балаһын, бисә­һен белмәй, балын белә, баһалай белә балды. Балаһын балалар баҡ­саһына барҙыртмай. Бөтәһенә лә байлыҡ биргән, бахырға байлыҡ бир­мәгән. Байрамбикәһе балала­маҡсы. Балаһы булһа, байлыҡ та булыр, Булаты, Борһаны бар, бы­ныһы берәй Бәлхиәһе булыр, бәлки. Булыр бала бауырҙан, бә­хете бала­һынан булыр. Бәлки, байрамға Бай­рам­бикәһе бәбәйләр. Бәхете булыр Байрастың. Булһын, булһын!

Рәсимә ҠОТЛОБИРҘИНА.

Фото: www.youtube.com

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас