+22 °С
Ясно

Ғибрәт ғалим

(Һинд әкиәте) Борон заман Һинд ярым­утрауында бер нисә дәү­ләт бул­ған. Ҡошала ти­гән дәүләттең батша­һы ша­ғирҙарҙы һәм ғалим­дарҙы бик хөрмәт иткән, ти. Уларҙы үҙ янында ғына тотҡан.

Ғибрәт ғалимҒибрәт ғалим
Ғибрәт ғалим

Бер ҙур ғалим вафат булғас, уның урынын, ниндәйҙер байҙың тәҡ­диме буйынса, Ғалимйән исемле әҙәм биләгән икән. Әммә исеме есеменә тап кил­мәгән, ти, уның. Йәғни башы әллә ни шәп эш­ләмәгән теге­нең.
– О, падишаһ! Ундай әҙәм­де үҙ яныңда тотоп, абру­йыңды төшөрмә! – тип кәңәш биргән аҡыллы ярандары.
Батша, һынап ҡарамаҡсы булып, Ғалимйәнде саҡырт­ҡан.
– Ташбаҡаларҙан ни файҙа? – тип һораған ул.
– Ташбаҡа йөнөнән кешмир шәл бәйләйҙәр, – тип яуапла­ған теге.
– Күл янып китһә, балыҡтар нисек ҡотола? – тип һораған батша, көлөүенән көскә тыйылып.
– Ағас башына менәләр! – тигән ғалим күҙ ҙә йоммай.
– Ә нисек менәләр һуң улар?
– Нисек булһын, һыйырҙар менгән кеүек!..
Батша, эсе ҡатҡансы көлгән дә:
– Был әҙәмде һарайҙан ҡыу­мағыҙ, үҙ урынында ҡал­һын! – тигән, ти, ярандарына. – Бынан һуң беҙ уны “Ғибрәт ғалим” тип йөрөтөрбөҙ...

Борһан БОРОНҒОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас