+19 °С
Облачно

Эшләпә

Шакир НАСИРОВ (Уймаҡ хикәйә) Бер егет эшләпә алырға тип магазинға инә. Һатыусы уның алдына төрлө төҫтәге эшләпәләр килтереп һала: ҡараһы ла, һороһо ла, күге лә, йәшеле лә бар.

ЭшләпәЭшләпә
Эшләпә

«Нин­дәй төҫтәгеһен алырға һуң?» – тип баш вата егет. Эшләпә алыу бик еңел түгел икән шул. «Туҡта, дуҫ-ишкә кәңәш итәйем әле», – тип ул магазиндан сығып китә. Бына бер иптәшен осрата. «Һин миңә ниндәй төҫтәге эшләпә алырға кәңәш итер инең?» «Нин­дәйе күңелеңә оҡшай бит. Мин үҙем күк эшләпә яратам». «Улай икән». Егет икенсе иптәшен осрата. Шул уҡ һорау. «Костюмың төҫөндәгене – һороно ал», – ти иптәше. «Улай икән». Өсөнсө иптәше: «Хәҙер йәшел эшләпә модала», – ти. «Улай икән». Эйе, эш­ләпә алыуы еңел эш түгел икән шул. Бик күп иптәштәренән һорап ҡарай, төрлөһө төрлөсә кәңәш бирә. Егет магазинға көн һайын биш-алты тапҡыр инеп сыға. Лә­кин, ниндәй төҫтәгене алырға белмәйенсә, аптырай. Шунан егет эшләпә алыуҙың ҡыйын­лығы ту­раһында бер иптә­шенә зарлана. Иптәше уға: «Һиңә бөтөнләй эш­ләпә алырға кәрәкмәй», – тип кә­ңәш итә. «Ни өсөн?» – тип аптырай егет. Иптәше: «Һин үҙең эшләпә!» – тип яуап ҡайтара. Егет, ысынлап та, эшләпә алмаған.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас