

– Әммә лә тарамыш ул шундай ҡәһәр һуҡҡан нәмә, – тине күршем, – бик оҙаҡ төҙәлмәй хитлай. Егерме көн ни ауырыу, ни сәләмәт түгел – ятам бына шулай.
Күршем ныҡ йонсоған. Үҙе үтә лә борсоулы. Хатта әйтер инем, ҡалтырауыҡҡа әйләнгән.
– Ята-ята нервы бөттө, күрше, – тине ул, ғазаплы һыҙланып.
– Бюллетенгә түләйҙәрҙер бит?
– Түләйҙәр ҙә ул.
– Тулыһынсалыр бит?
– Тулыһынса ла ул.
– Әләйһәң, борсолорға урын юҡ. Рәхәтләнеп ауырып тик ят.
– Ятырһың бында! – тип, күршем сатай-ботай йөрөнөргә тотондо. – Гәзит уҡыһаң – сәстәр үрә тора. Указдар сыҡҡас, урлашыу бөттө тинем. Ҡайҙа ул – һаман урлашалар.
– Гәзиттәргә яҙылғас, тимәк, бурҙарҙы тоталар, – тинем мин. – Быға шатланырға ғына кәрәк.
– Шатланырһың?! – тип йән асыуы менән бышылданы күршем. – Фабрикты талайҙар. Тамам бөтөрәләр. Сәлфетдин бер төргәк импортный драп сәлдергән. Ҡот осҡос! Тимәк, Сәлфетдин кәмендә ике йыл май эсендәге бөйөр шикелле йәшәйәсәк. Хәлфетдин, сволочь, егерме костюм урлаған. Уныһы ла импортный тауарҙан тегелгән.
– Ысынлап та, ҡот осҡос икән шул.
– Ҡот осҡос шул. Былай булғас, талап бөтәләр фабрикты. Егерме көн урт сәйнәп ят әле – һин нишләр инең?! Асыуыңдан шартлар инең!
Мин нимәнелер аңлай башланым һәм һорай һалдым:
– Аяғың һау булһа, нишләр инең?
Cәлдертдин, әй лә, Сәлфетдин эс серемде алырға итәһеңме тигәндәй, миңә ҡырын ҡарап алды ла, күҙен мут ҡыҫып:
– Фабрикка йүгерер инем… – тине. – Мин Хәлфетдиндән кәмме әллә? И-их, был аяҡты… шундай яуаплы мәлдә һәләк итте бит!
Күршем салт иттереп ауыртҡан аяғына һуғып алды…