-15 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Осоусы тәрилкә

Берҙән-бер көндө төн урта­һын­да уянып киттем. Күҙем ни эш­ләптер тәҙрә яғына төштө. Унан беленер-беленмәҫ яҡты­лыҡ һир­пелә. Үҙемсә, сәғәт нисә икән, тип баш вата башланым.

Осоусы тәрилкә
Осоусы тәрилкә

Күҙемде бер аҙ йомоп ятам да, тағы асам, тәҙрә яғын байҡайым.
Йоҡламаһаң, төн тигәнең шул хәтле оҙон икән. Хәтһеҙ генә ваҡыт үткән һымаҡ тойолдо. Бөтә кеше рәхәтләнеп йоҡла­ғанда, тороп йөрөп тә булмай. Түҙгәс, тү­ҙәйем инде, тип тыныс ҡына ятам.
Ята торғас, тағы тәҙрә яғына күҙ һалһам, ниндәйҙер ут бал­ҡы­ған һымаҡ булып китте. Йоҡ­лай алмағас, шулай инде, әллә нәмәләр күренә башланы, тип яңынан серем итергә маташып ҡараным. Юҡ, йоҡоноң остоғо ла күҙгә кермәй. Ә теге ҡыҙыл ут тәҙрә башында ғына былҡ-былҡ итеп тора. Бәй, мин әйтәм, был бит осоусы тәрилкә! Мине алырға килгәндер. Йоҡлай алмай ятҡанымды ҡайҙан белгән­дәр? Эргәмдә ятҡан бабайымды уятып, әллә хушлашып китәйем­ме икән?
Күҙемде бер йомоп, бер асып алам, йәнәһе, артабан нимә булырын көтөп ятам. Алып китһәләр ҙә, ризамын, тигән фекергә лә килдем. Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде, ни хәл итәһең, тип үҙемде үҙем йыуатҡан булам. Йоҡо ти­гәнең барыбер үҙенекен итә икән ул, нисектер йоҡлап кит­кә­нем­де үҙем дә һиҙмәй ҡалған­мын…
Таң атҡас та, төндә булған хәл­де бабайыма әйтермен, тип уй­лағайным, эш менән мәшғүл булып, онотҡанмын. Күпмелер ва­ҡыт үткәс, барыбер һөйләнем.
– Һине, ҡарт бисәне, кем алһын? – тип бабайым рәхәт­ләнеп көлөргә тотондо. – Осоусы тә­рил­­кәләр йәш, матур ҡыҙҙарҙы ғына алып китә. Һин күргән ялт-йолт килеп торған нәмә счетчик бит ул, бына ҡара әле, ваҡыты-ваҡыты менән ҡыҙыл уты ял­ҡылдап яна ла кире һүнә. Шуны күреп хыялланып ят­ҡан­һың. Тауыҡ төшөнә тары керә. Бер­ҙән-бер бабайыңды үҙһенмәй, әллә ниндәй осоусы тәрилкәләр тураһында хыялланып ятҡан­һың. Күрһәтермен мин һиңә осоусы тәрилкәне! Ана ашың­ды ҡара, бешмәгәнме, әтү ҡор­һаҡ асты.
Бабайымдан әрләнгәс, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм-йөрө­нөм дә, алай ҙа осоусы тәрилкә алып китмәгәненә һөйөнөп ҡуйҙым. Әтү бабайыма тәмле генә итеп кем аш бешереп ашатыр, сәй эсерер? Өйрәнелгән бабайым бит, уны һағынып үлер инем. Ул да минһеҙ сыҙамаҫ ине, тип ныҡ шатландым.
Бындай шомло уйҙар төшкә кермәһә яҡшыраҡ булыр ине, тип уйланым да бабайыма нығы­раҡ һыйынып, тәрән йоҡоға тал­ғанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын.

С. АЙРАНОВА.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас