

...Кабинетҡа инеү менән ул пинжәген һалып, ултырғыс башына элде, түрә ҡиәфәтенә инеп, өҫтәл ситендәге бәләкәй генә кнопкаға баҫты. Бүлмәгә секретаршаһы килеп инде.
– Тыңлайым, Нәжи Нәжметдинович!
– Бына нәмә, аҡыллым, бөгөндән башлап эште яңыса ойошторабыҙ. Ә хәҙер тыңла, иң мөһим бурысың шул...
Секретарь ҡыҙ, Яппаров һөйләгәнде яҙып алғас, сығып китте.
Өс-дүрт кеше ҡабул иткәндән һуң, ишектә папка тотҡан берәү күренде.
– Инергә рөхсәтме?
– Фамилияғыҙ?
– Юҡмаев.
– Сиратта – “Ғ” хәрефе. “Ю” – бер айҙан.
– Мин бер минутҡа ғына.
Юҡмаев нимәлер әйтергә тип ауыҙын ғына асҡайны, “Ғ” фамилиялы клиент һәм секретарша килеп инде. Юҡмаев ирекһеҙҙән сығып китергә мәжбүр булды.
“Ғ”нан һуң, йыртыша-йыртыша, кабинетҡа “М” килеп инде.
– Мин иң беренсе булып килгәйнем, – тип ныҡышты ул, – һеҙ мине башта ҡабул итергә тейешһегеҙ!
Әммә Яппаров уны ла ҡырт киҫте.
– Мин яңы ысул буйынса ҡабул итәм!..
Төш етәрәк телефон шылтыраны. Звонок “юғары”нан ине.
– Эшегеҙҙе яңы ысул менән башлап ебәргәнһегеҙ икән.
– Эйе, шулайыраҡ шул, тик һеҙҙе кем тип әйтәйем?
– Район хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары.
– Һаумыһығыҙ, Солтан Ғәлиевич, үҙем дә һеҙгә шылтыратырға ултыра инем.
– Кредит, йәш ғаиләләргә ипотека мәсьәләһе буйынсамы?
– Тап үҙе.
– Беҙ ул мәсьәләне ҡарап, хакимиәттең юридик бүлеге хеҙмәткәре Юҡмаевты, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе асыҡлау өсөн, һеҙгә ебәргәйнек. Ул әле минең кабинетта ултыра.
– Кем? Кем?
– Юҡмаев, тим. Эйе, беҙ әле уйлаштыҡ та, кредитты, йәш ғаиләләргә ипотеканы һеҙҙең яңы ысул буйынса бирергә булдыҡ.
– Нисек?! Мин быйыл алырға тейеш инем дәһә! Үҙегеҙ вәғәҙә иттегеҙ!
– Сиратта – “Д”!
Яппаров ҡыҙып-ҡыҙып бының ғәҙелһеҙлек икәнен аңлатырға тотондо. Әммә теге оста уны тыңламайҙар ине инде...