

Тик минең алама ғәҙәтем бар. Ҡайһы берҙә туҙға яҙмаған һорау биреп оятҡа ҡалам. Курсташ ҡыҙға компьютерын көйләп биргәс, ул ауыл ҡаймағы менән сәй эсерҙе.
– Һыйырығыҙ ҡасан быҙауланы? Беҙҙеке һаман быҙауламай, әллә ҡыҫыр инде, – тип тегене аптыраттым.
– Һинең урының филология факультетында түгел, ә аграр университетта, – тип ауыҙымды япты ул.
– Әсәйеңдең сәстәре ҡасан саллана башланы? – тип һораным кинонан ҡайтып килгәндә бер ҡыҙҙан. Ул атлап барған ерҙән ҡапыл туҡтаны ла миңә тишерҙәй итеп ҡараны. Иҫәр! Ни бысағыма кәрәк инде миңә был?! Ә-ә, иҫемә төштө, кинола ап-аҡ сәсле әбейҙе лә күрһәткәйнеләр бит әле.
Яңы танышҡан ҡыҙ алдында ауыҙымды самалап асырға үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем.
Беренсе осрашыуҙан икебеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалдыҡ, тағы күрешергә килештек. Тик осраша алманыҡ. Иртән лекцияға барғанда тайып йығылдым. Йығылдым, тип әйтеү аҙ, аяғымды һындырғанмын. Һытылған йөҙөмдө, аяғыма баҫа алмауымды күргән курсташтарым “Ашығыс ярҙам” саҡыртты.
Дауаханала ике аҙна яттым. Ике тапҡыр әсәйемә шылтыраттым. Ҡайҙа икәнемде әйтмәнем, әйтһәм, сәүсәләк әсәйем ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап, 120 саҡрымдағы ҡалаға такси яллап хәҙер килеп етәсәк. Һуңынан, әлбиттә, үҙем менән ни булғанын һөйләнем, тик дауахананан сыҡҡас.
Ә бына яңы танышҡан ҡыҙға шылтыратырға башым етмәгән. Гипстағы аяғым ныҡ һыҙлай ине, уның ҡайғыһы булмағандыр инде. Шунан был килеш күҙенә лә күренгем килмәне. Тик ҡултыҡ таяҡтарында йөрөй башлағас, уны шул тиклем күргем килде. Түҙмәнем, шылтыраттым. Башта уның һөйләшкеһе лә килмәне:
– Һүҙеңдә тора белмәгәс, вәғәҙә бирмәҫкә ине. Егеттәр бөтмәгән, һин тәүгеһе лә, һуңғыһы ла түгел, – тип ҡырт киҫте.
Уны ышандырыр өсөн гипслы аяғымды фотоға төшөрөп ебәрергә тура килде. Шунан һуң ғына ипкә килгәндәй булды. Йәнә осрашырға килештек. Мин ҡултыҡ таяҡтарында буласаҡмын, тип иҫкәрттем. Ҡыҫҡаһы, урынды һәм ваҡытты билдәләнек.
Һөйләшеп бөткәс, иҫәр әҙәмдәй һау аяғым менән һикерергә тотондом. Икенсе тапҡыр һикергәндә һау аяғымда нимәлер шыртланы. Күҙҙәремдән йәш атылып сыҡты, ауыртыуҙан үләм икән тип торам. Аяғым яраланған, унан сөбөрләп ҡан аҡҡан һымаҡ. Табип ҡарағас, тарамыш өҙөлгәне асыҡланды. Медициналағы терминологияны бик үк белеп бөтмәйем, әммә үксә янында ниҙелер өҙҙөргәнмен.
Бәлки, көлкө булып тойолор, ул кистә миндә көлкө ҡайғыһы юҡ ине. Бәҙрәфкә тиклем сәйәхәт егерме минут ваҡытты алды. Ауыртыуға түҙә алмай коридорҙа уҡ ыштанымды еүешләргә әҙер инем инде. Нисек етте шулай барып еттем. Шунан тағы карауатҡа тиклем сәйәхәт. Ҡыҙыма шылтыраттым:
– Билдәләнгән ерҙә осраша алмайбыҙ, палатала күрешербеҙ. Үҙең менән әҙерәк ашарға ла ал.
Дауахананың буфетына барыуҙы уға беренсе тапҡыр шылтыратҡас планлаштырғайным. Күреүегеҙсә, килеп сыҡманы.
Ҡыҙым башта етди һөйләште, һуңынан эсе ҡатып көлдө:
– Һин минең тормошомдағы иң проблемалы чувак. Көт!
Бер сәғәттән килеп етте. Бер пакет аҙыҡ-түлек алған, етмәһә, картуф менән кәтлит ҡыҙҙырған. Был тормошомдағы иң шәп осрашыу булды. Картуф менән кәтлитте һыпыртып ҡуйғас, тәм-том менән сәй эстек. Онотмаҫ борон яҙып ҡуяйым әле, университетты тамамлағансы башҡа ҡыҙҙар менән осрашыуға йөрөмәнем.
А. ЯҠШЫБАЕВ.