+24 °С
Облачно

Элеккене иҫкә төшөрөп...

Камил ФАЗЛЫЙ ХӘБИБТӘН СӘЛӘМ! Ҡасандыр бергә уҡыған класташым шылтыратты:– Хәлдәр нисек? Иҫән-имен­һегеҙме?– Рәхмәт. Әлегә барыһы ла һәйбәт. Әйткәндәй, һиңә Хәбибтән сәләм! Бик тә һағынған, дүрт күҙ менән көтә һине, тиҙерәк килһен, ти.– Ахмаҡ! – тип яуапланы һабаҡ­ташым һәм шапылдатып трубканы һалып та ҡуйҙы.

Элеккене иҫкә төшөрөп...Элеккене иҫкә төшөрөп...
Элеккене иҫкә төшөрөп...

– Ҡайһыбыҙ ахмаҡ: минме, әллә Хәбибме һәм ни өсөн? – тип һорарға ла өлгөрмәй ҡалдым. Аптыраулы ҡарашымды күреп, эргәмдә тыңлап ултырған ҡарсығым, эштең нимәлә икәненә төшөнөп булһа кәрәк, шул саҡ пырхылдап көлөп ебәрҙе:
– Һин уға бергә уҡыған һабаҡташың Хәбибтән сәләм еткерҙең, ә бит уның мәрхүм атаһы ла Хәбиб исемле ине. Уйламай һөйләйһең, эх, һин, һарыҡ баш!

КҮКӘЙ АШАРҺЫҢ

1953 йылдың март башы. Ауыл советында секретарь булып эшләүсе атайымдың галифе салбарына тотоноп, мин – дүрт йәшлек малай – күтәрмәлә баҫып торам. Атай, юлбашсыбыҙ Сталин үлеү сәбәпле, бина ҡыйығына ҡара ҡаймалы ҡыҙыл байраҡ элеп тора. Шул саҡ урам сатынан колхоздың тауыҡ фермаһында эшләүсе Бибиямал түтәй килеп сыҡты. Күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарып, шешенеп бөткән.
– Нимә булды, түтәй? – тип ҡыҙыҡһынды атайым.
– И-и, Нәжметдин энем, башҡа һыймаҫ ҡайғы килде бит – ил атабыҙ үлгән, Сталин бабай! Хәҙер беҙҙе кем ашатыр инде?! Астан үләбеҙ ҙәһә! – тип, ҡарға ятып, аунай-тәгәрәй, боҙ тырнап илауын дауам итте.
– Ярай, түтәй, артыҡ өҙгөләнмә әле, нисек тә бер яйы табылыр, –тине атай, уны тынысландырырға тырышып.
– Ҡайҙан яйы табылһын инде?
– Бер ҙә булмаһа, астан үлмәҫ өсөн ферманан тауыҡ күкәйе сәлдереп алып ҡайтып ашарһың, – тине атайым шаяртыбыраҡ та, хәленә инеп тә.
– Урларһың, бар! Өс көн элек кенә урлағаным өсөн штраф сәпәнегеҙ бит!
– Ә һин нәфсеңә булышып биҙрәләп урлама! Кеҫәңә һалып үҙеңә көнгә етерлек кенә алып ҡайт! Бер кем дә тикшермәҫ.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, түтәй, ышанырғамы, ышанмаҫҡамы тигән­дәй, ауыҙын асып торҙо-торҙо ла, ҡапыл ғына үҙгәрҙе лә ҡуйҙы.
– И-и, йылы кәңәшең өсөн сикһеҙ рәхмәт яуһын үҙеңә, туғаным. Тап шулай итермен. Ҡайтҡан һайын тиҫтәнән артыҡ сәлдермәм. Ант итәм! – Ул, илауынан туҡтап, өҫ-баштарын ҡаҡҡылап тороп баҫты ла, ауыҙы йырылып, шатлығынан юлбашсы үлеүен дә онотоп, ҡанатланып, юлын дауам итте.

ПЛАНДЫ НИСЕК ҮТӘРГӘ БЕЛДЕК

Уҙған быуаттың 70-се йылдар аҙағы. Ауыл клубында шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыуға арналған ҙур йыйылыш бара. Райком, райсовет вәкилдәре, хатта Өфөнән радиотап­шырыуҙар хәбәрсеһе лә килгән. Район вәкиле йыйылған халыҡҡа һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы:
– Ни өсөн һөт тапшырыу планын үтәмәйһегеҙ? Сәбәп нимәлә?
– Һөттөң үҙебеҙҙән артҡанын аккурат тапшырабыҙ, тик планды артыҡ ҙурҙан ҡуяһығыҙ бит! – тип яуапланы бер ауылдашыбыҙ.
– Балаларыбыҙ ишле. Шуның өҫтәүенә яңы тыуған быҙауға ла һөт эсерергә кәрәк, – тине икенсеһе.
– Быйылғы йәй ҡоро килде, ямғырҙар яумағас, ҡырҙа үлән юҡ, хет шаром покати! – тип ебәрҙе өсөнсөһө урыҫсалап.
Шул саҡ ауылдың абруйлы аҡһаҡалы Рафиҡ ағай һүҙ алды. Ул залдағыларға һынаулы ҡараш ташлап торғандан һуң, былай тине:
– Хөрмәтле етәкселәр, хафалан­мағыҙ! Һөт етерлек! Ошонда йыйыл­ған бөтә ауылдаштар исеменән алға ҡуйылған һөт планын үтәргә һүҙ бирәбеҙ. Планды һөткә һыу ҡушып булһа ла үтәйәсәкбеҙ, ант итеп әйтәм, шулай бит, иптәштәр?!
– Улай иткәндә, әлбиттә, үтәргә була! – ауыҙы йырылған халыҡ дәр­рәү ҡул сапты. Президиумда ултырған етәкселәр ҙә алҡыштарға ҡушылды.
Иртәгәһен бөтә республика радионан беҙҙең ауыл йыйылышындағы сығыштарҙы көлә-көлә ябырылып тыңлай ине.
Ҡайһы ғына тарафтарға барып сыҡһаҡ та:
– Рафиҡ ағай һөт планын тултырамы унда? – тип, шаян һорауҙар биреп ҡаршыланылар.

Фото: iprofiles.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас