+29 °С
Облачно

Һуҡбай

Бер мәл мин тәүлек әйләнәһенә эшләүсе супермаркетта һаҡсы булып торҙом. Төрлө хәлдәр булды: йә бала-саға шоколад урлай (бындайҙар һирәк), йә “хәлле” граждандар биш йомортҡа сәлдерә (ҡиммәтле тун кейгән ҡатын ҡапты асып, унан биш йомортҡа алды ла сумкаһына һалды, ә ҡапты кире урынына ҡуйҙы), йә эскеселәр...

ҺуҡбайҺуҡбай
Һуҡбай

Махсус кейем кеймәнем, йәғни нисек теләһәм шулай кейендем. Махсусын бирмәнеләр, ә аҡса туҙҙырып, һатып алғым килмәне. Был мөһим.
Төндә мөйөштәге өҫтәл артында бер йыл элекке журнал уҡып ултырам. Миндә камера юҡ, йәғни ул бар, ләкин унан ҡарай алмайым, был минең һәр ваҡыт асыуымды килтерҙе. Иртәнге сәғәт дүрт, һатып алыусылар юҡ. Магазинға 20 – 22 йәштәр тирәһендәге егет инде. Кәрзин алып зал буйлап йөрөй. Журналдан айырылмайынса күҙ ҡырыйым менән генә күҙәтәм, ә ул аҙыҡ-түлек йыя. Кәрзине тулғас, арт яғыма килде, ә унда магазинға инеү өсөн турникет тора. Уның миңә ҡарағанын тоям. Ун секунд самаһы торғас, яңы кәрзин алды. Тағы уны тултырырға тотондо. Кассир килде. Төнгө һатып алыу­сыны көтәбеҙ. Егет туп-тулы ике кәрзинде көс-хәл менән күтәреп кассаға яҡынлашты. Кас­сирҙың: “Пакет кәрәкме?” – тигән һорауына: “Яланға күбәләк­тәр тоторға бар!” – тине лә, кәрзиндәр менән ишеккә йүгерҙе. Бындай оятһыҙлыҡтан аптырап ауыҙымды асып оҙаҡ торманым, тегенең артынан саптым. Ишектәр араһында (ингән ерҙә улар ике ҡатлы) иҙәнгә һуҙып алдым, кассирға шәхси һаҡ предпри­ятиеһынан “уҫал ағайҙарҙы” саҡы­рырға ҡуштым.
Килделәр, егетте келәткә алып барҙылар. Полицейскийҙарҙы саҡырҙылар, уларҙы дүрт сәғәт көттөк.
Һығымта. Егет 9 мең һумлыҡ тауар урларға йыйынған. Полицей­скийҙар уның ҡулын бығаулап алып китте. “Ни өсөн урлашырға булдың?” – тигән һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырманы: “Мин һаҡсы юҡ, ә өҫтәл артында һуҡбай ултыра икән тип уйланым”.

Ғ. МИҺРАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас