

Аҙаҡ түләүҙән бөтөнләй туҡтаны. Миңә судҡа бирер алдынан клиент менән һөйләшергә ҡуштылар. Кешеләр менән аралашырға яратам. Барҙым. “Ҙур булмаған предприятие” 500 кеше эшләгән бына тигән завод булып сыҡты. Мине менеджер ҡаршы алды, барыһын да күрһәтте, һөйләне. Ситтән ҡарағанда бөтәһе лә һәйбәт һымаҡ. Экскурсия аҙағына яҡынлашҡас, һорау бирҙем:
– Ҡарағыҙ әле, предприятиеғыҙ тотороҡло. Ә ниңә аҡса түләмәйһегеҙ?
Менеджерҙың йөҙө шунда уҡ ҡарайҙы, ауыр һуланы:
– Был беҙҙең директорға бәйләнгән. Барлыҡ түләүҙәр ҙә уның аша үтә.
– Янына алып барығыҙ!
Беҙ икенсе ҡатҡа күтәрелдек. Ҡабул итеү бүлмәһендә ете кеше ултыра. Секретарь ҡыҙ көтөп торорға ҡушты, ҡәһүә тәҡдим итте. Ҡәһүә яратам. Ҡәһүәләре, әйткәндәй, һәйбәт. Ултырам, көтәм. Кабинеттан бөтә кеше лә ҡәнәғәт сыға. Бына минең сират етте. Ҙур өҫтәл артында илле йәштәр самаһындағы ир-егет ултыра. Йылмая.
– О, был һеҙме ни әле?! Күптән көтәм! – тине.
– Һаумыһығыҙ. Предприятиеғыҙҙы ҡарап сыҡтым. Һоҡландыра.
– Барыһы ла сәғәт кеүек эшләй. Ҡәһүә эсәһегеҙме?
– Мөмкин. Мин бурыстар буйынса...
– Беҙҙең һеҙҙең менән күптән түгел эшләй башлағаныбыҙ күренеп тора.
– Аңламаным.
– Аҡса артынан килергә кәрәк!
– Аңламаным?
– Бына күреп тораһығыҙ, ә мин яңғыҙым ултырам. Предприятие һәйбәт эшләһә лә, миңә шул тиклем күңелһеҙ. Шунан партнерҙарға түләүҙе туҡтатам. Улар килә. Беҙ әңгәмәләшәбеҙ. Күңелем күтәрелә.
– Ҡыҙыҡ логика.
– Нисек уйлайһығыҙ, “Салауат Юлаев” хоккей командаһы плей-оффҡа сығасаҡмы?
Йәнле әңгәмә башланды. Иртәгәһен уларҙан аҡса килде. Мин тағы бер нисә йыл “аҡса артынан” унда ай һайын йөрөнөм. Шуныһы ҡыҙыҡ: был әңгәмәләр беҙҙең икебеҙҙе лә байытты.
Р. ДИНИСЛАМОВ.