Эшкә тотонор алдынан төнө буйы ҡала тарихын уҡыным. Бөтә иҫтәлекле урындарҙы ятланым,беренсе көндән үк микрофон аша үҙ белемемде пассажирҙар менән уртаҡлашырға тотондом.
Бер айҙан һуң начальник мине үҙенә саҡыртып алды.
– Һеҙгә ялыуҙар килә башланы, – тине ул. – Көн дә бер үк нәмә һөйләүегеҙҙән пассажирҙар ҡәнәғәт түгел. Бынан тыш, бер тарих профессоры һеҙҙәге хаталарҙың тотош исемлеген ебәргән. Һеҙгә хәбәрҙәрегеҙҙе нисектер төрләндерергә кәрәк. Иҫтәлекле урындар ғына түгел, башҡа темалар ҙа бар бит.
Иртәгәһен пассажирҙарға шиғырҙар уҡыным, мода яңылыҡтары тураһында һөйләнем, туҙған диванды үҙең нисек ремонтлау хаҡында кәңәш бирҙем. Барыһы ла иғтибар менән тыңланы. Был мине рухландырҙы. Репертуарым көн дә үҙгәрҙе. Ҡатыным менән нисек танышыуым тураһындағы ҡисса айырыуса ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Троллейбус паркына хаттар килә башланы. Кешеләр, беҙ татыу йәшәйбеҙме, нисә балабыҙ бар, улар йыш ауырыймы, тип һораны.
Портретымды Почет таҡтаһына ҡуйҙылар. Ләкин барыһына ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сик бар. Мин үҙемдең пассажирҙарыма белгәндәремдең бөтәһен дә, хатта артығын да һөйләгәнемде тойҙом. Пассажирҙар быны һиҙеп ҡалды. Тиҙҙән мине начальник саҡыртып алды.
– Нимә был? – тине ул, орошоп. – Алдынғы булып йөрөнөгөҙ-йөрөнөгөҙ ҙә, хәҙер ялыуҙар. Өсөнсө көн шиғырҙарҙың авторын бутағанһығыҙ, ә кисә оятһыҙ көләмәс һөйләгәнһегеҙ. Яҡшы түгел!
– Материал етмәй, – тип аҡландым. – Былай ҙа буш ваҡыттарымда шиғырҙар ятлайым, журналдар уҡыйым. Ҡатыным айырылам тип ҡурҡыта.
– Зарар юҡ, өйрәнер, – тип тынысландырҙы ул. – Ә һеҙ берәй яңы нәмә уйлап сығарығыҙ.
Төнө буйы уйландым, таң атыуға ҡапыл башыма килде. Эшкә барыр алдынан китапхананан иң уҡымлы романды алдым, уны баранкаға нығыттым, парктан сыҡҡас, ҡысҡырып уҡый башланым. Тойғо менән төрлө тауышҡа уҡыным, пистолеттан атыуҙы, йыландарҙың ыҫылдауын, ҡорбандарҙың ҡурҡып ҡысҡырыуын күҙ алдына баҫтырып, күп мәғәнәле паузалар яһаным. Роман мауыҡтырғыс ине. Эш көнөнөң нисек тамамланғанын һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Паркка ҡайтҡас, пассажирҙарҙың бер билет та йыртып алмауын күрҙем. Асыуланып, начальниктың кабинетына ташландым.
– Бына ҡарағыҙ! – тип ҡысҡырҙым, билет кәтүктәрен болғап. – Пассажирҙар шул тиклем мауыҡҡан, барыһы ла ҡуян булып йөрөгән.
– Килдеңме, күгәрсенкәйем! – тине начальник аҫтыртын ғына. – Иртәнән бирле ҡулымдан телефон трубкаһы төшмәне. Ниңә көнө буйы ябыҡ ишектәр менән йөрөнөң?
– Миңә хәҙер ни эшләргә инде? – тип һораным күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп.
– Ярай, шелтә менән сикләнәбеҙ, – тип яуапланы ул. – Ә иртәгәнән башлап яңы системаға күсәбеҙ – күберәк эшләргә, әҙерәк һөйләргә.
Герберт КЕМОКЛИДЗЕ.
“Крокодил” китапханаһынан.
1969 йыл.