

Ҡатындарҙы еңеп буламы ни, телефонды ярырҙай итеп ҡысҡырҙы:
– Ниндәй бүләк инде бынау заманда! Бөгөн зарплата көнөң. Бер-ике ҡыҙыл аҡсаңды һалырһың да ҡуйырһың.
Ҡаршы әйтергә иткәйнем дә, ҡатын трубканы һалып ҡуйҙы. Ысынлап та, аҡсаны мул алдым, хатта ки түш кеҫәһе ҡапайып тора.
Мин барып ингәндә өй хужаһы подъезда тәмәке тартып тора ине.
– Әйҙә, рәхим ит, һине генә көтөп торабыҙ! – тине лә, ҡулындағы сигаретының янған күмерен бармағы менән сиртеп төшөргәс, төпсөгөн кеҫәһенә һалып ҡуйҙы.
Өй эсе байрамса йыйыштырылған, магнитофонда үҙебеҙҙең көй яңғырап тора. Ҡатын көлә-көлә хужабикәгә булышып йөрөй. “Әлдә килгәнмен әле, – тип, эстән генә ҡыуанып ҡуйҙым, өҫтәлдәге ашамлыҡтарға, түңәрәк ҡорһаҡлы коньяк шешәләренә күҙ ташлап. – Бына бит, ауыр заман тигән булалар, ә бөтәһе лә, хатта ҡыҙыл ыуылдырығына тиклем бар”.
– Әйҙәгеҙ, – тине хужа кеше, өҫтәл тирәләй ултырғыстарҙы теҙә-теҙә. – Һеҙ инде йомшаҡҡа – диванға рәхим итегеҙ.
Мин дә, хужаның күңелен табырға тырышып:
– Күп ултырттылар инде йомшаҡҡа, етеп торор! – тигән булдым.
Көлөшә-көлөшә өҫтәл тирәләй ултырыштыҡ. Табынды хужа үҙе асып ебәрҙе.
– Дуҫтар! – тине ул, өҫтәлдәге ризыҡтарға, эсемлектәргә оҙаҡ ҡына ҡарап. – Бына бөгөн миңә 59, киләһе йылға 60 тула бит инде, пенсия ашай башлайым, Алла бойорһа... Был датаны ғәҙәттә билдәләмәйҙәр, ә мин билдәләргә булдым. Кеше-фәлән саҡырып торманыҡ, үҙебеҙ генә...
– Ярай, – тинем мин, хужаны хуплап, – беҙҙең өсөн 59 тулды ни ҙә, 39 тулды ни, уныһы мөһим түгел, беҙҙең өсөн иң мөһиме – тыуған көн! Тыуған көнөң менән!
Ҡулымдағы рюмкамды, түкмәҫкә тырышып, уға һуҙҙым. Сәкәшкәндә кемдеңдер рюмкаһынан бер нисә тамсы түгелеп тә ҡуйҙы.
– Ой, – тигән булдым мин, – мал ҡәҙерен беләйек. Араҡы булһа инде сурт с ним, коньяк бит был!
Шуны ғына көтөп торған һымаҡ, хужа ла һүҙгә ҡушылды:
– Әйҙәгеҙ, бөтөргәнсе күтәреп ҡуяйыҡ. Уның бит бер шешәһе 250 һум.
Көтмәгәндә хаҡын ишеткәнгәме, аҙағына тиклем бөтөрөп ҡуйырға хәл ҡалманы, ҡатып ҡалдым. Әйтерһең дә, рюмка ауыҙҙа йәбешеп ҡатты, көскә шаҡарып алдым. Ирендәрҙе яҙыр өсөн ҡатыраҡ нәмә сәйнәйем әле тип, ыҫланған колбасаға үрелгәнем, хужа:
– Тартынып торма, ыҫланған булһа ни, свежий ул, бөгөн генә алып керҙем, килоһы 115 һум, – тип ҡуйҙы.
Минең ҡулым һуҙған килеш ҡатып ҡалды, әйтерһең, паралич һуҡты. Нишләргә лә белмәй, ҡулымды өҫтәл өҫтөндә тегеләй-былай борғолап торҙом да әле генә бешеп сыҡҡан картуфҡа үрелдем. “Үҙебеҙҙең ризыҡ, ниндәй генә ауыр йылдарҙа ла шул ҡотҡарҙы бит, – тип уйлап ҡуйҙым да, сәйнәп тә тормай, йотоп ебәрҙем. Картуф эҫе булып сыҡты, үңәсте яндыра-яндыра, аҡрын ғына төшөп китте лә туҡталып ҡалды.
Шул саҡ хужа:
– Биҙрәһе 50 һум, бер тин дә төшмәне, ҡәһәрең, – тип әйтеп ҡуйҙы.
Теге картуф туҡтап ҡалған ерендә тағы ла нығыраҡ бешерә башланы. Ни булһа ла булыр тип, бер шешә һыраны асып, стаканға түңкәрҙем дә ҡаплап та ҡуйҙым. Рәхә-ә-әт булып китте, йән кергәндәй булды. Ә хужа һаман теңкәмә тейә.
– Бар ине бит замандар! Ошо һыраның һыраһы хәҙер 7 һум!..
“Ярай, – тип эстән генә уйлайым, – улай бик ыжмутланһаң түләрмен. Аллаға шөкөр, кеҫә тулы аҡса!” Ә теге картуф туҡталған тәңгәл яндыра ла яндыра, әллә йәбешеп ҡалды инде. Ҡатыраҡ нәмә менән ҡырҙырып төшөрәйем әле тип, икмәк ҡатыһын, арлы-бирле сәйнәнем дә йотоп ебәрҙем. Үс иткәндәй, шул мәлде генә осҡолоҡ тота башланы. Хужа миңә ҡараны:
– Заманында ҡыҙыл ыуылдырыҡты бар тип тә белмәй инек, ә хәҙер ошо ыуылдырыҡтың 200 грамын 100 һумға һатып алдым, – тине.
Баҡһаң, мин йотоп ебәргән икмәк ҡатыһына ике-өс бөртөк ҡыҙыл ыуылдырыҡ йәбешкән икән. Өҫтәүенә, ҡатын ҡаршыма ултырып алған да туфлийының осло үксәһе менән аяҡҡа баҫа ла баҫа. Үҙе бер туҡтауһыҙ күҙемә ҡарап йылмая. Теге бер-ике ҡыҙыл аҡсаны сығарырға ҡушалыр инде. Мин аяҡ үрә баҫтым. Ике йөҙ илле һумлыҡ коньяк һалынған рюмкалар тағы ла тула яҙғандар. Үҙемдекен алдым да икенсе ҡулым менән түш кеҫәһенә инеп киттем. Мин инде бер-ике ҡыҙыл аҡсаны алып торманым, пачкаһы менән тартып сығарҙым.
– Алтмыш йәшеңде уҙғарғанда ла беҙҙе онотма! –тип, хужа алдына һалдым.
Бөтәһе лә дәррәү ҡул сапты. Бары тик ҡатындың ғына күҙҙәре, шарҙай булып миңә ҡарап торғандан һуң, төрлө яҡҡа тәгәрәй башланы. Шунда ғына башымдың әйләнгәнен һиҙҙем. Ултырғыс арттарына тотона-тотона башта коридорға, унан урамға уҡ сығып киттем. Үҙем дә һиҙмәҫтән, йүгерә башланым... Ә дуҫымдың иҫәп-хисабы һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырап тора. Әйтерһең, улар дуҫым ауыҙынан сыға ла, шаңдау булып, йыһан киңлектәренә тарала.
– Бер шешә коньяк – 250, ыҫланған колбаса – 115, бер биҙрә картуф 50 һум тора! Элек бар тип тә белмәгән ҡыҙыл ыуылдырыҡ 100 һум. Йәмғеһе 472 һум. Тап минең бөгөн алған айлыҡ эш хаҡым.
Йә, Хоҙай!.. Әйтерһең, был һандар мине ҡыуып етә лә тапап китә... Йә, Хоҙай!..