+18 °С
Облачно

Мөғжизәле дарыу

Андрей КОЧЕТОВ (Хикәйә) Барыһы ла ябай ғына башланды, киләсәгебеҙ беҙгә бер ниндәй ҡатмарлыҡһыҙ күренде. Арыш оно кәрәк ине. Ни бары 500 – 600 грамм.

Мөғжизәле дарыуМөғжизәле дарыу
Мөғжизәле дарыу

Эш шунда: бер нисә йыл элек ҡаланан егерме саҡрым алыҫлыҡта баҡса участкаһы алғас, башҡа ағастар менән бергә алмағастар ҙа ултырттыҡ. Быйыл улар беренсе тапҡыр сәскә атты. Емештәре өлгөргәс, ҡырҡ алма һананым. Дөрөҫ, күршеләрҙең ботаҡтары ергә тиклем эйелде, ләкин был беҙҙе бер нисек тә борсоманы, ғаилә кәңәшмәһендә алмаларҙы ебетергә булдыҡ. Үҙебеҙ ебеткән алмаларҙы ашағаныбыҙҙы асыҡ күҙ алдына килтерҙек, бигерәк тә ҡыш көнө. Тышта һыуыҡ, өйгә инәһең, ике алма һәм ҡайнар картуф алаһың, тағы ла рюмка... Хыял!
Тәмле һәм сәләмәт аҙыҡ тура­һында китап һатып алып, ебетелгән алма әҙерләү барышын ентекләп өйрәнергә тотондоҡ. Барыһы ла бар тиерлек: алма, һыу, тоҙ, ҡара ҡарағат һәм сейә япраҡтары. Бер генә нәмә етмәй – арыш оно. Унһыҙ бөтә хыялдарыбыҙҙың емерелеүе ихтимал.
Магазинда арыш оно булмай сыҡты. Һатыусы беҙҙең һорауға нисектер аҫтыртын йылмайҙы: “Ебе­телгән алма ашағығыҙ килдеме ни?”
– Эйе, алма, – тинем, ниңәлер ҡыҙарҙым.
– Гражданин, – арттан кемдер ҡыс­­ҡыр­ҙы, – сиратты тотҡар­ла­мағыҙ! Ҡара икмәк һатып алығыҙ ҙа, киптереп, унан он яһағыҙ.
– Алмаларҙы шәкәр сиробында ебетеү яҡшыраҡ, – тип кәңәш итте уның янында торған ҡатын. – Мә­шәҡәте әҙерәк.
“Алма ебетәбеҙ икән, тик арыш оно менән, ә шәрбәт һыуҙа түгел”, – тип уйланым магазиндан сыҡҡас. Нисек тә булһа арыш оно табырға булдым.
Ике көндән һуң алмаларҙы йыйып алдыҡ. Дөрөҫөрәге, ҡатыным йый­ҙы, ә мин радикулитым ҡуҙғалыу сәбәпле, файҙалы кәңәштәр генә биреп торҙом. Алмаларыбыҙ ҡаты һәм тәмһеҙ ине. Ашағас ауыҙҙа әсе тәм ҡала. Ләкин беҙ имән мискәгә тултырғас, арыш һуты уны һең­дерәсәк, тәм үҙгәрәсәк, тип уйланыҡ.
Иртәгәһен, билем ауыртыу сәбәпле, мин өйҙә ҡалырға мәжбүр булдым, ә ҡатыным арыш оно эҙләүҙе яңғыҙы дауам итте. Ул яҡындағы ауылға китте, унда мотлаҡ булырға тейеш.
Ауылда ҡапҡа төбөндә һөйләшеп ултырған ҡарсыҡтарҙы күргәс, ҡаты­ным уларҙан арыш оно һорарға булған.
– Һаумыһығыҙ, әбейҙәр! – тип һаулыҡ һорашҡан көр тауыш менән. – Кемдә арыш оно бар икәнен әйтмәҫһегеҙме?
– Арыш оно?! – ҡарсыҡтарҙың береһе һорауға һорау менән яуап биргән.
– Иремде дауаларға, – тигән ҡатыным, көтмәгәндә башына килгән фекергә үҙе лә аптырап. – Радикулиттан яфалана, аңлайһығыҙмы, радикулиттан! Сылатҡыс кәрәк. Арыш ононан булһа, ныҡ ярҙам итә.
Ҡарсыҡтарҙың береһе шунда уҡ йәнләнгән.
– Радикулит?! Ҡайһы ер ауырта һуң?
– Бил, әбей, бил.
– Минең дә билем ауырта. Нисә йыл инде яфаланам. Ни эшләргә лә белмәйем. Сылатҡысты нисек яһарға?
– Әбей, арыш оно ал, уны ҡайнар һыуҙа иҙ, уға... – ҡатыным рецептты хәтеренә төшөрә, йәнәһе, туҡтап ҡала, – уға төйөлгән бөтнөк ҡуш, артабан киптерелгән имән япраҡтары өҫтә. Шунан компрестар яһа. Бына шул.
– Ә арыш оно ҡайҙа һуң? – тип һораным ҡатынымдан.
– Ауылда арыш оно юҡ, – тине ул. – Бының менән генә эҙләнеүҙәрҙе туҡтатманым. Ҡарсыҡтар ондо икмәк­хананан һорарға кәңәш итте. Улар арыш икмәге бешерә, ауырыу кешегә баш тартмаҫтар, тинеләр.
Ҡатыным бер нисә икмәкханаға бара, арыш ононоң нимәгә кәрәклеген аңлата. Уны иғтибар менән тыңлай­ҙар, мөғжизәле дарыуҙы нисек әҙерләргә икәнен ентекләп һораша­лар. Ләкин он бер ҡайҙа ла булмай. Икмәкханаларҙа аҡ икмәк кенә бешереүҙәре асыҡлана, ә ҡараһын ҡайҙандыр килтерәләр.
Ике аҙна буйы арыш оно эҙләүҙе туҡтатманыҡ. Мин дә сафҡа баҫтым, беҙ тирә-яҡтағы бөтә икмәкханаларҙа булдыҡ. Ниһайәт, уңышҡа өлгәштек. Ҡара икмәк бешергән икмәкхананың адресын бирҙеләр. Шунда уҡ юлға сыҡтыҡ.
Мөләйем ҡыҙ, тоҡтан беҙҙең тоҡ­сайға бер нисә ус арыш оно һалғас:
– Билегеҙ ауыртамы ни? – тип һораны.
Беҙ ҡатыным менән бер-беребеҙгә ҡараштыҡ.
– Ҡайҙан белдегеҙ? – ғәжәпләндем.
– Бик ябай. Бөгөн һеҙ он һорап килеүсе бишенсе кеше. Барыһы ла, радикулитты дауаларға, ти.
Беҙҙең алмалар мискә төбөн генә ҡапланы. Өҫтәүенә, икенсе сортты, мәҫәлән, антоновканы, ебетергә кәрәк икән.
Баҙарҙа утыҙ килограмм антоновка һатып алғас, беҙ көнө буйы мөгәрәптә ултырҙыҡ, тәмле һәм сәләмәт аҙыҡ тураһындағы китапта әйтелгәнсә, алмаларҙы мотлаҡ өҫкә ҡаратып рәттән теҙҙек, төрлө тәмләткестәр өҫтәнек, ниһайәт, ҡиммәтле арыш һутын һалдыҡ.
Иртәгәһен мөгәрәптә оҙаҡ ултырыу үҙен һиҙҙерҙе. Радикулитым шул тиклем ныҡ ҡуҙғалды, поликлиниканан табип саҡыртырға тура килде. Мине ҡарағас, йәш доктор:
– Көслө өйәнәк, көслө. Эйе... – тине. Уйланғас, өҫтәне: – Һеҙҙең сирҙе дауалау ҡыйын. Ышаныслы саралар юҡ. Дөрөҫ, ошо көндәрҙә мин яңы сара хаҡында белдем. Халыҡ сараһы. Ныҡ ярҙам итә, тиҙәр, рецебы ябай ғына. Бәлки, һынап ҡарарһығыҙ? – тип һораны доктор минән. Шунан ҡарашын ҡатыныма күсерҙе.
– Яңы дарыуығыҙҙы бирегеҙ, яңы дарыуығыҙҙы, – тип ыңғыраштым. – Ни эшләргә кәрәк һуң?
– Арыш сылатҡыстары, – тине ул. – Он алабыҙ... ҡара икмәк бешерә торғанын, шунан төйөлгән бөтнөк... – Ул мөғжизәле сараның өсөнсө компонентын иҫенә төшөрә алмай торҙо.
– ...Кипкән имән япраҡтары! – тип ыңғыраштым мин һәм яңы өйәнәктән түшәктә борғоландым.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Фото: tangojournal.ru

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас